Беллер Ольга Александровна
Заты | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Уҡыу йорто | |
Тыуған көнө | 25 сентябрь 1973 (51 йәш) |
Һөнәр төрө | спортсменка |
Тыуған урыны |
Беллер Ольга Александровна (25 сентябрь 1973 йыл) — спортсы-шашка уйнаусы (халыҡ-ара һәм рус шашкалары), тренер. Тиҙ программа буйынса Рәсәй чемпионы (2001 йыл), шәхси-команда Рәсәй чемпионатының бронза призеры (2002 1-9 март, Тверь), РСФСР профсоюздарының физкультура-спорт йәмғиәте беренселеге еңеүсеһе (1986), ҡыҙҙар араһында рус шашкаһы буйынса РСФСР беренселегенең көмөш (1987) һәм бронза (1991) призеры. Рәсәй йыйылма командаһы составына инә.
Биографияһы
Ольга Александровна Беллер (ҡыҙ фамилияһы Кувайцева) 1973 йылдың 25 сентябрендә Башҡорт АССР-ының Ишембай ҡалаһында тыуған.
2-се урта дөйөм белем биреү мәктәбен, Ишембай нефть колледжын (1994), Стәрлетамаҡ физик культура техникумын (2007), Стәрлетамаҡ физик культура институтын (2010) тамамлаған.
Ҡаҙаныштары
12 йәшендә ҡатын-ҡыҙҙар араһында БАССР чемпионы була (1985). Ишембай ҡалаһының 2-се урта мәктәбе командаһы: Анатолий Татаренко, Дмитрий Фролов, Ольга Кувайцева, Ольга Титова составында ВЛКСМ Үҙәк Комитеты призына «Чудо-шашки» ярыштарының РСФСР беренселеге еңеүсеһе һәм СССР беренселеге призеры (1987).
Ишембай шашка мәктәбе тәрбиәләнеүсеһе (тренерҙары: В. И. Мильшин, В. А. Русинов). Шашка буйынса олимпия резервының Ишембай республика балалар һәм үҫмерҙәр махсус спорт мәктәбе тренеры (1990).
Әҙәбиәт
- БЕЛЛЕР Ольга Александровна // Ишимбайская энциклопедия. — Уфа: Башкирская энциклопедия, 2015. — С. 102. — 656 с. — 3000 экз. — ISBN 978-5-88185-205-4.