Башҡорт йорто болдоро

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Дәүләткилдеев Ҡасим Сәлиғәскәр улы
Башҡорт йорто болдоро, 1937
Ҡағыҙ, Акварель. 29,1×47 см
М. В. Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейы, Өфө

"Башҡорт йорто болдоро" — башҡорт совет рәссамы, 1937 йылдан СССР Рәссамдар союзы ағзаһы, башҡорт рәссам сәнғәтенә нигеҙ һалған Дәүләткилдеев Ҡасим Сәлиғәскәр улы әҫәре.Рәсем ҡағыҙға акварель буяу менән төшөрөлгән, дәүмәле 29,1×47. Ул М.В.Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейында һаҡлана [1].

Рәссамдың биографияһынан[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Дәүләткилдеев Ҡасим Сәлиғәскәр улы 1887 йылдың 11 апрелендә Өфө губернаһы Күгел ауылында (хәҙерге Благовар районы) донъяға килгән. Йәшләй етем ҡалыу сәбәпле, Өфө ҡалаһындағы туғандарында тәрбиәләнә. Петербургта Юғары художество-сәнәғәт училищеһын тамамлап, Художество академияһына уҡырға инә, әммә уны тамамлай алмай, 1917 йылда Өфөгә ҡайта. Бында ул ғүмеренең ахырынаса (1947 йылғаса) йәшәй һәм ошонда вафат була. Ул Өфөләге Мосолман зыяратында ерләнгән.

1926 йылда Өфөлә сәнғәт училищеһы асылғас, Ҡасим Дәүләткилдеев унда эшләй башлай, ул башҡорттар араһынан беренсе рәсем сәнғәте уҡытыусыһы була.

20-се һәм 30-сы йылдарҙа ул халыҡ сәнғәте әҫәрҙәрен йыйыу маҡсаты менән республика буйлап сәфәрҙә йөрөй, 1928 йылда ул төпкөл Белорет районына ла барып сыға һәм ошонда башҡорт рәсем сәнғәте хазинаханаһына инеп ҡалырлыҡ әҫәрҙәрен ижад итә (Зәңгәр күлдәкле башҡорт ҡыҙы, «Һунарсы башҡорт», «Башҡорт йортоноң болдоро» һ. б.).

Рәсемдең тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Бер төркөм рәссамдар Ҡасим Дәүләткилдеев, Юлий Блюменталь, Александр Тюлькин 1928 йылдың йәйендә республика буйлап ижади экспедицияға юллана. Улар төпклдә урынлашҡан Тамъян-Ҡатай кантоны (хәҙерге Белорет районының) Инйәр ҡасабаһына киләләр, өс саҡрымда ғына урынлашҡан Уҫманғәле ауылында уҡытыусы Зәйнулла Хажиәхмәтовҡа фатирға төшәләр [2]. Ҡасим Дәүләткилдеев тап ошо йорттоң болдорон мәңгеләштереп ҡалдырған да инде. «Башҡорт йортоноң болдоро» тип атала был әҫәр.

Йорт хужаһы Зәйнулла Хажиәхмәтов ауылдың беренсе уҡытыусыһы, революцияға тиклем Үтәш мәҙрәсәһен, педагогия институтын тамамлаған юғары белемле кеше була. 1937 йылда ул контрреволюцион эшмәкәрлектә ғәйепләнеп, ҡулға алына. 1942 йылда аҡланып ҡайта, әммә тиҙҙән һуғышҡа ебәрәләр. Ул Курск дуғаһында һәләк булып ҡала.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. [https://www.tg-m.ru/catalog/picture/5611 В. Сорокина, С. Игнатенко. Музей на реке Белой - "Галерея", 2007,№ 3, с.16
  2. Илдар Шәрипов. Зәңгәр күлдәкле башҡорт ҡыҙы. — «Тамаша», 2014, № 4

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Илдар Шәрипов. Зәңгәр күлдәкле башҡорт ҡыҙы. — «Тамаша», 2014, № 4

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]