Беренсе әфиүн һуғышы
Беренсе әфиүн һуғышы | |||
---|---|---|---|
| |||
Дата | 18 марта 1839 — 29 августа 1842 | ||
Урыны | империя Цин | ||
Сәбәбе | Великобритания желала вторгнуться на китайский рынок | ||
Нәтижә | Победа Великобритании | ||
Үҙгәрештәр | Великобритания получила Гонконг | ||
Ҡаршы тороусылар | |||
|
|||
Командирҙар | |||
|
|||
Ҡаршы тороусы көстәр | |||
|
|||
Юғалтыуҙар | |||
|
|||
|
|||
Медиафайлы на РУВИКИ.Медиа |
Беренсе әфиун һуғышы 1840—1842 (ҡытай иероглифын ябайлаштырыу — 第一次鸦片战争 пиньинь — Dìyícì Yāpiàn Zhànzhēng палладия — ҡытай телен урыҫ транскрипцияһына күсереү — Диицы япянь чжаньчжэн). Бөйөк Британияның Цин империяһына ҡаршы һуғышы. Инглиз ғәскәрҙәренең маҡсаты Бөйөк Британия һәм Ҡытайҙың сауҙа мәнфәғәттәрен яҡлау һәм әфиүн (исеме шунан) менән сауҙаны киңәйтеү була. Цинның диңгеҙ сауҙаһын тыйыу сәйәсәте был эшкә ҡамасаулаған була.
Тәүшарттары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Коммерция мөнәсәбәттәре башланғандан алып Бөйөк Британия һәм Ҡытай араһындағы сауҙа балансы ҡытай экспорты файҙаһына һиҙелерлек тайпылыш кисергән. Европала ҡытай тауарҙары экзотика һәм байлыҡ менән маҡтаныу билдәһе тип иҫәпләнһә лә, Цин династияһы императорҙарының сәйәсәте илде изоляциялауға, уны сит ил йоғонтоһонан һаҡлауға йүнәлтелгән була. Мәҫәлән, сит ил сауҙа судноларына Гуанчжоуҙың бер генә порты асылған, ә сауҙагәрҙәргә уның биләмәһенән китеү генә түгел, хатта ҡытай телен өйрәнеү ҙә тыйылған. Ҡытайҙар яғынан Европа халҡы менән сауҙа итеү тик 12 сауҙа итеүсе гильдияға ғына рөхсәт ителгән.
Бындай шарттарҙа Европа сауҙагәрҙәренең үҙ тауарҙарын Ҡытайҙа һатыу мөмкинлеге булмай тиерлек, рус тиреһе һәм итальян быялаһы ғына ҙур һорау менән файҙалана. Был Англияны ҡытай тауарҙарын күпселектә ҡиммәтле металл түләп һатып алырға мәжбүр иткән. Тигеҙләнеште тергеҙергә маташып, инглиз властары сауҙа делегацияларын ҡытай императорҙарына ебәрә, әммә һөйләшеүҙәр бер ҡасан да уңыш менән тамамланмай. Император Цяньлундың 1793 йылда Джордж Маккартниға, британ короле Георг III илсеһенә әйткән һүҙҙәре хәлде яҡшы аңлата:
Беҙгә бер кем дә кәрәкмәй. Ҡайтып китегеҙ! Бүләктәрегеҙ ҙә кәрәкмәй!
Шуға ҡарамаҫтан, XIX быуатҡа табан Ҡытайҙы ҡыҙыҡһындырырлыҡ тауар табыла. Һүҙ әфиүн хаҡында бара.
Ҡытайҙа әфиүнде һатыуҙы һәм ҡулланыуҙы тулыһынса тыйыуға (1729 һәм 1799 йылдарҙағы император декреттары) ҡарамаҫтан, 1773 йылдан алып бенгаль әфиүнен һатып алыуға монополияһы булған Британия Ост-Инд компанияһы 1775 йылда йәшерен рәүештә һәм үҙе өсөн ҙур килем килтергән 1,4 тонна әфиүн һатҡан. 1830 йылға әфиүн һатыу күләме 1500 тоннаға тиклем арта. Был сауҙа, тулыһынса законһыҙ булыуына ҡарамаҫтан, Британия хөкүмәтенең хуплауын таба. 1833 йылда Британия үҙенең маҡсатына — ҡытай менән ыңғай сауҙа балансы булдырыуға өлгәшә.
