Басов Сергей Николаевич

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Хеҙмәт итеүе Рәсәй империяһы
Хәрби звание поручик[d]
Ғәскәр төрө Авиация
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
орден Святого Георгия IV степени орден Святого Владимира 4-й степени орден Святой Анны 3-й степени 3-сө дәрәжә Изге Станислав ордены орден Святой Анны 4-й степени
Заты ир-ат
Уҡыу йорто
Тыуған көнө 1 март 1892({{padleft:1892|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:1|2|0}})
Вафат булған көнө 29 октябрь 1917({{padleft:1917|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:29|2|0}}) (25 йәш)
Һуғыш/алыш
Юғалтыуҙың хәрби классификацияһы яуҙа һәләк була[d]
Тыуған урыны

Басов Сергей Николаевич (1 март 1892 йыл — 29 октябрь 1917 йыл) — Рәсәй империяһы хәрби осоусыһы, Беренсе донъя һуғышы геройы.

Биография[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Сергей Николаевич Басов 1892 йылдың 1 мартында Ҡыҙыл-Арват (хәҙер — Сердар, Төркмәнстан) ҡалаһында тыуған, поручик улы, сығышы менән Тверь губернаһы дворяндарынан.

Петр Полтава кадет корпусында белем ала, уны тамамлағас, 1909 йылда Николаев инженер училищеһына уҡырға инә. 1912 йылдың 6 авгусында подпоручик Сергей Басов училищенан Керчь ҡалаһының крепостнойҙар мина ротаһына хеҙәткә ебәрелә.

Беренсе донъя һуғышы осоронда Авиация курсының һауа флоты бүлегендә уҡый һәм 1914 йылдың 16 сентябренән Брест-Литва крепостной авиация отрядында (1914 йылдың 9 ноябренән — 26-сы корпус авиация отряды) хеҙмәтен дауам итә. 1914 йылдың 1 октябрендә поручик званиеһы ала.

1915 йылдың 14 мартында Басов 32-се корпусной авиация отрядына кесе офицер вазифаһына күсерелә һәм бер нисә көндән — 29 мартта үҙенең беренсе хәрби орденына лайыҡ була — ҡылыслы һәм таҫмалы 3-сө дәрәжә изге Станислав ордены.

Артабан Сергей Басов, хәрби лётчик булараҡ хеҙмәтен дауам итеп, тағы ла бер нисә орденға лайыҡ була: Изге Анна 4-се дәрәжә «Батырлыҡ өсөн» (1915 йылдың 15 июне), ҡылыслы һәм таҫмалы 4-се дәрәжә Изге Владимир (17 сентябрь 1915 йылдан) һәм 3-сө дәрәжә ҡылыслы һәм таҫмалы Изге Анна (1915 йылдың 14 октябрендә). Ниһәйәт, 1916 йылдың 1 мартындағы юғары бойороғо менән Басов Изге Георгий орденының 4 дәрәжәһе менән бүләкләнә.

1917 йылдың 29 октябрендә поручик Басов лётчик-күҙәтеүсе Мансветов менән дошманға ҡаршы һауа разведкаһы яһай. Һауа алышында уларҙың самолеты бәреп төшөрөлә, һәм Богдановка ауылы ике осоусы ла һәләк була.

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Нешкин М. С., Шабанов В. М. Авиаторы — кавалеры ордена Св. Георгия и Георгиевского оружия периода Первой мировой войны 1914—1918 годов: Биографический справочник. — М., 2006.