Берләштерелгән Украина дәүләт университеты

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Берләштерелгән Украина дәүләт университеты
Административ-территориаль берәмек Ҡыҙылурҙа
Дәүләт
Ғәмәлдән сыҡҡан дата 1943
Нигеҙләү датаһы 1942

Берләштерелгән Украина дәүләт университеты (ОУГУ) (укр. Об'єднаний український державний університет) — 1942 йылдан 1943 йылға тиклем Ҡаҙаҡ Совет Социалистик Республикаһы Ҡыҙылурҙа ҡалаһында эшләп килгән юғары уҡыу йорто. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында СССР Хөкүмәте эвакуацияланған Киев һәм Харьков университеттарын берләштерергә ҡарар сығара.[1]

Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1942 йылдың февралендә СССР-ҙың Халыҡ комиссарҙары комитеты (Совнарком) ҡарамағындағы Юғары мәктәп эштәре буйынса Бөтә союз комитеты ҡарары нигеҙендә Берләштерелгән Украин дәүләт университеты (ОУГУ) ойошторола, университетты Киев университеты ректоры профессор А.Русько етәкләй.[2]

Берләштерелгән Украина дәүләт университетында алты факультетта (физика-математика, химиия, биология, филология, тарих һәм юридик факультеттар) 331 студент уҡыған, ә 1943 йылдың ноябрендә - 636 студент булған.

Уҡытыу һәм фәнни-тикшеренеү эштәрен 23 кафедрала башҡарыла. Профессор-уҡытыусылар составында 83 кеше, шул иҫәптән 8 профессор һәм 28 доцент, фән кандидаттары булҫан. Уҡытыу һәм фәнни эштәрҙе УССР Фәндәр академияһының ағза-корреспонденты К.Синельников, атҡаҙанған фән эшмәкәре М.Барабашов, фән докторы, профессор Е.Козинский, А.Введенский, Е.Хотинский, Г.Костюк, С.Ландкоф, А.Астряб һәм башҡалар алып барған.[1]

Ҡаҙахстан ССР Хөкүмәте университетҡа бина, китапхана фонды, тораҡ менән кәрәкле ярҙам күрһәтте, терлекселек фермаһы булған ер участыга бүлеп бирҙе. Уҡытыу һуғышҡа тиклемге уҡытыу срогы буйынса башҡарылды.

1942 йылдан аспирантура тергеҙелде. 30 профессорҙан һәм уҡытыусыдан торган ОУГУ ғилми советы эшләне. Докторлыҡҡ һәм кандидатлыҡ диссертациялары яғланды. Студенттарҙың фәнни түңәрәктәре эшләп килде. Берләштерелгән Украина дәүләт университеты эшләгән ваҡытта барлығы 263 белгес әҙерләнде.

Харьков һәм Киев ҡалалары азат ителгәндән һуң, 1943 йылдың аҙағында университет эшен туҡтатты, ә коллективтары азат ителгән ҡалаларҙа эшләй башланы.

ОУГУ-ның эвакуациялағы эше Ҡаҙахстан ССР Юғары Советы Президиумының Мактау грамотаһы белән билдәләнде.[1]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. 1,0 1,1 1,2 ОБ'ЄДНАНИЙ УКРАЇНСЬКИЙ ДЕРЖАВНИЙ УНІВЕРСИТЕТ (билдәһеҙ). Энциклопедия истории Украины. 2020 йылдың 2 сентябрь көнөндә архивланған.
  2. Університету 175 років. univ.kiev.ua. Дата обращения: 1 декабрь 2020.