1834 йылда, Британия сауҙагәрҙәренең баҫымы аҫтында, Ост-Һиндостан компанияһынан ҡытай менән сауҙа итеүгә монополияһы тартып алына, был әфиүн һатыуҙың яңы яһалма шау-шыуына килтерә, һәм 1835 йылда әфиүн пиум бөтә Ҡытай импортының 3/4 өлөшөн тәшкил итә; импорт әфиүнен 2 миллиондан ашыу кеше тарта. 1838 йылда әфиүн һатыу күләме 2000 тонна тәшкил итә, ҡытайҙарҙың бөтә ҡатламынан һәм синыфынан миллионлаған кеше наркотик ҡулланыуға йәлеп ителгән. Замандаштарҙың баһалауы буйынса, баш ҡала чиновниктарының 10-20 % һәм провинция чиновниктарының 20-30 % наркоман була; айырым учреждениеларҙа был эш менән бөтә вазифалы кешеләрҙең 50-60 % шөғөлләнә. Һалдаттар һәм офицерҙар араһында күмәкләп әфиүн тартыу ғәҙәти күренешкә әйләнә. Бөтә ҡытай халҡы тулыһынса тиерлек әхлаҡһыҙлыҡ упҡынына тәгәрәй.
Ост-Һиндостан компанияһы монополияһы бөтөрөлгәндән һуң, инглиз сауҙагәрҙәре Гуанчжоуҙа берләшеп, ҙур әфиүн сауҙагәре Джеймс Мэтисон етәкселегендә үҙҙәренең сауҙа палатаһын ойоштора. Һуңғыһы шунда уҡ Лондонға ҡытай баҙары проблемаһын хәл итеүгә көс ҡулланып өлгәшеүҙе юлларға Лондонға йүнәлә. Ҡытайҙа инглиз сауҙа капиталының әүҙемлеге ҡырҡа арта. Англия буржуазияһы ҡытайҙың «изоляцияһын» һындырыу һәм яр буйҙарындағы берәй утрауҙы ирекле коммерцияның нигеҙе итеп баҫып алыу буйынса хөкүмәттән ҡәтғи саралар талап итә (һайланған ҡалалар араһында Тайвань да атала).
Лондондың эшлекле даирәһе «ҡытай мәсьәләһен» хәл итеүгә ҙур этәргес бирҙе. Ҡытайҙың «ябыҡ» яр буйында йәшерен осрашыу юлы менән картографик, коммерция һәм хәрби разведка үткәреү тураһында ҡарар ҡабул ителә. Был бурыс Ост-Һиндостан компанияһының гуанчжоу советына йөкмәтелә, ә экспедицияға уның суперкаргоһы Х. Линдсей етәкселек итә. Уның карабы Калькуттан Японияға китеп барғанда, йәнәһе лә, көн йонсоу булғанлыҡтан, курстан ситкә тайпыла һәм Ҡытай яры буйлап бер «ябыҡ» порттан икенсеһенә барырға мәжбүр була. Пекиндың бөтөн тыйыуҙарына һәм урындағы властың ризаһыҙлығына ҡарамаҫтан, Линдсей экспедицияһы 1832 йылда үҙ бурысын үтәй. Ул Сямэнь, Фучжоу, Нинбо һәм Шанхай порттарын тикшерә, һуңынан Тайвань ҡалаһында була.
