Балҡарова Фоусат Гүзәр ҡыҙы

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Балҡарова Фоусат Гүзәр ҡыҙы
Тыуған көнө 27 март 1932({{padleft:1932|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:27|2|0}})
Тыуған урыны
Вафат булыу көнө 2009
Эшмәкәрлек төрө поэтесса, писательница
Әҫәре теле кабардино-черкесский язык[d]

Балҡарова Фоусат Гүзәр ҡыҙы (йәки Балҡар; ҡаб.-черк. Балъкъэр Гъузер ипхъу Фоусэт; 27 март 1932 йыл  — 2009 йыл) — ҡабарҙы шағиры.

Фоусат Гүзәр ҡыҙы Балҡарова 1932 йылдың 27 март (буранай) көнө Ҡабарҙы-Балҡар АССР-ының Баҡсан районындағы Кишпек (Тыжей) ауылында ярлы крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. 1960 йылда М. Горький исемендәге Әҙәбиәт институтын тамамлаған.

Тәүге әҫәрҙәре 1947 йылда үк донъя күрә. 11 йылдан һуң «Нэхущ» (Таң) исемле шиғри йыйынтығы нәшер ителә, ундағы шиғырҙар әҙиптең тыуған яғының хозур тәбиғәтенә бағышланған. «Ҡояш тамсыһы» һәм «Кавказ ҡыҙы» циклдары иһә ҡабарҙы-черкес ҡыҙына арналған. Башҡа йыйынтыҡтарының исемдәре: «Уафэр хызодыкI» (Күкте тектерәм), «Дунеищӏэр зыщӏым хуэфащэщ» (Яңы тормош хужалары), «Къысхуэгуфӏэ» (Миңә ҡыуанһаң ине), «Уи хэку и мывэхэри дыщэщ» (Тыуған яҡтың ташы ла алтын) һ.б. Артабан Граждандар һәм Бөйөк Ватан һуғышы ваҡиғалары хаҡындағы ике поэма донъя күрә: «Гугъэм и лъэрыгъ» (Хыял өҙәңгеһе) һәм «Блэ зэуар аркъэным щощтэ» (Йылан саҡҡаны арҡандан да ҡурҡа).