Белавин утары

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Утар
Белавин
49°18′00″ с. ш. 41°59′44″ в. д.HGЯO
Ил Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы
Федерация субъекты Ростов өлкәһе
Муниципаль район Боковский
Ауыл биләмәһе Боковское
Тарихы һәм географияһы
Нигеҙләнгән 1810
Диңгеҙ кимәленән бейеклеге 108 м
Халҡы
Халҡы 323 кеше (2010)
Һанлы идентификаторҙар
Телефон коды +7 86382
Почта индексы 346254
Автомобиль коды 61, 161
ОКАТО коды 60 207 811 005
ОКТМО коды 60 607 411 111
Показать/скрыть карты
Белавин утары (Рәсәй)
Белавин
Белавин утары (Ростов өлкәһе)
Белавин

Белавин — Ростов өлкәһенең Белавин утары.

Боков ауыл биләмәһе составына инә.

Тарих[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Белавин утарына 1810 йылда нигеҙ һалынған[1].

1918 йылда Үрге Дон округын төҙөгәндә Белавин утары менән бергә 11 утар Боковская станицаһына буйһонған була[2].

2013 йылдың июнендә Боковская станицаһы — Белавин утары — Дубовский утары автомобиль юлының 9-cы километрындағы күпер реконструкциялана. Дөйөм ҡулланылыштағы автомобиль юлдарындағы ремонт эштәрен ЯАО «СПП» алып бара. Был эш иҫке күперҙе демонтажлауҙан башлана, объект тулыһынса 2013 йылдың декабрь башында әҙер булырға тейеш[3].

2014 йылдың 24 авгусында утар үҙенең 204 йыллығын билдәләй. Ауыл мәҙәниәт йорто эргәһендәге территорияла был уңай менән күңелле байрам ойошторола.

2015 йылда Ростов өлкәһе Боков районында 1940-сы йылдарҙа һәләк булған һалдаттар иҫтәлегенә «Геройҙар үлмәй» мемориаль комплексы асыла. Был ваҡиға Белавин утары территорияһында табылған совет һалдаттарының һөйәктәрен ҡабаттан ерләү менән бәйле була[4].

Географияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Диңгеҙ кимәленән 108 метр бейеклектә урынлашҡан[5].

Утар аша Чир йылғаһына ҡойоусы Кривая йылғаһы үтә.

Урам[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Утарҙа өс урам бар — Йылға аръяғы, Үҙәк һәм Дала урамдары.

Инфраструктураһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

«Белавин» ауыл хужалығы предприятиеһы кооперативы бар[6].

Ауыл мәҙәниәт йорто һәм китапхана бар[7].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]