Берге замогы
Берге замогы | |
Дәүләт | |
---|---|
Рәсми сайт | schloss-berge.de (нем.) |
Мираҫ статусы | архитектура ҡомартҡыһы[d] |
Административ-территориаль берәмек | Gelsenkirchen-Nord (district)[d][1] |
Медиафайлы на РУВИКИ.Медиа |
Берге замогы ( нем. Schloss Berge) — Гельзенкирхен ҡалаһының (Германия) Бюр районындағы замок, Эрль ауылын һаҡлау өсөн вассербург булараҡ төҙөлгән. 1433 йылға тиклем Берге замогы фон Берге ғаиләһенең нәҫелдән килгән замогы булған. XVIII быуаттың һуңғы сирегендә реконструкцияланған бина һуңғы барокко һәм классицизм һыҙаттарына эйә.
Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Замоктың барлыҡҡа килеү ваҡыты аныҡ билдәле түгел. Замоктың беренсе хужаһы булып рыцарь Дитрих фон Берге (1272 й.) торған. Унан һуң замок алты быуын дауамында атанан улына тапшырылған, 1433 йылда тоҡомдоң һуңғы вәкиле Герлах фон Бергеның балалары булмаған. Уның тол ҡатыны имениены рыцарь Генрих фон Бакемға һатҡан. Фон Бакемдарҙың ир-ат яғы Йорген фон Бакемдың вафатынан һуң 1521 йылда өҙөлә һәм замок Георг фон Боененға — Гартлиб Бакемдың иренә (Йоргендың ҡыҙы) күсә. 1530 йылда Берге замогын оборона ҡәлғәһенән йәшәү өсөн уңайлы барокко бинаһы итеп яңынан ҡороу башлана. Артабан 250 йыл дауамында фон Боенендар ғаиләһенең байлығы арта, был Берге замогының үҫешенә йоғонто яһамай ҡалмай. Ул Эмшерҙан төньяҡҡа ҡарай иң абруйлы һарайҙарҙың береһе була. XVIII быуат башында замоктың көньяҡ яғында француз стилендә парк булдырыла.
1790 йылда фрайхерр Лудольф Фридрих Адольф фон Боенен барон булып үрләтелә. Графиня фон Вестерхольт-Гюсенберг Франциска Вильгельмина менән никахлашыуынан һуң замок хужалары граф фон Вестерхольт тип аталыу хоҡуғын ала. Граф дәрәжәһе замокты тейешле үҙгәртеп ҡороу талап итә. 1785—1788 йылда замок Верден аббатлығының архитекторы Энгельберт Клайнхансц проекты буйынса ҡорола. Замок иртә классицизм һыҙаттарын ала. Парк көнбайышҡа ҡарай киңәйтелә, унда инглиз стилендә баҡса булдырыла. Замокҡа Наполеон Бонапарт һәм маршал Блюхер кеүек күренекле шәхестәр ҡунаҡҡа килә. Замоктың һуңғы хужаһы графиня Дженни фон Вестерхольт вафатынан һуң бинаны Бюр ҡалаһының хужалыҡ предприятиеһы ҡуртымға ала. 1924 йылда ҡала 1,4 миллион алтын маркаға һарайҙы һәм дөйөм майҙаны 102 гектар булған паркты унда ҡала пракы ойоштороу өсөн коммуналь милеккә һатып ала. 1926 йылдан 1933 йылға тиклем реставрациялау һәм төҙөкләндереү буйынса эштәр үткәрелә: һарай реконструкциялана һәм XVIII быуаттағы ҡиәфәтенә килтерелә, парк 73 гектарға арта, паркта үҙенсәлекле скульптуралар күсермәһе ҡуйыла, 1930 йылда бина алдында быуа төҙөлә. Национал-социализм ваҡытында бина немец национал-социализм эшселәр партияһының уҡыу үҙәге итеп файҙаланыла. Был ваҡытта бөтә хужалыҡ ҡаралтылары һүтеп алына (ат аҙбарынан тыш, ул 1983 йылда һүтелә)Икенсе донъя һуғышынан һуң 1952—1953 йылда замок яңынан тергеҙелә. Ресторан менән ҡунаҡхана итеп төҙөү өсөн бинаның интерьерҙарын тергеҙеү һәм яңынан ҡороу буйынса күләмле эштәр башҡарыла. Артабан реставрациялау эштәре 1977—1978, 2003—2004 йылдарҙа үткәрелә.
Берге замогы бөгөн[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Бөгөнгө көндә замоктың ҡиәфәте үҙгәртеп ҡороу арҡаһында 1788 йылда төҙөлгән ҡиәфәтенә тап килә. Көнбайыш фасадында һуңғы хужалары граф фон Вестерхольт-Гюсенбергтарҙың гербы матур булып күренә. Бина көнбайыш яҡҡа асыҡ формала «П» хәрефен эйә. Ҡабырға фасадтарының оҙонлоғо — 40 м. 1988 йылдың июлендә парк һәм бина дәүләт һағы аҫтына алына.
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Замок Берге: тематик медиа-файлдар
- Сайт отеля «Schloss Berge» (на немецком языке)
- Страница замка Берге на официальном сайте Гельзенкирхен-Бюр
Галереяһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- NRW, Gelsenkirhen - Schloss Berge 06.jpg
Көньяҡ фасады
- NRW, Gelsenkirhen - Schloss Berge 03.jpg
Көньяҡ фасады
- ↑ 1,0 1,1 archINFORM (нем.) — 1994.