Бенефистан һуң (хикәйә)

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Бенефистан һуң
Жанр хикәйә
Автор Антон Павлович Чехов
Төп нөхсә теле русса
Ижат ителгән ваҡыты 1885
Тәүге тапғып нәшер ителгән 1885

Бенефистан һуң  — хикәйә. Антон Павлович Чехов уны 1885 йылда яҙа. Хикәйә «Петербург гәзитенең» 261-се һанында 1885 йылдың 23 сентябрендә А. Чехонте ҡултамғаһы аҫтында сыға.

Баҫмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

А. П. Чеховтың «После бенефиса» хикәйәһе «Петербург гәзитенең» 261-се һанында 1885 йылдың 23 сентябрендә А. Чехонте ҡултамғаһы аҫтында сыға.

Сюжет[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Бенефистан һуң «Вѣнецыя» ҡунаҡханаһының бер номерында трагик Унылов һәм артист Тигров ултыра. Улар алдында торған өҫтәлдә араҡы, ҡыҙыл шарап, коньяк һәм сардина балығы. Унылов күтәренке кәйеф менән үҙенең театрҙа сығыш яһауы һәм 123 һум 80 тин аҡса эшләп алыуы тураһында һөйләй.

Аҡса тураһындағы һүҙҙәрҙе ишеткәс, Елецтағы яңыраҡ үлгән олатаһы янына барып килер өсөн Тигров унан бүләккә егерме «талер» һорай, әгәр шул аҡса булмаһа, уға йәйәү китергә тура киләсәген белдерә. Был үтенесте ишеткән Унылов алған аҡсаһының алдан планда тотҡан әйберҙәрҙе һатып алырға аҡсаһы етерме-юҡмы икәнлеген иҫәпләй башлай. Артистар сиратлашып үҙҙәренә һәм театрға нимәләр алырға кәрәк икәнен иҫкә төшөрә. Уныловтың үҙенә пальто һатып алырға кәрәклеген иҫкә төшөргәс, Тигровҡа аҡса ҡалмағаны билдәле була. Тигров Уныловты эгоизмда ғәйепләп: «Әгәр минең аҡсам булһа , һинән йәлләп торо инемме ни? Бер йөҙҙө... өс йөҙҙө... меңде... теләгән тиклем ал! Ата-әсәйемдән миңә ун мең тороп ҡалғайны. Барыһын да актерҙарға таратып бирҙем!..» - ти.

Унылов Тигровҡа егерме һум аҡсаһын бирә. Бынан һуң улар икәүләшеп вокзалға китә. Вокзалда артистар һыра, ҡыҙыл шарап, тәғамлыҡ һатып ала, һәм улар Тигровтың Елецҡа китергә тейешлеген бөтөнләй онота, өҫтәүенә уларға комик Дудкин килеп ҡушыла. Дудкин артистарҙың вокзалда күңел асҡандарына ғәжәпләнә һәм уларҙы башҡа артистар йыйылған «Бель-вю»ға саҡырып алып китә. «Бель-вю»ның счеты Уныловтың барлыҡ бенефис өсөн алған аҡсаһын үҙ эсенә йота .

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Чехов А. П. После бенефиса// Чехов А. П. Полное собрание сочинений и писем: В 30 т. Сочинения: В 18 т. / АН СССР. Ин-т мировой лит. им. А. М. Горького. — М.: Наука, 1974—1982.
  • Dictionnaire Tchekhov, page 20, Françoise Darnal-Lesné, Édition L'Harmattan, 2010, ISBN 978 2 296 11343 5.
  • Le Produit de la soirée de gala au profit de l'acteur Ounylov - Œuvres de A.Tchekhov 1885, page 162, traduit par Madeleine Durand et Édouard Parayre, Les Éditeurs Français Réunis, 1955, numéro d’éditeur 431.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]