Барановский Аркадий Игоревич
| Аркадий Игоревич Барановский | |
|---|---|
| Тыуған көнө | 12 август 1977 (48 йәш) |
| Тыуған урыны | Мурманск, Мурманск өлкәһе, РСФСР |
| Гражданлығы |
|
| Эшмәкәрлеге | социаль эшҡыуар |
| Сайт | freedebut.weebly.com |
Барановский Аркадий Игоревич (12 август 1977 йыл) — юрист, йәмғиәт эшмәкәре, тотҡондарҙы социаль-психологик адаптацилау уникаль методикаһының авторы, Рәсәй социаль эшҡыуары, элекке тотҡондар өсөн социаль һәм коммерциялы «Ирекле дебют» һәм «Ҡайтыу» проекттарының нигеҙләүсеһе һәм генераль директоры, «Йәһүд мәрхәмәтлелек комитеты» фондының «Тотҡондарға ярҙам» проектының етәксеһе.
Биографияһы
Арка́дий И́горевич Барано́вский 1977 йылдың 12 авгусында Мурманск өлкәһенең Мурманск ҡалаһында тыуғанТораны каллиграф-күсереп яҙыусы («Мишмерет СТаМ» дипломы) булып тора[1].
2008 йылда элекке тотҡондарҙы социаль-психологик реабилитациялау менән шөғөлләнеүсе «Ҡайтыу» (рус. «Возвращение») проектын ойошторған[2]. Уның базаһында 2010 йылда Аркадий Барановский «Ирекле дебют» театрына нигеҙ һала[3]. "Халыҡ-ара йәһүд гәзите"ндә (рус. «Международная еврейская газета») баш мөхәррир вазифаһын башҡара[4].
Аркадий Барановский бер нисә китаптар, шул иҫәптән 2005 йылда баҫылып сыҡҡан «Моше Бен Маймон (презентация)» брошюраһы[1] һәм 2011 йылда нәшер ителгән «Маймонид. Учитель и целитель» китабының авторы[5].
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 3 Об авторе. www.evrey.com. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 12 июнь 2015.
- ↑ «Вольный дебют»: бывшие заключенные выходят на сцену. Мой район (4 март 2013). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 28 апрель 2015. 2015 йылдың 18 май көнөндә архивланған.
- ↑ Наталья Маркова. Из тюрьмы — в театр. philantrophy.ru (17 ноябрь 2010). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 28 апрель 2015.
- ↑ О нас. Международная еврейская газета (МЕГ). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 12 июнь 2015. 2015 йылдың 26 июнь көнөндә архивланған.
- ↑ Aleks Megen. Барановский А. И. — Маймонид. Учитель и целитель (2011). Еврейский медиа портал (24 июль 2014). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 12 июнь 2015. 2015 йылдың 26 июнь көнөндә архивланған.
Был мәҡәләгә Рувикиның башҡа мәҡәләләре һылтанмай. |