Белякова Лидия Ивановна
Ғилми дәрәжә | медицина фәндәре докторы[d] |
---|---|
Гражданлығы | |
Заты | ҡатын-ҡыҙ |
Уҡыу йорто | |
Тыуған көнө | 18 ғинуар 1929 (96 йәш) |
Эш урыны | |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Һөнәр төрө | табип |
Тыуған урыны |
Белякова Лидия Ивановна (18 ғинуар 1929 йыл) — СССР һәм Рәсәйҙең ғалим-логопеды, табип, педагог, медицина фәндәре докторы (1982), Мәскәү дәүләт педагогия университетының дефектология факультетында логопедия кафедраһы профессоры (1987)[1]. Мәскәү дәүләт педагогия университетының Почетлы профессоры[2], «Хеҙмәт ветераны», «Мәскәүҙең 850-йыллығына»[3] миҙалдары менән бүләкләнгән.
Биографияһы
Лидия Ивановна Белякова Татар АССР-ы Зеленодольск (Йәшел үҙән) ҡалаһында 1929 йылдың 18 ғинуарында тыуған.
1952 йылда И. М. Сеченов исемендәге 1-се Мәскәү медицина институтын «дауалау эше» һөнәре буйынса тамамлай. 1952—1955 йылдарҙа Авиация медицинаһы институтының психология бүлегендә эшләй. 1956—1960 йылдарҙа — СССР Фәндәр академияһының Юғары нервы эшмәкәрлеге институтының аспирантураһына уҡырға инә. 1962 йылда «Сравнительное исследование действия люминала и гексамидина на высшую нервную деятельность детей, больных эпилепсией» темаһына кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлай[1][2][3]. Лидия Ивановна Белякова СССР Медицина фәндәре академияһының Балаларҙың һәм үҫмерҙәрҙең юғары нервы эшмәкәрлеге лабораторияһында оҙаҡ йылдар буйынса хеҙмәт итә. Ул шулай уҡ Алжирҙың Оран ҡалаһында табип-психиатр булып та эшләй.[3].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
- «Хеҙмәт ветераны» миҙалы,
- «Мәскәүҙең 850-йыллығына» миҙалы.