Басла күпере
Басла күпере | |
груз. იბესლეთის ხიდი | |
Дәүләт | |
---|---|
Барлыҡҡа килгән, эшләнгән | таш[d] |
Мираҫ статусы | Культурные памятники национального значения Грузии[d] |
Медиафайлы на РУВИКИ.Медиа |
Басла күпере (рус. Беслéтский мост, груз. ბესლეთის ხიდი) йәки Батшабикә Тамар күпере (груз. თამარის ხიდი) — Сухум ҡалаһы янында аҡҡан Басла йылғаһы аша һалынған күпер. Абхазияла XI—XII быуаттарҙан һаҡланып ҡалған берҙән-бер грузин граждан архитектураһы ҡомартҡыһы[1][2].
Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Күпер XI—XII быуаттарҙа төҙөлгән, уның аша тау үҙәндәренә юлдар үткән. Ул бик мөһим хәрби-стратегик әһәмиәткә эйә булған. Был диңгеҙ яғынан һаҡлап торған хәрби башня ҡалдыҡтарынан аңлашыла [2]. 1935 йылда төбәкте өйрәнеүсе И. Е. Адзинбой[2] күперҙең ҡабырғаһындағы юнылған таштарҙа боронғо грузин яҙмаһында христиан доғаһынан өҙөк табылған.Был яҙма палеографик билдәләр буйынса XI—XII быуаттарға ҡарай[3]. Күперҙең һул яҡ терәүендәге аҫҡы яғында тәре һәм «Т» хәрефе төшөрөлгән («т» һәм «у»).
Конструкцияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Бер тороҡло аркалы күпер . Арка көмбәҙе 13,3 метр оҙонлоҡта, шаҡмаҡ эзбизташ плиталар һалып эшләнгән. Ул хатта әле лә 8 тонна ауырлыҡты күтәрә ала. Күперҙең дөйөм оҙонлоғо 35 м, киңлеге — 4,7 метр тәшкил итә[2][4].
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ Челидзе, 1980, с. 283
- ↑ 2,0 2,1 2,2 2,3 Пачулиа, 1968, с. 26
- ↑ Г. А. Дзидзария. Очерки истории Абхазской АССР. — Сухуми: Абгосиздат, 1960. — С. 85.
- ↑ Архитектура Восточной Европы. Средние века // Всеобщая история архитектуры. — М.: Стройиздат, 1966. — Т. 3. — С. 365.
Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- В. П. Пачулиа. В краю золотого руна. — М.: Наука. Главная редакция восточной литературы, 1968. — С. 26.
- В. Челидзе. Исторические хроники Грузии. — Тб.: Мерани, 1980. — С. 283.