Беренсе мөхәббәт (фильм, 2001)

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Беренсе мөхәббәт
Композитор
Төҫ төҫлө[d]
Ролдәрҙә
Оҙайлылыҡ 101 Минут
Нәшер ителеү ваҡыты 1999
Ил
Режиссёр
Распространяется RLJE Films[d]
Кинооператор
Атамаһы ингл. Lover’s Prayer
Әҫәр яҙылған тел инглизсә
Жанр фильм-драма[d]

«Беренсе мөхәббәт» (ингл. All Forgotten) — романтик драма, 2001 йылда режиссёр Реверж Ансельмо төшөргән[3][4]. Сюжет нигеҙенә ике әҙәби әҫәр — Иван Сергеевич Тургеневтың «Первая любовь» (1860) һәм Антон Павлович Чеховтың «Жена» (1891) хикәйәһе һалынған. DVD премьераһы 2001 йылдың 18 сентябрендә Нидерландыла була. АҠШ-та фильм PG-13 рейтингына лайыҡ була. Фильм Чехияның Прага ҡалаһында төшөрөлә. Фильм Оскар премияһы лауреаты кинооператор Дэвид Уоткиндың һуңғы эше.

Фильмда ваҡиға Рәсәйҙә 1830-сы йылдарҙа бара. Владимир исемле йәш кеше күршеләрендә йәшәгән Зинаида исемле ҡыҙға ғашиҡ була. Зинаида тик үҙенән байтаҡҡа өлкән ирҙәрҙе нығыраҡ ярата. Бер заман ул Владимирҙың атаһын осрата, һәм уларҙың яҡынлыҡ мөнәсәбәттәре башланып китә.

  • Кирстен Данст — Зинаида
  • Джули Уолтерс — принцесса Засекина
  • Джеральдин Джеймс — әсәй
  • Натаниель Паркер — атай
  • Ник Стал — Владимир
  • Джеймс Фокс — Владимир ҡартайғас (тауыш)
  • Палома Баэза — Машенька
  • Кенни Даути — Денис
  • Ангус Райт — Борис
  • Роберт Гленистер — граф Малевский
  • Хиткоут Уильямс — табип Лушин
  • Николас Роу — Майданов
  • Майкл Хиггс — Вася

Бүләктәре һәм номинациялары

[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

2001 йылда фильм «DVD Exclusive Awards[en]» «Иң яҡшы актриса» (Кирстен Данст) номинацияһында[5] премияға тәҡдим ителә.

Фильм кино тәнҡитселәрҙең ҡатнаш баһаламаһын ала[6]. Filmcritic.com порталын күҙәтеүсе Джулия Левин «урыҫ классик әҙәбиәтенең тарихи фонын аңламайынса, күңел асыу өсөн генә төшөргән бик сәйер фильмдарҙың береһе»[7], — тип яҙа.