1834 йылдың йәйендә Гуанчжоу эргәһендәге инглиз факторияһы биләмәһенә Франциянан Ҡытайҙа инглиз сауҙаһының баш инспекторы итеп тәғәйенләнгән Лорд Уильям Нэпир килә. Нэпир, бер яҡтан, Ҡытайҙа Британия сауҙаһы перспективаларын өйрәнергә һәм әкренләп Пекин менән дипломатик мөнәсәбәттәрҙе яйға һалырға, ә икенсе яҡтан — һуғыш осрағына, әфиүн контрабандаһы эшенә ҡыҫылмай, яр буйын тикшереүҙе дауам итергә тейеш була. Бер яҡтан, Англия Нэпирҙы үҙенең сауҙа һәм дипломатик вәкиле итеп ебәреүгә ҡарамаҫтан, ҡытай күҙлегенән ул ни бары инглиз сауҙагәрҙәре вәкиле, йәғни Күк Улының наместнигы менән туранан-тура бәйләнешкә инеү рангыһына эйә түгел. Был күп осраҡта Нэпир миссияһының уңышһыҙлығын билдәләй. Уның Лянгуан наместнигына яҙған хаты кире ҡайтарыла, ә хатты үтенес тип үҙгәртеүгә ҡаршы булғаны өсөн Цин яғы, «әҙәпһеҙҙе» Гуанчжоуҙан ҡыуыуҙы талап итә. Нэпирҙың буйһонорға теләмәүе 1834 йылдың авгусында һәм сентябрендә ҡытай персоналының инглиз факторияһынан саҡыртылып ҡайтыуына, аҙыҡ-түлек килтереүҙе туҡтатыуға һәм сауҙа эмбаргоһына килтерә. Конфликт тиҙ үҫә барҙы. Цин ғәскәрҙәре ҡоро ер факторияны ҡоро ерҙән баҫып алғас, инглиздәр унда десант төшөрә һәм Сицзян йылғаһы тамағына ике фрегат индерә, шуға ҡытай яр буйы һоро батареялары һаҡлаусы ут аса. Цин яғының ҡатылығы, ҡораллы конфликт тыуҙырыуҙан ҡурҡыуы һәм шуның менән ватандаштарының коммерцияһын оҙаҡҡа өҙөүҙән ҡурҡыуы Нэпирҙы ҡытай биләмәһенән сығырға мәжбүр итә, шунан һуң Лянгуан властары сауҙаны яңынан тергеҙә.
1836 йылдың аҙағында — 1837 йыл башында Гуанчжоуҙа инглиз-ҡытай мөнәсәбәттәре тағы киҫкенләшә. 1837 йылдан башлап Англия Гуандун провинцияһының яр буйында үҙ караптарын даими тота башлай. 1830-сы йылдар аҙағына илдең көньяғында хәл нығыраҡ киҫкенләшә. Лондон кабинеты, шул иҫәптән сит ил эштәре министры Генри Пальмерстон ҡытай баҙарын көс ҡулланып «асыу» вариантын һйлай. Ни бары нигеҙле сәбәп кенә кәрәк ине.
Конфликт башы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Хәрби хәрәкәттәәр башлауға туранан-тура сәбәпсе булып ҡытай императорының ғәҙәттән тыш хәлдәр ышаныслыһы Линь Цзэсюйҙың эшмәкәрлеге тора, 1839 йылдың мартында ул Гуанчжоуҙағы инглиздәрҙән һәм американдарҙан бөтә әфиүнде тапшырыуҙарын талап итә, ә буйһоноуҙан баш тартҡас — ғәскәрҙәр менән сит ил факториялары территорияларын баҫып ала һәм унан ҡытай персоналын сығара.
Әфиүн менән сауҙа итеүселәр һәм Британия сауҙаһы суперинтенданты Чарльз Эллиот наркотиктың бөтә запасын — 19 меңдән ашыу йәшникте һәм 2 мең төктө тапшырырға мәжбүр була, һәм ул Линь Цзэсюй бойороғо буйынса юҡ ителә. Хурлыҡ кисереүсе инглиздәр Макаоға күскәс, Линь Цзэсюй Гуанчжоуҙа әфиүн ташыуҙан баш тартыу тураһында ялыу биргән кешеләргә генә һатыу итергә рөхсәт итә. Инглиздәр ҡытай закондарын асыҡтан-асыҡ һанға һуҡмағанлыҡтан, Линь Цзэсюй августа тәртип боҙоусыларҙы Макаола бикләгән һәм уларҙы үҙҙәренең караптарына күсергә мәжбүр иткән. Американдар, инглиз сауҙаһына зыян килтереп, үҙҙәренең коммерцияһын киңәйтеү өсөн, Британия конкуренттарының ныҡышыуынан файҙаланған. Күп инглиздәр талап ителгән йөкләмәләрҙе үтәргә тырышҡан.
