Байчэн

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Байчэн
Сәғәт бүлкәте UTC+8:00[d]
Административ рәүештә бүленә Таобэй[d], Чжэньлай[d], Тунъюй[d], Таонань[d] и Даань[d]
Почта индексы 137000
Урындағы телефон коды 0436
Рәсми сайт bc.jl.gov.cn
Рәсми атамаһы ҡыт. 白城市
Халыҡ һаны
Административ-территориаль берәмек Гирин[d]
Дәүләт
Майҙаны
  • 25 758,73 км²
Урынлашыу картаһы
Рәсем
Номер тамғаһы коды 吉G
Диңгеҙ кимәленән бейеклек 154 метр
Логотип РУВИКИ.Медиа Медиафайлы на РУВИКИ.Медиа

Байчэн (ҡыт. упр. 白城, пиньинь: Báichéng, буквально: «Белый город») — Гиирин провинцияһындағы ҡала округы, ҠХР.

Тарих[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1904 йылда Мукден цзянцзюньға бойһонған Таонань идаралығы (洮南府), барлыҡҡа килә; шул уҡ йылда управаға буйһонған Кайтун (开通县) һәм Цинъань (靖安县) уезддары оәошторола, ә йыл аҙағында Хэйлунцзян цзянцзюньға туранан тура бойһонған Далай комиссариаты (大赉厅) барлыҡҡа килә. 1905 йылда шулай уҡ Таонань управаһына бойроҡҡан Аньгуан (安广县) уезды барлыҡҡа килә. 1907 йылда цзянцзюнь институтты бөтөрөлә, һәм башҡа илдә кеүек провинциялар барлыҡҡа килә; Таонань управаһы һәм Кайтун, Аньгуан, Цзинъань өйәҙҙәре Фэнтянь провинцияһы составына инә, ә Далай комиссариаты — Хэйлунцзян провинцияһы составына инә. 1910 йылда Фэнтянь провинцияһында Чжэньдун (镇东县) өйәҙе барлыҡҡа килә.

1911 йылда Синьхай революцияһынан һуң, Ҡытайҙа административ-территориаль системаһы үҙгәртелә: управалар (府) төбәктәргә (道) әйләнәләр, ә комиссариаттар ябай өйәҙәргә үҙгәрәләр; хәҙерге ҡала территорияһы Таочан төбәгендә (洮昌道) Фэнтянь провинцияһында һәм Лунцзян регионы (龙道江) территорияһы составына инә. 1914 йылда Цзинъань Таоань өйәҙе итеп үҙгәртелгән (洮安县). 1915 йылда Фэнтянь провинцияһының Таочан регионына бойһонған Чжаньюй өйәҙе (瞻榆县) ойошторолған. Һуңынан региондар аралыҡ звеноһы булараҡ бөтөрөлә, һәм өйәҙҙәр туранан-тура провинцияның хөкүмәтенә буйһона башлайҙар. 1929 йылда Фэнтянь провинцияһың исеме Ляонин тип үҙгәртелә.

1932 йылда һуң марионеткалы Маньчжоу-го дәүләте ойоштторолғандан һуң, Ляонин провинцияһына кире Фэнтянь исеме ҡайтарыла. 1934 йылда Маньчжоу-гоҙа административ-территориаль үҙгәрештәр үтә, һәм бөтә ҡала округы территорияһында урынлашҡан өйәҙҙәр, яңы Лунцзян провинцияһы составына инә. 1938 йылда Таоань өйәҙе Байчэн итеп үҙгәртелгән (白城县).

Икенсе донъя һуғышы тамамланғандан һуң, һәм Ҡытай республикаһы Маньчжоу-гоны бөтөргәндән һуң, Төньяҡ - Көнсығыш административ-территориаль үҙгәртеүҙәр ҡабул ителә, һәм был ерҙәр Нэньцзян һәм Ляобэй тигән яңы провинциялары составына инә. 1949 йылда, ҠХР барлыҡҡа килегәндән һуң, улар Хэйлунцзян провинцияһының составына инәләр.

1954 йылда был ерҙәр Хэйлунцзян провинцияыһынан Гиринда провинцияһына биреләләр, унда Байчэн махсус районы (白城专区) барлыҡҡа килә. 1958 йылда Таоань һәм Байчэн өйәҙере Тоань өйәҙәһенә берләшкәс, (шунда уҡ Байчандың үҙәге итеп айырым Байчан тигән ҡала бүленә), Далай һәм Аньгуан — Даань өйәҙе, Кайтун һәм Чжаньюй — Тунъюй өйәҙе. 1968 йылда Байчэн махсус районы Быйчан округына (白城地区) әйләнә. 1987 йылда Таонань ҡала өйәҙе булып ҡитә, ә 1988 йылда ҡала өйәҙе Даань була.

1993 йылда Байчан округы ҡала Байчэн округы тип үҙгәртелә, ә элекке Байчан өйәҙ ҡалаһы уның составында Таобэй районы булып китә.

Иҡтисад[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ҡала округының иҡтисад нигеҙен туҡыу сәнәғәте тәшкил итә .

Административ-территориаль бүленеше[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Байчэн ҡала округы 1 районға, 2 ҡала өйәҙенә, 2 өйәҙгә бүленә:

Карта
Baicheng mcp.png
# Статусы Исеме Иероглифтар Пиньинь Халыҡ



(2003



прима.)
Майҙаны



(км²)
Тығыҙлығы



халыҡ



(/км²)
1 Район Таобэй 洮北区 Táoběi qū 490,000 2,525 194
2 Ҡала өйәҙе Даань 大安市 Shì Dà'ān 420,000 4,879 86
3 Ҡала өйәҙе Таонань 洮南市 Táonán shì 440,000 5,108 86
4 Өйәҙе Чжэньлай 镇赉县 Zhènlài xiàn 310,000 4,695 66
5 Өйәҙе Тунъюй 通榆县 Tōngyú xiàn 350,000 8,476 41

Туғанлашҡан ҡалалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Байчэн түбәндәгеләргә туғандаш ҡала булып тора:

Илдә Туғанлашҡан ҡалалар Йыл элемтә урынлаштырыу
Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы Барнаул [2] 1992 йылдың 30 апрелендә

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Шестая национальная перепись населения КНР
  2. О российско-китайском межрегиональном сотрудничестве. Посольство России в Китае (7 октябрь 2010). — Межрегиональное сотрудничество. Дата обращения: 21 ноябрь 2015. Архивировано из оригинала 22 ноябрь 2015 года. 2015 йылдың 22 ноябрь көнөндә архивланған.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Байчэн — территорияһы, халыҡы һәм административ-территориаль бүлеүҙе үҙгәртеүҙәр тураһында мәғлүмәт 行政区划网 сайтында (ҡыт.)