Бирмингем университеты

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте

Ҡалып:Университет

Бирмингем университеты (ингл.  University of Birmingham, лат. Universitas Birminghamiensis) — Бойок Британияла һәм донъяла иң эре һәм абруйлы университеттарҙың береһе. Англияның Бирмингем ҡалаһының үҙәк өлөшөндә урынлашҡан. Элиталы «Рассел» төркөмө составына инә, шулай уҡ Бөйөк Британияның « ҡыҙыл кирбесле университеттары» араһындағы иң боронғо һәм төп университеттарҙың береһе.

Студенттар һаны 30 мең кешенән артыҡ, ә баш кампусы 330 гектар майҙанда тора, шул арҡала Бирмингем университеты үҙәк Англиялағы иң эре уҡыу йорто булып тора.

Бирмингем университеты абитуриенттар рейтингында 2007 йыл мәғлүмәттәре буйынса, 4-се урында тора, унда бер инеү урынына 9 кеше тура килә, шул уҡ ваҡытта Бөйөк Британия юғары уҡыу йорттарына бюджеттан аҡса бүленмәй[1]. Университет Бөйөк Британияның һәм донъяның ТОП-100 иҫәбендәге тәүге тиҫтәгә инә[2][3].

Күренекле уҡытыусылар һәм тамамлаусылар

[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Бирмингем университетын тамамлаусыларҙың 8-еНобель премияһы лауреаттары[4] һәм 2-һе Бөйөк Британияның премьер-министры. Nobel prize medal.svg Ф. Астон — инглиз физигы, Лондон король йәмғиәте ағзаһы (1921), химия буйынса Нобель премияһы лауреаты (1922 йыл). 1919 йылда ул масс-спектрометр төҙөй һәм уның ярҙамында Астон 213 химик элементтарҙың 213 тотороҡло изотобын асҡан, атом йәҙрәләренең бәйләнешен ҡылыҡһырлаусы беренсе төргәк коэффициентының ҡыялығын төҙөй. Nobel prize medal.svg Сэр Уолтер Хоуорс — инглиз химигы-органик һәм биохимик, Лондон король йәмғиәте ағзаһы (1928), 1937 йылда аскорбин кислотаһы (витамин С) синтезлау өсөн химия буйынса Нобель премияһы лауреаты. Икенсе бөтә донъя һуғышында атом ҡоралы уйлап сығарыу эштәре менән шөғөлләнгән. Нобель премияһы — 1937 Лорд Роберт Сесил — Бирмингем университеты ректоры (1918—1944), Нобель тыныслыҡ премияһы лауреаты (1937 йыл). Nobel prize medal.svg Сэр Питер Медавар — инглиз биологы, физиология һәм медицина буйынса Нобель премияһы лауреаты (1960 йыл) организмды ҡартайыуҙан һаҡлау һәм организмға туҡыма өҫтәп ултыртыу өҫтөндә эшләй. Лондон король йәмғиәте ағзаһы (1949) Nobel prize medal.svg М. Уилкинсон — биофизик, физиология һәм медицина буйынса Нобель премияһы (1962 йы)) лауреаты, нуклеин кислоталарҙың молекуляр структураһын һәм уларҙың тере материяға мәғлүмәт тапшырыу өсөн әһәмиәтен" асҡан өсөн. Nobel prize medal.svg Д. Вейн — британия фармакологы, физиология һәм медицина буйынса Нобель премияһы (1982 йыл), аспириндың фармакологик үҙсәнлектәрен өйрәнеү өсөн. Nobel prize medal.svg П. Нерс — британия биохимигы . физиология һәм медицина өлкәһендә Нобель премияһы (2001 йыл), күҙәнәк циклын эукариот циклин һәм циклинға бойондороҡло киназдар менән юлға һалыуҙы асыу өсөн. Король йәмғиәте Президенты. Рокфеллер университеты Президенты. Nobel prize medal.svg Баллок Питер — Нобель тыныслыҡ премияһы лауреаты (2007 йыл) тупраҡ һәм климатты глобаль үҙгәреүҙән һаҡлау өлкәһендәге хеҙмәте өсөн 2007 йыл.

  • Н. Чемберлен — Бөйөк Британияның 60-сы Премьер-министры 1937—1940
  • Сергей Болдуин — Бөйөк Британияның 55, 57-59-сы һәм Премьер-министры (19231924, 19241929 һәм 19351937 йылдарҙа>

Э Иден, Бөйөк Британияның сит ил эштәре министры (1935—1938, 1940—1945), Бөйөк Британияның 64-се Премьер-министры (1955—1957), Бирмингем университеты ректоры вазифаһын биләгән (1945—1973).