Быға юл ҡуймау өсөн, Чарльз Эллиот, тәүәккәллек менән эшләп, 1839 йылдың сентябрендә һәм ноябрендә Британия судноларының Цзюлун ярымутрауында ҡытай хәрби джонкаларына һөжүм итеүенә сәбәпсе була. Был ярҙам итмәгәс, инглиздәр наркотик контрабандаһында ҡатнашмауға ҡул ҡуйырға ризалаша һәм Чжуцзян тамағында ҡораллы бәрелештәрҙе туҡтата. Ахырҙа Линь Цзэсю Британия һәм Америка эшҡыуарҙарының берҙәмлеген тарҡата һәм Гуандун ярындағы әфиүн һатыуҙы ҡырҡа кәметеп, тышҡы сауҙаны тергеҙә алды. Тәүге уңыштар император Айсиньгёро Мяньниндың башын әйләндерә, һәм ул, 1839 йылдың декабренән Ҡытайҙы Англия менән Һиндостан Британияһының бөтә коммерсанттары өсөн «ябыҡ» тип иғлан итеп, «ҡырағайҙар»ҙы тубыҡландырырға «варварварҙарҙы» тубыҡландырырға ҡарар итә. 1840 йылдың ғинуарында бөтә Британия эшҡыуарҙары, уларҙың тауарҙары һәм караптары Гуанчжоуҙан сығарыла. Лондонда ҡытай баҙарының «ябылыуын» Ҡытайға һуғыш асыу өсөн уңайлы сәбәп тип атайҙар.
Уильям Джардин етәкселегендәгеәфиүн менән сауҙа итеүселәрҙең ҡеүәтле лоббийы 1840 йылдың апрелендә Британия хөкүмәтен Ҡытайға һуғыш иғлан итергә мәжбүр итә. Шул уҡ айҙа бортында 4000 һалдаты булған 40 караптан торған флотилия Һиндостандан Ҡытайға йүнәлә.
Америка Ҡушма Штаттары Президенты был һуғышты ғәҙел тип атаны[1].
Яҡтарҙың көстәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Бөйөк Британия көстәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Британияның экспедиция корпусы Һиндостандан сыҡҡанда 4 полктан торған:
- 18-се Ирландия полкы — 582 кеше.
- 26-сы Камерон Ирландия полкы — 806 кеше.
- 37-се Герфордшир Ирландия полкы — 764 кеше.
- 49-сы полк — 649 кеше.
- Артиллерияның ике ротаһы (9 фунтлы пушкалар һәм 12 фунтлы гаубицалар) — 213 кеше.
- Бөтәһе — 3014 кеше.
Һиндостан ғәскәрҙәренән ирекмәндәр ҡатнаша: Бенгаль президентлығы армияһынан — Ирекмән Бенгаль полкы (689 кеше), Мадрас президентлығы армияһынан сапёрҙар отделениеһы (324 кеше) ҡатнаша. Шулай уҡ артиллерия подразделениеһы — 67 кеше, һинд частары — 1080 кеше.
Дөйөм алғанда, хеҙмәтләндереү персоналын иҫәпкә алмағанда, ҡоро ер көстәре 4094 кешегә еткән[2].
Цинь империяһы көстәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Һуғыш башланған мәлгә Цин империяһының ҡораллы көстәрендә Маньчжур «һигеҙ байраҡлы армия»һы составында 220 мең кеше һәм этник ҡытайҙарҙан йыйылған «йәшел байраҡ ғәскәре» составында 660 мең кеше иҫәпләнә. Был көстәр бөтә ил буйлап таралған була, һәм бына 35 йыл инде («Аҡ лотос тәғлимәте» сектаһы ихтилалы баҫтырылғандан һуң) полиция йәки контрпартизан функцияларын үтәп, ойошторолған дошманға ҡаршы хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашмаған.
Һуғыш барышы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Тәүге хәрби бәрелеш 1839 йылдың 3 ноябрендә була — Сицзян йылғаһы тамағында Англия флотының ҡытай судноларына ут аса. Һуғыш, 1840 йылдың июленә тиклем, метрополиянан приказ алғансы һәм флотты әҙерләгәнсе, кисектерелә.
