Безденежных Сергей Вячеславович
Дәүләт | |
---|---|
Һөнәр төрө | сәйәсмән, дәүләт эшмәкәре |
Рәсми сайт | безденежных.рф |
Биләгән вазифаһы |
|
5 декабрь 2019 | |
Заты | ир-ат |
Уҡыу йорто | |
Тыуған көнө | 25 август 1979 (45 йәш) |
Сәйәси фирҡә ағзаһы | |
![]() | |
Ойошма ағзаһы | Федерация Советы |
Тыуған урыны | |
![]() |
Безденежный Сергей Вячеславович (25 август 1979 йыл) — Рәсәй сәйәсмәне, РФ Федераль Йыйылышының Федерация Советында Хабаровск крайының Закондар сығарыу думаһы — дүләт власының законар сығарыу (вәкиллекле) органы вәкиле (2019—2024[2].
Биографияһы
Сергей Вячеславович Безденежных Хабаровск крайының Амур ҡалаһында 1979 йылдың 25 авгусында тыуа.
2005 йылда Хабаровск сәнәғәт-иҡтисад техникумында уҡыуын тамамлай. «Социаль тәьминәт хоҡуғы» һөнәре буйынса юрист квалификацияһы бирелә. 2009 йылда Тымыҡ океан дәүләт университетын «юриспруденция» һөнәре буйынса тамамлай[3].
2005 йылда «Алькума» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенә юрист вазифаһында эшкә урынлаша, 2006 йылда был предприятиеның директоры итеп тәғәйенләнә һәм 2015 йылға тиклем эшләй.
2007—2019 йылдарҙа бер үк ваҡытта шәхси эшҡыуар.
2014 йылда Хабаровск крайы алтынсы саҡырылыш Закондар сығарыу Йыйылышы депутаты итеп һайлана (даими булмаған нигеҙҙә).
2019 йылдың ғинуарынан 2019 йылдың сентябренә тиклем «Неомакс-Бизнес» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтендә хоҡуҡи мәсьәләләр буйынса генераль директор урынбаҫары булып эшләй[4].
2019 йылдан Хабаровск крайы Закондар сығарыу йыйылышы депутаты, дәүләт ҡоролошо һәм урындағы үҙидара буйынса комитетты етәкләй.
25 йыл Рәсәйҙең Либераль-демократик партияһында. Төбәк бүлексәһенең Координация советы ағзаһы. 2008—2014 йылдарҙа Хабаровскиҙың Индустриаль районы территориаль һайлау комиссияһы ағзаһы була.
2019 йылдың сентябрендә Хабаровск крайы Закондар сығарыу думаһы депутаты итеп һайлана. Хабаровск крайы Закондар сығарыу думаһының дәүләт ҡоролошо һәм урындағы үҙидара комитеты рәйесе, дәүләт ҡоролошо һәм урындағы үҙидара буйынса комитет рәйесе булып эшкә урынлаштырыла.
2019 йылдың 4 декабрендә депутаттарҙың күпселек тауышы менән Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышының Федерация Советына сенатор итеп тәғәйенләнә, вәкәләттәрҙең срогы - 2024 йылдың сентябренә тиклем[5].
Өйләнгән. Ҡыҙ тәрбиәләй.
Иҫкәрмәләр
- ↑ https://sanctions.nazk.gov.ua/en/sanction-person/683/
- ↑ Структура . Совет Федерации Федерального Собрания Российской Федерации. Дата обращения: 17 декабрь 2019.
- ↑ BFM.ru. Член ЛДПР Безденежных стал сенатором от Хабаровского края . BFM.ru - деловой портал. Дата обращения: 17 декабрь 2019.
- ↑ Безденежных, Сергей Вячеславович . ТАСС. Дата обращения: 17 декабрь 2019.
- ↑ Представитель ЛДПР Сергей Безденежных стал сенатором от Хабаровского края . ТАСС. Дата обращения: 17 декабрь 2019.
Һылтанмалар
- Безденежных Сергей Вячеславович . Совет Федерации. Дата обращения: 17 декабрь 2019.
- Официальный сайт