Башҡортостан Республикаһы Башлығын һайлау (2024)

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
← 2019  Башҡортостан  2029 →
Башҡортостан Республикаһы Башлығын һайлау (2024)
6, 7, 8 сентябрь 2024 йыл
Радий Хабиров - официальный портрет (cropped).jpg No image available.svg Иван Сухарев Википедия (cropped).jpg
Кандидат Радий Хәбиров Артур Шәйнуров Иван Сухарев
Партия Берҙәм Рәсәй КПРФ ЛДПР
No image available.svg Нагорный.jpg
Кандидат Ильшат Тимерйәнов Владимир Нагорный
Партия Новые люди Ғәҙел Рәсәй

Башҡортостан Республикаһы Башлығын һайлау (2024) — 2024 йылдың 6-8 сентябрендә, дөйөм һайлау көнөндә үткән Башҡортостан Республикаһы Башлығын һайлау.

Башҡортостан Республикаһы Президенты вазифаһы бөтөрөлгәс, 2015 йылдың 1 ғинуарынан Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһы индерелә.

2018 йылдың октябрендә ике мөҙҙәт эшләгән Башҡортостан Республикаһы Башлығы Рөстәм Хәмитов шәхси сәбәптәр арҡаһында отставкаға китеүен белдерә[1]. Рәсәй Президенты Владимир Путин уның отставкаһын ҡабул итә һәм Красногорск мэры Радий Хәбировты Башҡортостан Башлығы вазифаһын башҡарыусы итеп тәғәйенләй[2].

2019 йылғы һайлауҙарҙа Радий Хәбиров «Берҙәм Рәсәй» партияһынан кандидат була һәм 82,02 процент тауыш йыйып, еңеү яулай[3]. Уның оппоненты, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты Юнир Ҡотлоғужин (КПРФ), ни бары 6,89 процент тауыш йыя, ә ҡалған алты кандидат бергә 10,17 процент тауыш бүлешә.

Хәбиров шулай уҡ 2023 йылғы Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайға депутаттар һайлауҙа «Берҙәм Рәсәй» исемлеген етәкләй[4].

2024 йылдың апрелендә Президент Владимир Путин менән осрашыу ваҡытында Хәбиров икенсе срокка кандидатураһын ҡуйырға ниәтләүен белдерә һәм ил башлығы тарафынан яҡлау таба[5].

Теркәлгән кандидаттар исемлеге[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Кандидаттың исеме,

сәйәси партия

Мәшғүллек Статус Һылт.
Радий Хәбиров

Берҙәм Рәсәй

Radiy Khabirov Башҡортостан Республикаһы Башлығы (2018 йылдан алып) Теркәлгән [5][6]
Владимир Нагорный

Ғәҙел Рәсәй

Нагорный.jpg Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты (2018 йылдан алып) Теркәлгән [7][8]
Артур Шәйнуров

Коммунистар партияһы

Өфө ҡала советы рәйесе урынбаҫары (2021 йылдан алып)

Башҡортостан Республикаһының элекке премьер-министры урынбаҫары (2013—2017)

Теркәлгән [9][10]
[11]
Иван Сухарев

ЛДПР

Ivan Sukharev Дәүләт Думаһы ағзаһы (2011 йылдан алып)

2014 һәм 2019 йылғы һайлауҙар кандидаты

Теркәлгән [7][12]
Илшат Тимерйәнов

Яңы кешеләр

Эшҡыуар Теркәлгән [13]

Теркәү үтә алмаған дәғүәселәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Владимир Барабаш («Граждандар көсө»), Башҡортостан Республикаһы Башлығы ҡарамағындағы Кеше хоҡуҡтары һәм гражданлыҡ йәмғиәтен үҫтереү буйынса советтың (СПЧ) элекке рәйесе (2019—2022), 2019 йылғы кандидат[9]
  • Азамат Ғәлин, эшҡыуар, йәмәғәт эшмәкәре[9]
  • Дилара Гундорова, йәмәғәт активисы, элекке дәүләт хеҙмәткәре[14]
  • Владимир Кобзев (РППСС), йәмәғәт эшмәкәре, блогер, 2019 йылғы кандидат[9]
  • Марат Мирхәйҙәров (Берҙәм Рәсәй), Байкал аръяғы крайы хөкүмәте рәйесе беренсе урынбаҫары (2019—2020 йылдар, 2023 йылдан алып).[15].
  1. Рустэм Хамитов объявил о досрочном сложении своих полномочий. glavarb.ru. Дата обращения: 25 февраль 2024.
  2. Радий Хабиров назначен временно исполняющим обязанности Главы Республики Башкортостан. glavarb.ru. Дата обращения: 25 февраль 2024.
  3. ЦИК Башкирии объявил Хабирова победителем на выборах главы республики. ria.ru. Дата обращения: 25 февраль 2024.
  4. "Единая Россия" сохранила большинство в Госсобрании Башкирии, улучшив результат. interfax-russia.ru. Дата обращения: 25 февраль 2024.
  5. 1 2 Встреча с главой Башкирии Радием Хабировым. kremlin.ru. Дата обращения: 9 апрель 2024.
  6. Хабиров Радий Фаритович. bashkortostan.vybory.izbirkom.ru. Дата обращения: 11 июнь 2024.
  7. 1 2 Выборы главы Башкортостана назначены на 8 сентября. idelreal.org. Дата обращения: 1 июнь 2024.
  8. Нагорный Владимир Александрович. bashkortostan.vybory.izbirkom.ru. Дата обращения: 11 июнь 2024.
  9. 1 2 3 4 Игра в поддавки: кто будет спарринг-партнером Радия Хабирова. prufy.ru. Дата обращения: 28 апрель 2024.
  10. КПРФ сдает кандидатский минимум. kommersant.ru. Дата обращения: 3 июнь 2024.
  11. Шайнуров Артур Альбертович. bashkortostan.vybory.izbirkom.ru. Дата обращения: 19 июнь 2024.
  12. Сухарев Иван Константинович. bashkortostan.vybory.izbirkom.ru. Дата обращения: 16 июнь 2024.
  13. Тимерьянов Ильшат Маратович. bashkortostan.vybory.izbirkom.ru. Дата обращения: 17 июнь 2024.
  14. Дилара Гундорова: на пост главы Башкирии меня выдвинет федеральная партия. prufy.ru. Дата обращения: 28 апрель 2024.
  15. Мирхайдарову снова прочат стать главой Башкирии. zab.ru. Дата обращения: 25 февраль 2024.