Батракова Мария Степановна

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Гражданлығы
Хеҙмәт итеүе СССР
Хәрби звание кесе лейтенант[d]
Ғәскәр төрө пехота[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Советтар Союзы Геройы
Ленин ордены I дәрәжә Ватан һуғышы ордены Ҡыҙыл Йондоҙ ордены «Батырлыҡ өсөн» миҙалы (СССР)
Һөнәр төрө военнослужащая
Заты ҡатын-ҡыҙ
Ерләнгән урыны
Тыуған көнө 21 ноябрь 1922({{padleft:1922|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:21|2|0}})
Вафат булған көнө 16 июнь 1997({{padleft:1997|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:16|2|0}}) (74 йәш)
Һуғыш/алыш
Вафат булған урыны
Тыуған урыны

Мария Степановна Батракова (Демидов) (1922 йылдың 21 ноябре[1] — 1997 йылдың 16 июне) Бөйөк Ватан һуғышы ҡатнашыусыһы, Көньяҡ фронттың 28-се армияһы, 118-се уҡсылар дивизияһы, 463-сө уҡсылар полкы батальон комсоргы, Советтар Союзы Геройы (1944), кесе лейтенант, Мелитополь ҡалаһының почётлы гражданы (1993).

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Мария Степановна Батракова 1922 йылдың 21 ноябрендә (башҡа мәғлүмәттәр буйынса — 1919) Уномерь[2][3] ауылында тыуған. Һуңыраҡ ғаилә Ленинградҡа[4] күсеп килгән. 1938 йылда урта мәктәпте тамамлай.

Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл армияла (РККА) 1939 йылдан. 1939—1940 йылдарҙағы совет-фин һуғышында ҡатнаша.

1941 йылда тағы Ҡыҙыл армияға саҡырыла һәм фронт һыҙығы аръяғына ебәрелә. «Эльза» исеме аҫтында комендатура канцелярияһында эшләй, немец ғәскәрҙәренең күсеүе тураһында мәғлүмәт тапшыра. Йәшерен эше асылғас, төрлө язалауҙарға дусар ителә. Аҫыр алдынан, төндә, Мария Батракованы, башҡа гестапо тотҡондары менән бергә, партизандар азат итә һәм ул госпиталгә оҙатыла.

Дауаланғандан һуң ҡабат фронтҡа ебәрелә. 1943 йылдың 30 авгусында Анастасиевский районы Кислицкий утары (хәҙерге Ростов өлкәһе Матвеев-Курган районы) эргәһендә гвардия кесе лейтенанты М. С. Батракова танк десантында ҡатнашыусы автоматсылар ротаһы составына индерелә. Дошмандың ҡойонло артиллерия уты аҫтында танктар ышыҡ урынға сигенергә мәжбүр була. Командирҙарын юғалтҡан 22 автоматсы йәшенеп ята, әммә комсорг Батракова яугирҙәрҙе алға әйҙәй, һәм немец позициялары яулана.

1943 йылдың 30 сентябрендә 1-се батальон Молочная. йылғаһын аша сығырға тейеш була. Һуғыш барышында Мария Батракова һәләк булған рота командирын алмаштыра, ҡаты яраланыуына ҡарамаҫтан, яугирҙәрҙе атакаға күтәрә. Дошман контратакаларына ҡарамай, яугирҙәр бейеклекте бер нисә тәүлек буйына тотоп тора.

1944 йылдың 19 мартында СССР Юғары Советы Президиумы указы менән командованиеның хәрби заданиеларын теүәл үтәгәне һәм немец-фашист илбаҫарҙары менән һуғыштарҙа күрһәткән ҡаһарманлығы һәм батырлығы өсөн кесе лейтенант Батракова Мария Степановнаға, Ленин ордены һәм «Алтын йондоҙ» миҙалы (№ 2759) тапшырылып, Советтар Союзы Геройы исеме бирелә.

Һуғыш тамамланғандан һуң М. С. Батракова (Демидова) Ленинградҡа әйләнеп ҡайта, йәмғиәткә файҙалы эштәр менән шөғөлләнә. 1997 йылдың 16 июнендә вафат була. Санкт-Петербургта Волково лютеран зыяратында ерләнгән.

Наградалары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Хәтер[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Мелитополь ҡалаһында (Украина) Мария Батракова урамы.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. В наградном листе указан 1919.
  2. Ныне Батецкий район Новгородской области.
  3. По другим данным — Петроград.
  4. Согласно «Книге Памяти Новгородской области» родилась в Петрограде, а детство и юность провела в деревне Уномерь

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Батракова (Демидова) Мария Степановна // Герои Советского Союза: Краткий биографический словарь / Пред. ред. коллегии И. Н. Шкадов. — М.: Воениздат, 1987. — Т. 1 /Абаев — Любичев/. — С. 128—129. — 911 с. — 100 000 экз. — ISBN отс., Рег. № в РКП 87-95382.
  • Воронин В. Во имя счастья // Героини: очерки о женщинах — Героях Советского Союза / ред.-сост. Л. Ф. Торопов; предисл. Е. Кононенко. — Вып. 1. — М.: Политиздат, 1969. — 447 с.
  • Батракова (Демидова) Мария Степановна // Книга Памяти. Новгородская область в годы Великой Отечественной войны. Материалы, документы, исследования / С. Ф. Витушкин. — Новгород: Кириллица, 1996. — С. 114—115. — 305 с. — 5000 экз.
  • Тэммо А. М., Вязинин И. Н. Отважная Мария // Золотые звёзды новгородцев. — Л.: Лениздат, 1987. — С. 96—101. — 271 с. — 15 000 экз.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]