Беручашвили Тамара Гурамовна
Тамара Беручашвили | |
---|---|
груз. თამარ ბერუჩაშვილი | |
![]() | |
| |
11 ноября 2014 — 1 сентября 2015 | |
Хөкүмәт башлығы | Ираклий Гарибашвили |
Президент | Георгий Маргвелашвили |
Алда эшләүсе | Майя Панджикидзе |
Дауам иттереүсе | Георгий Квирикашвили |
|
|
Тыуған |
9 апрель 1961 (64 йәш) Тбилиси, СССР |
Фирҡәһе | |
Белеме | |
Автограф |
![]() |
Эшләгән урыны | |
![]() |
Беручашвили Тамара Гурамовна (груз. თამარ ბერუჩაშვილი; 9 апрель 1961 йыл, Тбилиси) — дәүләт эшмәкәре һәм Грузия дипломаты. 1998-2000 йылдарҙа Грузияның сауҙа һәм тышҡы иҡтисади мөнәсәбәттәре министры, 2004 йылда Грузияның Европа һәм евроатлантик интеграция мәсьәләләре буйынса министры, 2014-2015 йылдарҙа Грузияның сит ил эштәре министры, 2016 йылдан Грузияның Бөйөк Британиялағы илсеһе.
Биографияһы
Тамара Беручашвили Гурамовна 1985 йылда Мәскәүҙәге Патрис Лумумба исемендәге Халыҡтар дуҫлығы университетын тамамлай, уның физика-математика һәм тәбиғи фәндәр факультетында, шулай уҡ сит телдә факультетында уҡый. Һөнәре буйынса — химик, француз теленән тәржемәсе. 1986 йылдан 1990 йылға тиклем Грузия ССР-ы Фәндәр Академияһының Кутателадзе исемендәге фармакология институтының өлкән лаборанты булып эшләй. 1990-1992 йылдарҙа Грузияның Фән һәм техника министрлығындағы халыҡ-ара бүлектең өлкән хеҙмәткәре. 1992 йылда ЮНЕСКО-ның халыҡ-ара менеджмент үҙәгендә уҡыуын тамамлай. 1992-1994 йылдарҙа Грузияның Тышҡы эштәр бәйләнеше дәүләт комитетында ТАСИС программаһының координация бюроһы администраторы. 1994-1996 йылдарҙа Грузия Фән һәм техника министрлығында эшләй, ТАСИС программаһы координация бюроһының башҡарма директоры урынбаҫары вазифаһын биләй.
1996-1998 йылдарҙа Беручашвили Блумингтонда Индиана университетының магистратураһында уҡый һәм дәүләт идара итеү магистры һөнәрен ала. Был ваҡытта Вашингтон ҡалаһының Стратегик һәм халыҡ-ара тикшеренеүҙәр үҙәгендә интернатура үтә[1]. АҠШ-тан ҡайтҡандан һуң, июнь-августа грузия мөнәсәбәттәре 1998 йылда Грузияның Сауҙа һәм тышҡы иҡтисади мөнәсәбәттәре минстрлығында министр урынбаҫары вазифаһын биләй, һуңынан 1998 йылдан 2000 йылға тиклем — министры[2].
2000 йылдың июненән алып 2003 йылдың декабренә тиклем Беручашвили Грузияның сит ил эштәре министры урынбаҫары вазифаһын биләй, 2003 йылдың декабренән алып — министр урынбаҫары, Европа берлеге [1] координация бюроһының Европа һәм евроатлантик интеграцияһы мәсәьәләләре буйынса Грузия дәүләт министры урынбаҫары була. 2004 йылдың февраль-декабрь айҙарында Европа һәм европа атлантик структуралары менән интеграция мәсьәләләре буйынса дәүләт министры вазифаһында эшләй. 2004 йылдың декабренән 2011 йылдың декабренә тиклем — ошо уҡ структурала министрҙың беренсе урынбаҫары. 2011-2012 йылдарҙа ошо уҡ структурала вице-премьерҙың төп кәңәшсеһе була. 2012 йылдың ноябренән алып 2013 йылдың мартына тиклем министр урынбаҫары була[2].
2013 йылдың 25 марты нда Грузияның сит ил эштәре министры урынбаҫары вазифаһына тәғәйенләнә, 2014 йылдың 7 ноябрендә сит ил эштәре министрының беренсе урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы итеп тәғәйенләнә[1]. 2014 йылдың 11 ноябрендә Грузияның сит ил эштәре министры итеп тәғәйенләнә һәм был поста 2015 йылдың 1 сентябренә тиклем эшләй[2]. 2016 йылдың мартында Бөйөк Британияла Грузия илсеһе итеп тәғәйенләнә[3].
Ғаилә
Кейәүҙә, ике балалары бар[2].
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 3 Тамара Беручашвили. Биография . РИА Новости (11 ноябрь 2014). Дата обращения: 8 ноябрь 2019.
- ↑ 1 2 3 4 Беручашвили, Тамар . ТАСС. Дата обращения: 8 ноябрь 2019.
- ↑ Беручашвили назначена послом Грузии в Великобританию . Civil Georgia (4 декабрь 2015). Дата обращения: 8 ноябрь 2019.
Һылтанмалар
- საგარეო საიტზე ბიოგრაფია სამინისტროს საქმეთა 2019 йылдың 8 ноябрь көнөндә архивланған.