Инглиз яғы тактикаһының нигеҙен флот манёврҙары (Көнсығыш Ҡытай диңгеҙе яры буйлап, Янцзы дельтаһынан Бөйөк Император каналына тиклем), нығытмаларҙы линейный караптар менән бомбаға тотоу (һуңынан тиҙ десант менән), шулай уҡ Император каналын (илдең төп транспорт артерияларының береһен) ҡамау тәшкил итә. Инглиздәрҙең ҡоро ерҙәге бөтә эштәре диңгеҙҙән йәки йылғаларҙан алыҫлашмай, флот ярҙамы менән алып барыла. Ҡытай армияһының тактикаһы нигеҙен күп иҫкергән артиллерия менән йыһазландырылған нығытылған ҡәлғәләрҙе обороналау, йылғаларҙа ҡамауҙар булдырыу (таш тултырылған судноларҙы батырыу), инглиз флотына брандерҙар менән һөжүм итеүгә нигеҙләнгән.
Һуғыш барышында инглиз ғәскәрҙәре үҙ флоты һәм артиллерияһының байтаҡ өҫтөнлөгөн, юғары манёвантлығын һәм ойошҡанлығын күрһәтте. Артиллерияның етерлек кимәлдә ҡулланмауы (бигерәк тә яланда), дөйөм ғәскәр әҙерлегенең көсһөҙлөгө һәм армияның әхлаҡи рухы түбән булыу һөҙөмтәһендә ҡытай ғәскәрҙәре, шул иҫәптән элиталы маньчжур отрядтары етди ҡаршылыҡ күрһәтә алмай. Һуғыш барышында байтаҡ ҙур алыштар инглиздәр яғынан үлтерелгән һәм яраланған сағыштырмаса бер аҙ юғалтыуҙар кисергән, әммә һуңғылары эҫе климат һәм тропик ауырыуҙарҙан (айырыуса метрополиянан килгән өлөшөндә) байтаҡ юғалтыуҙар кисергән. ҡытай армияһында юғалтыуҙар ярайһы уҡ күберәк булды.
Һуғыш барышында инглиз ғәскәрҙәре үҙенең флоты һәм артиллерияһының байтаҡҡа өҫтөнлөгөн, юғары манёврлылығыын һәм ойошҡанлығын күрһәтте. Артиллерияның етерлек кимәлдә ҡулланылмауы (бигерәк тә яланда), дөйөм ғәскәр әҙерлегенең көсһөҙлөгө һәм армияның әхлаҡи рухы түбән булыу һөҙөмтәһендә ҡытай ғәскәрҙәре, шул иҫәптән элиталы маньчжур отрядтары, етди ҡаршылыҡ күрһәтә алмай. Һуғыш барышында байтаҡ ҙур алыштар инглиздәр яғынан үлтерелгән һәм яраланған сағыштырмаса бер аҙ юғалтыуҙар кисергән, әммә һуңғылары эҫе климат һәм тропик ауырыуҙарҙан (айырыуса метрополиянан килгән өлөшөндә) байтаҡ юғалтыуҙар кисергән. ҡытай армияһында юғалтыуҙар ярайһы уҡ күберәк булды.
Һуғыш барышында байтаҡ ҙур алыштарҙа инглиздәр яғынан юғалтыуҙар сағыштырмаса аҙ була, әммә һуңғылары эҫе климат һәм тропик ауырыуҙарҙан (айырыуса метрополиянан килгән частарҙа) байтаҡ юғалтыуҙар кисергән. Ҡытай армияһының юғалтыуҙары күберәк була.
Һуғыштың башланғыс этабы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
1840 йылдың июнендә адмирал Джордж Эллиоттың (Чарльз Эллиоттың ағаһы) бортында экспедиция корпусы булған эскадраһы Чжуцзян йылғаһы тамағына килеп етә һәм уны ҡамай. Июлдә инглиздәр Чжэцзян провинцияһы буйында Чжоушань архипелагын баҫып ала, унда көс ҡуллана. Шунан һуң ғына Пекин хәрби хәүеф барлығын аңлай һәм яр буйын обороналау буйынса саралар күрә.
