Бампер (китап автобусы)

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
«Бампер» балалар китап автобусы
Тип бизнес
Нигеҙләнгән 2010
Нигеҙләүсе Анна Тихомирова
Урынлашыуы Мәскәү Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы
Тармаҡ Тәгәрмәсле китап магазины
Әйләнеш 8 млн һум тирәһе (2013 йыл)
Төп компания «Культура детства» фонды
Сайт bumperbooks.ru

«Бампер» балалар китап автобусы — социаль эшҡыуарлыҡ өлкәһендәге проект, тәгәрмәсле китап магазины һәм китап клубы. Проекттың маҡсаты — хәҙерге балалар әҙәбиәтен һәр кемгә еткереү, шул иҫәптән эре йәшәү үҙәктәренән алыҫта йәшәүселәр өсөн дә.

Проект Мәскәүҙә «Перекрёсток» үҫмерҙәргә психологик ярҙам итеү үҙәге базаһында барлыҡҡа килә. Үҙәктең етәксеһе Анна Тихомирова китап магазины асырға була, әммә аҡсаһы тик автобус һатып алырға ғына етә. Автобусты төрлө төҫтәге һүрәттәр менән биҙәргә үҙәктәге балалар ярҙам итә, автобустың эсендә уҡыу залы атмосфераһы булдырыла. Ҡорамалдар һатып алырға Михаил Прохоров фонды ярҙам итә.

2011 йылда «Рәсәй таянысы» менән бергә хәйриә туры сиктәрендә Краснодар крайында булалар. Оҙаҡ та үтмәй «Бизнес-Успех» конкурсында «Социаль-яуаплы эшҡыуар» номинацияһында беренсе урын алалар һәм «Creative Business Cup» ижади эшҡыуарлыҡ конкурсында финалист булалар.

2013 йылда проекттың эксперттары «Baby-НОС» әҙәби конкурсында жюри булалар — «НОС» балалар премияһы юрауынса[1].

2014 йылда проект ике яңы автобус һатып ала, иҫкеһе һәр ваҡыт боҙолған булған. Шул уҡ йылды проект күсмә балалар уҡыуы, Astrid Lindgren Memorial Award-2015 балалар премияһына наминант булалар. Ул Рәсәйҙән барғандар араһында дүртенсе урын ала, унда 61 илдән 197 ҡатнашыусы була, улар арһында Урсула Ле Гуин, Ульф Старк, Патрик Несс һымаҡ абруйлы ҡатнашыусылар ҙа була[2]. Ощо ваҡытҡа автобус Рәсәйҙең 60 ҡалаһында булып, 80 мең километр юл үткән була.

2015 йылда китап автобусы Lipton ойойошмаһы үткрәгән Goodstarter социаль эшҡыуарлыҡ буйынса беренсе конкурсында еңеүсе булалар. Конкурста еңгән өсөн проектҡа 300 мең һум аҡса бирәләр[3].

Images.png Тышҡы рәсемдәр
Image-silk.png Мәскәүҙә беренсе китап автобусы

Китап автобусы интерактив һәм хәйриә үҙәге һымаҡ та, магазин һымаҡ та эшләй. Килемдән килгән аҡса балалар уҡыуын үҫтереү өсөн йүнәлтелгән социаль программаларҙы тормошҡа ашырыуға тотонола. Тағы ла аҡсаның бер өлөшө эш хаҡына, бензинға һәм автобусты ремонтлауға тотонола.

Китапты проект авторҙары төрлөл нәшриәттән алалар. Күпселектә ҙур булмаған нәшриәттәр менән эшләйҙәр, 80 процентҡа тиклем китаптар тап уларҙан алына. Анна Тихомирова һүҙҙәренсә автобуста үҙенсәлекле әҙәбиәт йыйналған, уҡыусы аудитория өсөн лайыҡлы.

Әгәр беҙҙең маҡсат ни тиклем күберәк китап һатыу булһа, беҙҙең кәшәтәләрҙә бөтөнләй икенсе тышлы китаптар булыр ине.

— проектҡа нигеҙ һалыусы Анна Тихомирова[4]

.

Автобуста махсус ҡумта бар, унда һәр теләгән кеше һатып алған китабын һала ала, һуңынан ул китаптар балалар йорттарында тәрбиәләнеүселәргә бирелә. Һәр шундай тапшырыуҙа хикәйә һөйләп, балаларҙың әҙәби аң (ҡараш, белем) даирәһен киңәйтеү өсөн алып барыла. Ике аҙна эсендә проект ошондай китаптар йыйнай, һуңынан балалар йорттарына тапшырыла.

Проектҡа ҡараш төрлө. Проект авторҙары һүҙҙәренсә, улар йыш ҡына хәйриә эшмәкәрлеге менән үҙҙәренә реклама эшләйҙәр һәм күберәк аҡса эшләргә тырышалар тип ғәйәпләйҙәр.

Үҙҙәренең проекын авторҙар уникаль ти, сөнки ул үҙенә китап магазины социаль проект элементтарын ала: донъяла башҡа китап автобустары бар, әммә улар йә магазин, йә библиотека[5].

  1. Baby-НОС: выбрали лучшую детскую книгу  (рус.), letidor.ru. 2015 йылдың 18 май көнөндә архивланған.
  2. Лучший бампер в мире  (рус.), Портал «Новый бизнес: социальное предпринимательство».
  3. Победили книжки  (рус.), Портал «Новый бизнес: социальное предпринимательство».
  4. Книжный клуб для счастливых детей. Новый бизнес (2011). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 7 май 2015.
  5. Если дети не любят читать  (рус.), Большой город. 2015 йылдың 18 май көнөндә архивланған.