Башҡорт ҡорто

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте

Башҡорт ҡорто (рус. Башкирская пчела) — урта рус бал ҡорто тоҡомоноң башҡорт популяцияһы. Башҡа тоҡомдарҙан ҡуйы һоро төҫтә һәм ҙурыраҡ булыуы менән айырыла.

Үҙенсәлектәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Эшсе ҡорттарҙың тән оҙонлоғо (миллиметрҙа) — 12 — 14, әре ҡорттоң — 15 — 17, инә ҡорттоҡо 20 — 25. Мороно ҡыҫҡа — 5,7 — 6,3 мм. Ауырлығы (миллиграммда): йәш ҡорттарҙыҡы (йомортҡа күҙәнәгенән сыҡҡанда) — яҡынса 105—110, әре ҡорттарҙыҡы — 210—250, аталанмаған инә ҡорттарҙыҡы — 190—200, аталанған инә ҡорттарҙыҡы — йомортҡа һалыу осоронда — 300-гә тиклем һәм унан да күберәк.

Башҡорт бал ҡорто айырыусан, айырыу торошо — 80-гә яҡын процент; инә ҡорт күҙәнәктәре һаны 5 — 7-гә, ҡайһы берҙә 20-гә етә.

Башҡорт бал ҡортоноң ҡышҡы һыуыҡтарға сыҙамлы, умартала осмайынса 6 — 7 ай тора ала, бал ҡорто ауырыуҙарына (варроатоз, Европа сереге, нозематоз һәм япраҡ балына ағыуланыу) бирешмәй.

Бал йыйыуы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Монофлор типтағы (йүкә, ҡарабойҙай) бал йыйыуға яраҡлашҡан һәм күп миҡдарҙа бал йыя. Оя өҫтөндә өҫтәмә бал запасы туплау башҡорт бал ҡортоноң үҙенсәлеге булып тора. Төп бал йыйыу осоро етеү менән бал ҡорттары умарталарҙың 2-се корпусын йәки магазиндарҙы бал менән тултыра. Бал ҡорттары баллы кәрәҙ күҙәнәктәрен мисәтләгәндә бал һәм балауыҙ ҡапҡасы араһында һауа ҡатламы ҡалдыра (ҡоро мисәтләү). Бындай кәрәҙҙәр аҡ төҫтә була һәм балдың юғары сифатлы булыуын күрһәтә. Балауыҙ етештереүе һәм әҙерләгән һитә күләме буйынса башҡорт бал ҡорто бөтә тоҡомдарҙан да өҫтөн тора.

Һаҡланып ҡалған урындары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Тәбиғи һәм яһалма йәшәү урындарында (ағас ҡыуышы, солоҡ, түмәр умарта) һәм Бөрйән районында, уның менән сиктәш Белорет, Йылайыр, Ишембай, Күгәрсен, Мәләүез райондарында, шулай уҡ Тәтешле һәм Яңауыл райондарында ҡайһы бер умарталыҡтарҙа һаҡланып ҡалған.

Башҡорт бал ҡорто 20-се Халыҡ-ара умартасылыҡ конгресында (Бухарест ҡалаһы, 1965) көмөш миҙалға лайыҡ була.

Өйрәнеү[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Башҡорт бал ҡортоноң биологик һәм морфологик үҙенсәлектәрен өйрәнеүҙе В. И. Ленин исемендәге Бөтә Союз ауыл хужалығы фәндәре академияһы (В. В. Алпатов, А. Г. Кожевников) ғалимдары алып бара. Башҡорт дәүләт аграр университетында (М. Ғ. Ғиниәтуллин, Ә. Ғ. Маннапов, Д. Т. Шакиров, И. В. Шәфиҡов), Башҡортостандың бал ҡорто һәм апитерапия буйынса ғилми-тикшеренеү үҙәгендә (Ә. М. Ишемғолов, Р. З. Исҡужин, Н. В. Хәйруллин), Шүлгәнташ ҡурсаулығында (М. Н. Косарев, Г. А. Чиглинцев һәм башҡалар) комплекслы тикшеренеүҙәр алып барыла.

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Башҡорт бал ҡорто – милли байлыҡ 5 март 2022, Башҡорт бал ҡорто – милли байлыҡ[1]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]