Бөйөк Британияның баш ҡалаға һөжүм итеүе[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Күпселек судноларын һәм гарнизонын Чжоушань архипелагында ҡалдырып, инглиз эскадраһы, ҡытай порттарын блоклап, төньяҡҡа — Һары диңгеҙгә йөҙөп китә. Август айында ул Бохай ҡултығы аша сыға, Байхэ йылғаһы тамағына инә һәм Тяньцзинға инеү юлдарын ҡаплаған Дагу форттары янында якорь ташлай. «Ҡырағайҙарҙың» Пекинға шул тиклем яҡын килгәндәренән ҡурҡып, император Айсиньгёро Мяньнин Эллиот менән һөйләшеүҙәр алып бара. Уларҙы баш ҡаланың Чжили провинцияһы наместнигы Цишань (琦善) алып бара. Уға тапшырылған 3-сө виконт Темпль, Генри Пальмерстон нотаһында түбәндәге талаптар бар ине: юҡ ителгән әфиүндең хаҡын ҡаплау, «Гунхан» компанияһының инглиз коммерсанттарына бурысын ҡаплау, Ч. Эллиоттан ғәфү үтенеү, Англияға яр буйындағы бер йәки ике утрауҙы тапшырыу, Лондондың хәрби сығымдарын ҡаплау. «Ҡырағайҙарҙы» Пекиндан арыраҡ мөмкин тиклем тиҙерәк алып ташларға ынтылып, Цишань адмиралға, һөйләшеүҙәр Гуандунға күсерелгән хәлдә, байтаҡ талаптарҙы ҡабул итергә вәғәҙә итә.
Һөйләшеүҙәр алып барыу осоро[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Император бойороғо буйынса, инглиздәр менән сауҙа яңынан башлана, әфиүнгә ҡаршы көрәш туҡтатыла, Линь Цзэсюй үҙенең вазифаһынан төшөрөлә һәм һөргөнгә ебәрелә. 1840 йылдың декабрендә Гуанчжоуҙа яңынан инглиз-ҡытай һөйләшеүҙәре яңыртыла. Уларҙа Линь Цзэсюй урынына Лянгуан наместнигы (был наместниклыҡҡа Гуандун һәм Гуанси провинциялары биләмәләре ингән) итеп тәғәйенләнгән Цишань, Англияғ Сянган (Гонконг) утрауын рәсми тапшырыуҙан тыш, 3-сө виконт Темпль Пальмерстондың бөтә талаптарын ҡабул итә. Ул арала императорға үҙенең элекке яугирлығы әйләнеп ҡайта. Ул юҡ ителгән әфиүн өсөн түләүҙе, утрауҙы «ҡырағайҙарға» биреүҙе тыйған һәм Гуандунға ҙур ғәскәр ебәргән. Шул саҡта инглиздәр 1841 йылдың ғинуар башында Чжуцзян йылғаһы буйлап Гуанчжоуға юлды ҡаплаған Чуаньби фортын штурм менән ала һәм Хумэнь фортына һөжүм итә. Был хаҡта белгәс, император 29 ғинуарҙа Англияға һуғыш иғлан итә һәм Гуандунға өҫтәмә ғәскәрҙәр ебәрә. Шул арала, ҡурҡып ҡалған Цишань Ч. Эллиот менән һөйләшеүҙәрҙе яңынан башлай һәм уның менән инглиздәрҙең бөтә талаптарын ҡәнәғәтләндереүсе "Чуаньбий конвенцияһы"на ҡул ҡуя. Император Цишань үҙенең докладында, наркотиктар өсөн түләүгә һәм британ флагы елберләгән Гонконг утрауын Англияға тапшырыуға ризалығын йәшереп, ялғанға бара. Алдау асылғас, император асыуынан хыянатсыны ҡулға алырға бойорҙо. Чуаньбей конвенцияһы үҙ көсөн юғалта.
