Бисениек Анастасия Александровна
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
---|---|
Һөнәр төрө | боец сопротивления, партизан |
Заты | ҡатын-ҡыҙ |
Вафат булған көнө | 13 октябрь 1943 |
Тыуған урыны | |
Тыуған көнө | 1899 |
Үлем төрө | атып үлтереү[d] |
Гражданлығы | |
Үлем сәбәбе | пуля (снаряд ярсығы) яраһы[d] |
Вафат булған урыны | |
Һуғыш/алыш | |
Медиафайлы на РУВИКИ.Медиа |
Анастасия Александровна Бисениек (ҡыҙ фамилияһы Финогенова; 1899, Дно — 1943, Заполянье ауылыЛенинград өлкәһе[1]) — немец оккупацияһы осоронда хәрәкәт итеп, тимер юл транспортында диверсия ойошторған, концлагерь әсирҙәрен ҡасырып сығарған, оккупацияланған ҡалала агитация эшен алып барған Дно йәшерен ойошмаһы ҡатнашыусыһы һәм ғәмәлдәге етәксеһе. 1965 йылда Советтар Союзы Геройы исеменә лайыҡ була (үлгәндән һуң)[2].
Бала сағы һәм үҫмер йылдары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Бала сағы, ғаиләһе, Петроград тормошо[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Анастасия 1899 йылда Александр Павлович Финогенов Дно станцияһында стрелканы күсереүсе стрелочник һәм поездарҙы тағыусы сцепщик һәм уның ҡатыны Гликерия Степановна ғаиләһендә тыуған. Урыҫ. Финогеновтар ғаиләһендә 8 бала: 4 ул (Александр Василий, Сергей менән Павел) һәм 4 ҡыҙ (Анастасия, Евгения, Елизавета, Клавдия) булған. Анастасияның атаһы Александр 1914 йылда батша армияһы сафына саҡыртылған бер нисә йылдан, демобилизациянан һуң, Дноға инвалид булып әйләнеп ҡайта. Яҡшы итек йүнәтеү оҫтаһы тигән репутация яулай[3].
Башланғыс белем алғандан һуң, Анастасия бер ни тиклем тимер юл станцияһында эшләй, ә 1914 йылда армияға китер алдынан атаһы уны туғандары аша Петроградта тегеү фабрикаһына эшкә урынлаштыра. 1917 йылда, Октябрь революцияһынан һуң бер нисә көн үткәс, уның ғүмерендә фажиғәле хәл була — төнгө патрулдә йөрөгәндә уның Петроградта эшләгәндә танышҡан һәм оҙаҡ йылдар большевистик йәшерен эш алып барған һөйгәне Борис үлтерелә [4].
Балалары һәм Латвиялағы тормошо[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
1919 йылда Анастасия Дноға ҡайта һәм тимер юл эргәһендәге мәктәп яны интернатына эшкә урынлаша. ҡайтып анастасия төбөндә тимер юл эшкә урынлашып, 1921 йылда ҡасаҡ латыш Фёдор Бисениекка кейәүгә сыға һәм уның фамилияһын ала, тиҙҙән уларҙың Юрий исемле улы тыуа. 1922 йылда Фёдор Латвияға ҡайтыу рөхсәте ала, унда уның ғаиләһе ҡалған була, Анастасияны иҫкәртеп тормайса ул иленә ҡайтып китә. Был турала белмәгән Анастасия сабыйы менән ирен эҙләп бара,һәм Латвия сиген рөхсәтһеҙ сығып, 10 йыл дауамында түбән квалификациялы эштәрҙә йөрөй, тағы ла бер улы, Константин, тыуа.
