Басилевс

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Басилевс
Юрисдикция таралышы фила[d]
XV быуат башы миниатюраһы. Император Мануил II Палеолог ғаиләһе менән

Басилевс (бор. грек. βᾰσῐλεύς, βᾰσῐλέως; шулай уҡ басилевс, базилевс, василевс) — Боронғо Грецияла нәҫелдән килгән монарх атамаһы, шулай уҡ византия императорҙары титулы(уларҙа һүҙ башында «в» өнө әйтелә башлаған — василевс)[1].

Терминдың эволюцияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

В Микен дәүере (б. э. т. XV—XI быуаттар) балсыҡ таҡтасалары буйынса фекер йөрөткәндә, «басилевс» һүҙе юлбашсыға, берләшмә башлығына, монархиянан түбәнерәк власҡа эйә булған кешегә ҡарата ҡулланылған.

Антиклыҡ осоронда басилевс термины «хаким» тигәнде аңлата башлай.

Рим императорҙары шулай уҡ басилевс тип атала, әммә рәсми түгел. Христианлыҡ ҡабул ителгәндән һуң титул ҡулланыу, нигеҙҙә, рим империяһының көнсығыш өлөшөндә тарала, унда грек мәҙәниәтенең көслө йоғонтоһо һиҙелә. Византия императоры Ираклия (610—641 г.) ваҡытында Сәсәниҙәр империяһын емереү менән василевс (дөрөҫөрәге, василевс василеон — «батшалар батшаһы») титулы Византия империяһы хакимының рәсми титулына әйләнә (элек Сәсәниҙәрҙә булған).

Мифик йән эйәһе[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Микен дәүеренең ҡайһы бер мәғлүмәттәре буйынса, «басилевс» тип шулай уҡ ниндәйҙер мифик грифҡа оҡшаш, бик аҡыллы һәм уңыш килтергән йән эйәһен атағандар. Урта көнсығышта был осорҙа « базилевс» һүҙе менән аҡыл һәм мәғрифәт символы булған арыҫлан кәүҙәле һәм бөркөт башлы йән эйәһе атайҙар. Ул алтын һаҡсыһы тип һаналған.

Галерея[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]