Һуғышты дауам итеү. Гуанчжоу өсөн йолом түләү һәм хәрби хәрәкәттәрҙе туҡтатыу[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Һуғыш яңынан башлана, һәм 1841 йылдың февралендә, Чжоушань архипелагынан гарнизонды эвакуациялап, Британия ғәскәрҙәре штурм менән Хумэнь фортын ала. Өс айҙан император Ишань Ишань (ҡыт.)баш. туғанының улы гуандун ғәскәрҙәре командующийы итеп тәғәйенләнгән ҡустыһы күрше провинцияларҙан армия көстәрен туплай һәм майҙа ҡытай флотын еңгән инглиздәргә һөжүм итә. Дошман һөжүмгә күсә, Гуанчжоуҙан төньяҡҡараҡ форттарҙы яулай, Ишань ғәскәрҙәрен тиҙ арала ҡәлғә стеналары артына йәшенергә мәжбүр итә. Британия артиллерияһы һыу һәм аҙыҡ-түлек етмәгән ҡаланы утҡа тотҡан. Рухы төшкән Ишань 26 майҙа килешеү һорай, шунан һуң ике яҡ та "Гуанчжоуҙы һатып алыу тураһында килешеү"гә ҡул ҡуя. Ул ғәскәрҙәрҙе ҡаланан ситкә ебәреүҙе, инглиздәргә контрибуция түләүҙе һәм форттарҙы ҡытайҙарға ҡайтарыуҙы күҙ уңында тота. Килешеүҙең бөтә шарттары үтәлгәндән һуң, хәрби хәрәкәттәр туҡтатылған.
Бөйөк Британияны һөжүмгә әҙерләү[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Пекинда, һуғыш бөттө, тип хәл ителә, ғәскәрҙәр диңгеҙ буйы райондарынан сығарыла һәм инглиз-ҡытай сауҙаһын тергеҙә башлай. Шул уҡ ваҡытта, ул саҡта Ҡытайға ҡарата үҙ стратегияһын ҡайтанан ҡараған Лондон Чуаньбийҙағы конвенцияны ла раҫламаған. Төп һөжүмде Янцзы йылғаһының түбәнге ағымына күсерергә һәм, Пекин һәм Чжилиҙы игенгә бай үҙәк райондары ерҙәренән айырып, Бөйөк каналды киҫергә хәл ителде. Унан һуң Тяньцзинь-Пекин районына һөжүм ителергә тейеш була. Англиянан дипломат һәм генерал Генри Поттинджер етәкселегендәге десант ғәскәрҙәре менән яңы эскадра ебәрелә.
Бөйөк Британия десанттары һәм ғәскәрҙәрҙең Ҡытайҙа ҡышлауы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
1841 йылдың авгусында экспедиция көстәре Фуцзянь ярына килеп етә, Сямэнь янында Гуланюй утрауының фортын штурм менән ала һәм күпмелер ваҡытҡа ҡаланың үҙен ала. Сентябрҙә инглиздәр Чжоушань архипелагына килеп еткән һәм алты көнлөк ныҡышмалы алыштарҙан һуң яңынан уны алған. Чжэцзян провинцияһына килеп төшкәндән һуң, Британия ғәскәрҙәре октябрҙә һуғышһыҙ Чжэньхай һәм Нинбо ҡалаларын баҫып алған һәм шунда ҡышҡы фатирҙарға урынлашҡан. Императорҙың бойороғо менән Чжэцзянға батша ҡустыһы Ицзин етәкселек иткән ҙур көстәр йәлеп ителә. Әммә уларҙың «ҡырағайҙар» позицияһына һөжүм итеүе 1842 йылдың мартында уңышһыҙлыҡ менән тамамлана һәм цинь ғәскәрҙәре рухи тарҡала. Ситуация Америка Ҡушма Штаттарының һәм Францияның хәрби эскадралары ҡытай һыуҙарында барлыҡҡа килеүе, шулай уҡ Цин империяһында эске көрсөктөң киҫкенләшеүе менән ҡатмарлаша. Пекинда «ҡырағайҙарҙы тынысландырыу»ҙы ҡарар итә, әммә Поттинджер һөйләшеүҙәр алып бармаҫҡа, ә Янцзы менән Бөйөк канал тоташҡан урынды алғандан һуң Лондондың ихтыярын көсләп тағырға тырышҡан.
