Бейек күпер (Рендсбург)

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Бейек күпер
Административ-территориаль берәмек Рендсбург и Остеррёнфельд[d]
Дәүләт
Адрес An der Hochbrücke
Нигеҙләү датаһы 1913
Өҫтөнән/аҫтынан үтә Кильский канал[d], Wehrau[d] и Bundesstraße 202[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Нимә менән тоташа
Мираҫ статусы мәҙәниәт ҡомартҡыһы[d]
Проектировщик Friedrich Voss[d]
Число пролётов 58
Оҙонлоҡ
  • 2486 метр
Несёт на себе Neumünster–Flensburg railway[d] и Rendsburg suspension ferry[d]
Файл:Rendsburger Hochbrücke-msu-0766-.jpg
Рәсми асылған ваҡыты 2 декабрь 1913
Урынлашыу картаһы
Логотип РУВИКИ.Медиа Медиафайлы на РУВИКИ.Медиа

Бейек күпер (Рендсбург) (нем. Rendsburger Hochbrücke, рәсми рәүештә Eisenbahnhochbrücke Rendsburg) — Ноймюнстер-Фленсбург линияһындағы тимер юл виадугы, ул шулай уҡ осоусы аҫылмалы паром сифатында хеҙмәт итә. Күпер Шлезвиг-Гольштейн еренә ҡараған Рендсбург ҡалаһындағы Киль каналын киҫеп үтә. Ул каналды үҙ ҡулында тотҡан тһәм уның менән идара иткән Wasser -und Schifffahrtsverwaltung des Bundes федераль милкенә ҡарай. Күпер 2013 йылда Германия инженер-архитектура сәнғәтенең тарихи ҡомартҡыһы тип таныла.

Тарих[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Киль каналы (элек Кайзер Вильгельм Каналы) 1887—1895 йылдарҙа төҙөлә һәм бында булған транспорт магистралдәрен, шул иҫәптән ике боролошло параллель күперле Фленсбург һәм Ноймюнстер тимер юл линияһын өҙә. 1907 йылда каналды киңәйтеү планлаштырыла һәм быға булған бар ҡаршылыҡтар бөтөрөлә[1].

Магистраль тимер юл линияһы караптар өҫтөнән үтергә хоҡуҡлы була, шунлыҡтан караптар, күпер аша барған поездарҙың үтеүен яртышар сәғәт буйына көтөп торорға мәжбүр булғандар. Караптар тар канал буйлап барғанда бер-береһен ҡыуып үтә алмаған, бары тик был маҡсатта канал киңәйтелгән ерҙә генә маневр яһай алған, ә бындай хәл каналдағы трафикты ҡыйынлаштырып торған.

Караптар каналдан ҡаршылыҡһыҙ үтһен өсөн, яңы күперҙең бейеклеген 42 метрға тиклем күтәреп төҙөргә кәрәк була, ә был ваҡытта булған линиялар каналдан бары тик 7 метр тирәһе юғары бейеклектә генә үткән; шуға күрә күтәрелгән юлдар 36,5 метр самаһы бейеклектә торорға тейеш була, шул иҫәптән түбәнге ферманың ҡалынлығын һыйҙырыу өсөн өҫтәмә 1,5 метрҙы ла иҫәптә тоторға тейеш була. Күпергә талап тайпылыштар (күтәрелештәр) 1:150 (һәр бер 150 метр араһында күпер бер метр өҫкәрәк ҡалҡытыбыраҡ төҙөлөргә тейеш була), бының өсөн ныҡ бейек ер өйөмдәре төҙөргә һәм күперҙе ике яғынан да 5,5 км-ға асырға кәрәк була[1].

Проектлау һәм төҙөү[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1911—1913 йылдар араһында күперҙе төҙөү Фридрих Восс (1872—1953) проекты буйынса алып барыла һәм элекке күтәртелеп айырыла торған күперҙәрҙе алмаштыра[2].

Ҡорос виадуктың оҙонлоғо 2486 метр була һәм өҫтәмә өйөмдәр менән тулыландырыла, улар күпер конструкцияһының дөйөм оҙонлоғон 7,5 километрға тиклем арттыра. Төп күпер консоленең оҙонлоғо 317 метр тәшкил итә, төп арауығы 140 метр оҙонлоҡта һәм ул һыу каналынан 42 метр юғары кимәлдә тора[2].

Төп күпер янынан бер нисә метрҙа ғына торған ер өҫтөндәге Рендсбург станцияһына барыу өсөн тимер юл линияһы каналдың төньяғында 360 градуслы Рендбург элмәге аша үтә (Рендсбургский элмәк)[2].

Дөйөм төҙөү эштәренең хаҡы 13,4 миллион марка тәшкил иткән. Шул иҫәптән 5,7 миллион марка күпер төҙөү өсөн тотола һәм 2,7 миллион марка ер күтәртеү өсөн, ә 1,3 миллион марка юлдарҙы күсереү һәм юл үткәүелдәрен төҙөүгә китә[1].

Осоусы паром[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Schwebefähre (аҫылмалы паром) һәр көн һайын 15 минут аша иртәнән төнгә тиклем йөрөй. 125 метр араны ул 1,5 минут дауамында үтә һәм Остерренфельд муниципалитеты менән Рендсбург ҡалаһын бәйләүсе иң ҡыҫҡа юл булып тора. Бындай юл бигерәк тә мәктәпкә йөрөгән уҡыусылар өсөн уңайлы. Паромдың ремонт эштәре мәктәп каникулдарына ярашлы алып барыла[3].

Осоусы аҫылмалы паромдың оҙонлоғо ун дүрт метр һәм ул канал һыуы өҫтөнән 6 м юғарылыҡта тора. Күперҙең үҙ навигация ҡоролмаһы бар, шунлыҡтан уны йөрөтөү өсөн эске карап йөрөтөү лицензияһының кәрәклеге юҡ[3].

1993 йылдың ғинуарында булған шторм ваҡытында яҡтыртылмаған аҫылмалы платформаны ел ҡолата һәм ул корабль менән бәрелешә. Бәхеткә күрә, платформа һәм карап ҙур зыян күрмәй[3].

2016 йылдың 8 ғинуарында платформа Evert Prahm ҡоро йөк ташыусы карабы менән бәрелешә. Күпер ныҡ зыян күрә[4]. Ул һүтелә һәм зыян күләмен баһалау һәм ремонт эшләү өсөн верфҡа оҙатыла. Бында ул бер нисә ай тора[5].

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Рендсбург элмәге
  • Киль каналы

Галереяһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]