Бакфарк Валентин
Валентиниус (Балинт) Грефф Бакфарк (мадьярса Bálint Bakfark, Bacfarc , Bakfarc , Bakfarkh , Bakffark , Backuart); (1506 һәм 1507 йылдарҙың августары араһында, Брашов Трансильвания — 22 август 1576, Падуя) — Яңырыу осорондағы мажар музыканты, виртуоз-лютнисы һәм композиторы. Уның музыкаль пьесалары XVI быуаттың нәзәкәтле бейеү музыкаһы өлгөһө була.
Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Бакфарк музыкаға буласаҡ венгр короле Янош Запольяи һарайында өйрәнә. Һуңынан Италияға китә, Франция короле һарайында йәшәй. Будала һарай музыканты була. 1549—1566 йылдарҙа Вильнола польша короле һәм бөйөк литва кенәзе Сигизмунд II Август һарайында лютнала уйнаусы булып хеҙмәт итә. Был ваҡытта Европа буйлап бик күп илдәргә сәйәхәт ҡыла. Данциг, Аугсбург, Лион, Рим, Венеция, Кенигсбергта була.
1559 йылда Вильнола йорт һатып ала. 1560 йылдарҙа шул асыҡлана: Бакфарк шпионлыҡ ҡылып польша короле һарайындағы Прусия герцогы Альбрехт тураһында мәғлүмәт ебәреп торған. Шуға күрә ул королдең ышанысын һәм яҡлауын юғалта, 1566 йылда Вильнолағы йортон һүтәләр, ә ул үҙе Познаньға, аҙаҡ Венаға ҡаса.
Күпмелер ваҡыт Венала йәшәй. 1568 йылда Венала император һарайында музыкант була, аҙаҡ Трансильванияға ҡайта, һуңынан Венецияла төпләнә. 1576 йылдың 22 авгусында Падуйға барған юлда ваба (чума) йоҡтороп вафат була.
Ижады[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Валентин Бакфарк үҙ заманының иң мәшһүр лютнист-виртуоздарының береһе булып дан ҡаҙана. Ул шул тиклем оҫта уйнаған, хатта Польшала «Бакфаркты тыңлағандан һуң бик һирәктәр генә лютняға тотонорға батырсылыҡ итер» тигән мәҡәл дә йәшәй.
Бакфарк лютня өсөн күп кенә әҫәрҙәр ҙә ижад итә. Мәҫәлән: полифоник фантазиялар һәм ричеркадтар, тынлы уйын ҡоралдары өсөн һәм донъяуи вокал әҫәрҙәр, бейеү (бигерәк тә уның поляк халыҡ бейеүҙәренә көйҙәре ҙур билдәлелек яулай) көйҙәре бар.
Бакфарктың лютня өсөн пьесалары тупланған ике йыйынтығы Лионда («Intabulatura» 1553) һәм Краковта («Harmoniarum Musicarum…» 1565). баҫылып сыға.
Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Музыкальный словарь Гроува. М., 2000
- Булучевский Б., Фомин В. Старинная музыка. Л., 1974
- Музыкальный энциклопедический словарь. М., 1990