Британ ғәскәрҙәренең хәл иткес һөжүме[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Майҙа инглиздәр, Чжэцзян провинцияһында ете ай булғандан һуң, ҡышҡы фатирҙарын ҡалдыра һәм, Чжап ҡәлғәһе гарнизонының ҡаршылығын емереп, Цзянсу провинцияһына хәрби хәрәкәттәрҙе күсерә. Июндә көсөргәнешле алыштар барышында улар Усунды ала, ә Баошань менән Шанхай уларға бер ниндәй атыуһыҙ еңелә. Сунцзян янында тотороҡло оборонаны ҡаршылап, экспедиция корпусы Янцзы буйлап алға хәрәкәт итә. Июль уртаһында ул, аҙыҡ-түлекте баш ҡалаға алып ҡайтыуҙың төп юлын киҫеп, Янцзы менән Бөйөк канал киҫелешенә сыға һәм, һуғышмайынса, Гуанчжоуҙы ала. Һуңынан, ике көнлөк ҡан ҡойғос һуғыштарҙан һәм ҙур юғалтыуҙарҙан һуң, Янцзынан каналдың көньяҡ өлөшөнә ингән ерҙә ҙур Чжэньцзян ҡалаһы алына. Цинь сановниктары ныҡышмалы үтенестәрен кире ҡағып, уға һөжүм менән янап, инглиздәр август башында Нанкинға килеп етә. Бында, Ҡытайҙың көньяҡ баш ҡалаһында, Поттинджер ғәмәлдә императорҙың ғәҙәттән тыш хәлдәр эмиссарҙары Циин менән Илибҡа шарттарҙы көсләп таға. 1842 йылдың 29 авгусында инглиз «Корнуэллс» хәрби карабында "Нанкин килешеүе"нә ҡул ҡуйылаЦиину и Илибу условия мира. 29 августа 1842 года на борту английского военного корабля «Корнуэллс» был подписан так называемый «Нанкинский договор».
Һуғыш һөҙөмтәһе[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Бөйөк Британияның 1842 йылдың 29 авгусындағы Нанкин килешеүе менән нығытылған еңеүе, Цин империяһының 15 000 000 мең лян көмөш аҡса (21 000 доллар) менән контрибуция түләүе, Гонконг утрауын британдарға тапшырыуы һәм ҡытай порттарын инглиз сауҙаһына асыуы һуғыштың һөҙөмтәһе була.
Беренсе әфиүн һуғышы Цин империяһында дәүләттең оҙаҡҡа һуҙылған көсһөҙләнеү осороноң һәм граждандар сыуалышының башы була, был Европа державаларына, атап әйткәндә, ҡытай порттары аша әфиүн импортын рәсмиләштерелеүенә килтерә. Өҫтәүенә, һуғышҡа тиклем үк Британияла һатылған әфиүн ағымы тағы ла нығыраҡ арта, был ҡытайҙар араһында наркоманияның ғәйәт ҙур таралыуына, ҡытайҙарҙың деградацияһына һәм күпләп юҡҡа сығыуына килтерҙе.
Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Кинола[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- «Тай-Пэн» (инг.)баш. — режиссёр Дэрил Дьюк (инг.)баш. (США, 1986 год).
- «Опиумная война» (Yapian zhanzheng) — режиссёр Се Цзинь (КНР, Япония, 1997).
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Волынец А. «Армия цинского Китая накануне Первой опиумной войны»
- Волынец А. «Первая Опиумная война: как борьба с наркоторговлей спровоцировала войну двух империй»
- Волынец А. «Первая Опиумная война: от Динхая до Кантона»
- Волынец А. «Первая Опиумная война: от Кантона к Янцзы»
- Волынец А. «Первая Опиумная война: вверх по Янцзы — к развязке»
- [sadpanda.cn/archives/6712 Музей опиумной войны в городе Хумэнь провинции Хэбэй]
- Бутаков Александр Михайлович; барон Тизенгаузен Александр Евгеньевич, Опиумные войны. Обзор войн европейцев против Китая в 1840—1842, 1856—1858, 1859 и 1860 годах
- Tristan GASTON-BRETON «Lin Zexu : „Guerre à l’opium !“», Les Echos, 04/08/2008 2008 йылдың 22 октябрь көнөндә архивланған.
Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Непомнин О. Е. История Китая: Эпоха Цин. XVII — начало XX века. — М.: Восточная литература, 2005. ISBN 5-02-018400-4
- Волынец А. Н. Деревянные пушки Китая. М., «Эксмо», 2017 г. ISBN 978-5-04-089213-6