Бирюч балкаһы (тора)

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте

Бирюч балкаһы — Ростов өлкәһе "нең Константинов районы Кременск хуторы янында табылған аҙаҡҡы палеолит тораһы (боронғо кешеләр торған урын). Төньяҡ Донец йылғаһы үҙәнендә урынлашҡан. Унда өс майҙансыҡ бар: 1-се Бирюч балкаһы , 2-се Бирюч балкаһы һәм 3-сө Бирюч балкаһы.

Тарих[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Бирюч балкаһы был боронғо торалар 1976 йылда[1]. Н. Д. Прасолов[2] тарафынан асылған.

Бирюч балкаһында палеолитик ҡомартҡыларҙың күп ҡатлаулы булыуы асыҡланған. Етәүһе — мустьер, бишәүһе — аҙаҡҡы палеолит һәм иң өҫкөһө — неолит[3]. Был археологик ҡомартҡылар 9 метрҙан ашыу ҡатламды тәшкил итә.

Тикшеренеү 1988—1992 һәм 2000—2004 йылдар дауамында үткәрелгән. Ҡаҙыныу эштәрен өс урында алып барған (1, 2 и 3).

Археологик эштәрҙән тыш, фәнни тикшереү эштәре лә үткәрелә. Маҡсаты — ҡатламдарҙың абсолют йәшен билдәләү, шул осорҙағы тәбиғәт шарттарын, климатын реконструкциялау.

Иң түбәнге мустьер ҡатламы беҙҙең эраға тиклемге 42000-40000 йылдар сиктәренә тура килә. Ә аҙаҡҡы палеолит дәүеренә ҡараған мәҙәниәт ҡатламының йәше, беҙҙең эраға тиклемге 32000-30000 йылдарға ҡарай. Һөйәк ҡалдыҡтары (бизондарҙың ҡалдыҡтары өҫтөнлөк итә, шулай уҡ, болан, ат, ваҡ антилопа ҡалдыҡтары) күпселеген түбәнге мустьер горизонтында ята. Шулай уҡ, был горизонтта бик күп кремнийҙан әйберҙәр табылған. Көл таптары һаҡланған урындар ҙа килеп сыҡҡан. Бында ҡырғыс, һоҫҡо таҙартҡыс, нуклеус (ваҡ умарта), һөңгө баштары табылған.

Өҫкө мустьер ҡатламдарында күберәк яҫы (плосколистный нуклеус), һәр төрлө ҡырғыс, һоҫҡо өҫтөнлөк итә.

Түбәнге мустьер ҡатламдарындағы әйберҙәр ҡайһы бер башҡа ҡомартҡылар — Волга буйындағы Шляхта, Донбасстағы Белокузьминовкала һәм Курдюмовкала, шулай уҡ, Төньяҡ Кавказдағы Монашка һәм Баракаева мәмерйәләрендәге менән оҡшаш.

Өҫкө мустьер ҡатламдарында әйберҙәр Ростов өлкәһенең Каменск районындағы Калитвенка 1, шулай уҡ Антоновка 1 һәм 2 Донбасс тораларындағы менән оҡшаштар.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]