Беларусь Республикаһы хөкүмәт йорто

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Иҫтәлекле урын
Беларусь Республикаһы хөкүмәте йорто
Беларусь Республикаһы хөкүмәте йорто Бойондороҡһоҙлоҡ майҙанында (Минск)
Беларусь Республикаһы хөкүмәте йорто Бойондороҡһоҙлоҡ майҙанында (Минск)
Ил Беларусь Республикаһы
Ҡала Минск
Координаталар 53/53/46.02/N/27/32/41.2/E
Архитектура стиле конструктивизм
Проект авторы Иосиф Григорьевич Лангбард
Төҙөлөшө 19301934 йылдар

Беларусь Республикаһы хөкүмәте йорто (бел. Дом урада) — Минск ҡалаһындағы Беларусь Республикаһы хөкүмәте йорто. Бойондороҡһоҙлоҡ майҙанында урынлашҡан. Бинала закондар сығарыусы дәүләт власы органы — Беларусь Республикаһы Милли йыйылышы (парламент) эшләй, ул ике палатанан тора — Вәкилдәр палатаһы һәм Республика советы. Бинала илдең үҙәк башҡарма власть органы — Беларусь Республикаһы Министрҙар Советы (хөкүмәте), Беларусь Республикаһы Президент китапханаһы, башҡа дәүләт учреждениелары эшләй.

Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Бина архитектор Иосиф Григорьевич Лангбардтың проекты буйынса 1930—1934 йылдарҙа төҙөлә.

Белорус ССР-ы Хөкүмәте йортон проектлауға конкурс 1929 йылда уҙғарыла. Конкурста шулай уҡ Л. В. Руднев, И. И. Фомин, Н. А. Троцкий һәм башҡа билдәле архитекторҙар ҡатнашҡан. И. Г. Лангбардтың эше конкурста иң яҡшыһы тип таныла.

Минск был йылдарҙа реконструкция һәм үҫеш генераль планы булмай, уның үҙәк өлөшө тығыҙ урынлашҡан биналар менән ҡапланған була. Шунлыҡтан хөкүмәт бинаһын ҡаланың көнбайыш өлөшөндә төҙөү тураһында ҡарар ҡабул ителә.

Бинаны кеше ҡулы менән төҙөйҙәр, төҙөлөштә экскаватор, бульдозер һәм башня крандары ҡулланылмай. Был осор республикала төҙөлөш механизмдары булмаған тиерлек, цемент һәм металл ҙур дефцитта була. Фундамент өсөн соҡорҙо ҡул менән ҡаҙып, тупраҡты арбаларҙа сығарғандар. Берҙән-бер механизм — бүрәнәләрҙән төҙөлгән шахта күтәргесе кирбесте һәм башҡа төҙөлөш материалдарын юғарыға күтәреү өсөн файҙаланылған. 1930-сы йылдарҙа Хөкүмәт йорто Минск ҡалаһында иң бейек ҡоролма булмаған.

Лангбард проектында дөйөм халыҡ байрамдары көндәрендә демонстрациялар һәм хәрби парадтар уҙғарыу өсөн майҙан булдырыу ҡаралған. Монументаль һынлы сәнғәт булдырыуҙа рәссам И. Бродский ҡатнашҡан, ул бер нисә картиналар һәм портреттар төшөргән. Вестибюль, кулуар һәм ултырыштар залы фойеһы түбәләрен рәссамдар И. Френк һәм М. Лебедева биҙәгән. Лангбард һәм скульптор М. Керзин етәкселегендә йәш белорус скульпторҙары З. Азгур, А. Бембель, А. Орлов, А. Глебов, Г. Измайлов «фәнни коммунизм нигеҙләүселәре һәм пролетар инҡилабы юлбашсылары»ның скульптура портреттарын яһай.

И. Г. Лангбард тәҡдиме буйынса Хөкүмәт йорто алдында В. И. Ленин һәйкәле ҡуйыла. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында һәйкәл ҡолатыла, барельефлы пьедестал ғына тороп ҡала. Арҡа сигенеү алдынан немецтар Хөкүмәт йортон һәм башҡа иҫән ҡалған биналарҙы миналар ҡуя, әммә совет ғәскәрҙәренең һөжүме шартлатыуҙан һаҡлап ҡала. Минск азат ителгәс Ленин һәйкәле тиҙ арала тергеҙелә. Барельефта флагта белорус теленең 1933 йылда ғәмәлдән сыҡҡан тарашкевица формаһында «Уперад пад сьцягам Леніна да перамогі комунізму» (башҡортса «Ленин байрағы аҫтында коммунизм еңеүенә алға») тип яҙылған.

Галерея[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ҡалып:Достопримечательности Минска