Балтик шведтары

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте

Балтик шведтары (шулай уҡ эстон шведтары) — урта быуатта Эстония тарихында мөһим роль уйнаған һәм Икенсе бөтә донъя һуғышы аҙағына тиклем һиҙелерлек этно-тел аҙсылыҡ тәшкил иткән, Эстониялағы[1][2] швед аҙсылығының йыйылма атамаһы.

Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Эстон (яр буйы) шведтары — боронғо, ә аҙаҡ унан һуңғы, аҙ һанлы, әммә бик абруйлы, Скандинавия күскенселәре герман нәҫелдәре (X-XI быуатта бында викингтар төпләнгән, аҙаҡ шведтар, даттар һәм бер ни тиклем немецтар), улар XXVIII быуаттарҙа Эстонияның яр буйы территорияһын контролдә тоталар.

15611721 йылдарҙа эст ерҙәренә (хәҙерге Эстония) Швеция хужа була. Шуға күрә XVII быуат уртаһында эстон шведтарының һаны иң ҙур ҡиммәтенә етә — яҡынса 12 мең кеше. Шул уҡ ваҡытта улар аҙ һанлы Эстония халҡының һиҙелерлек өлөшөн тәшкил итә — 5 проценттан 10 процентҡа тиклем.

Хәҙерге Эстония территорияһын Рәсәй империяһына ҡушҡандан һуң, герман әҙселеге төбәктә башлыса үҙенең өҫтөнлөклө иҡтисади-социаль хәлен һаҡлай, әммә Рәсәй империяһы составында автономиялы бөйөк кенәзлек статусына эйә Финляндиянан айырмалы рәүештә, шведтар һәм швед теле статусы рәсми рәүештә нығытылмаған була, һәм улар урындағы халыҡ менән ассимиляцияға бирелеүен дауам итә. Бөйөк Екатерина бөтә швед халҡын[3], ышанысһыҙ халыҡ булараҡ, Хийумаа утрауынан (1800 самаһы кеше) Украинаға (унда улар Старошведское ауылына нигеҙ һалалар) күсереп ултыртыу тураһында указ сығара.

1934 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәте буйынса, инде ул саҡта бойондороҡһоҙ Эстон республикаһында, швед телен туған тел тип иҫәпләгән 7641 кеше йәшәй (ил халҡының 0,7%-ы). Балтик диңгеҙенең күп утрауҙарында шведтар халыҡтың абсолют күпселеген тәшкил иткән (мәҫәлән, Рухну һәм Вормси), шуның менән бергә швед халҡының һаны даими рәүештә кәмей.

Балтик шведтары XXI быуатта[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Әлеге ваҡытта Эстонияла йәшәүсе шведтар, швед компанияһына, башлыса банк секторында (күсемһеҙ милек, кредит) эшләүсе, нигеҙҙә экспатриант булып торалар.

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Рәсәй немецтары
  • Финляндия шведтары
  • Кола норвегтары

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]