Тыуған иленә ҡайтыуы һәм ҡулға алыныуы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Туғандары һәм таныштары аша ярҙам һорап М. И. Калининға мөрәжәғәт итә, һәм 1932 йылда Советтар Союзына ҡайтыу мөмкинлеге ала. Ике улы менән Дноға ҡайта, тимер юл селтәре узел тауар станцияһында үлсәүсе весовщик, һуңынан — вагон ҡараусы булып эшләй. Яҙыусы-документалист Н. В Масолов әйтеүенсә, Анастасия 1937 йылда, моғайын, берәрһе яла яғып, Эске Эштәр Халыҡ Комиссариаты органдары уны ҡулға ала, бер ни тиклем ваҡыт үткәс азат ителә[5]; Псков өлкәһенең Хәтер китабына һылтаныусы «СССР-ҙың сәйәси террор ҡорбандары» проекты мәғлүмәттәре буйынса, ул 1938 йылдың 6 июнендә ҡулға алына, ә 27 октябрҙә Ленинград өлкәһе УНКВД-һы «айырым өсәү» тарафынан РСФСР Енәйәт кодексының 58-9-11 статьяһы буйынса 10 йылға иркенән мәхрүм ителгән; 1939 йылдың 18 сентябрендә эш туҡтатыла, һуңынан ул аҡлана[6]. Азат ителгәндән һуң Анастасия станцияға эшкә ҡайта һәм уҡ ваҡытта Дно район башҡарма комитетының элекке рәйесе, ә һуңынан партизандар отряды командиры булған Василий Иванович Зиновьев менән таныша [7].
Оккупацияланған территорияла йәшерен эш[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Дно ҡалаһы һәм уның тирә-яғында йәшерен эш ойоштороу[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
1941 йылдың 18 июлендә В. И. Зиновьев һәм ВКП(б) район комитеты сәркәтибе булып эшләүсе М. И. Тимохин, обороналаныусы 22-се уҡсылар корпусының сигенеүен һәм немец ғәскәрҙәренең һөжүм итерен алдан һиҙеп, партизан отряды ойошторорға ҡарар итә (артабан ул «Берҙәм» тип атала, Зиновьев уның командиры, Тимохин — комиссары, ә Анастасияның өлкән улы Юрий — партизан отряды яугире һәм элемтәсеһе була). Ҡаланан китер алдынан улар Анастасия Бисениек менән осраша, уға ҡалала немец оккупацияһы менән көрәшеү маҡсатында ҡалыусы совет патриоттары төркөмөндә өлкән вазифаһын үтәүҙе, ҡалалағы һәм тимер юл селтәрендәге хәлде күҙәтеү, партизан-элемтәселәр менән бәйләнеш (уларҙы урмандан әленән-әле ебәрергә вәғәҙә итәләр) ойоштороуҙо, итексе атаһы фатирында конспиратив осрашыуҙар (уның йортона аяҡ кейемен ремонтлауға мохтаж кеше һәр ваҡыт күп килгән, һәм уларға осраҡлы кеше килеүе шик тыуҙырмаған), ҡалала тороп ҡалған халыҡ араһынан яңы подпольщиктар йәлеп итеү вербовка мөмкинлеген — Ленинград яғына поездар хәрәкәтен тотҡарлауҙы[8] (Ленинградҡа һөжүмдән ҡурҡып, совет командованиеһы партизан берләшмәләре алдына немец ғәскәрҙәренең транспорт коммуникацияларына тарҡаулыҡ индереү дезорганизовать бурысы ҡуйыла, айырым алғанда —Балтик буйынан килгән юлдарҙа һәм Дно бер юл селтәрендә) тәҡдим итәләр.[9]. Йәшерен эшләгәндә, Анастасия һәм уның туғандары ленинград блокадниктарына теләктәшлек белдерәләр сочувствие һәм үҙҙәренең эшмәкәрлеге аша ленинградлыларҙың хәлен еңеләйтеүҙәре менән ғорурланалар, 1943 йылдың февралендә Ленинград блокадаһы ҡулсаһы өҙөлөүгә шатланалар [10].
Анастасия, тылға эвакуацияланыу мөмкинлегенән баш тартып, Зиновьевтың тәҡдимен ҡабул итә һәм кесе улы Константин менән ҡалала тороп ҡала.[11] Ҡаланы икенсе көндө үк, 19 июлдә, немец ғәскәре оккупациялай. Анастасия элекке паровоз депоһына тәүге тапҡыр барыуында осраҡлы ғына оккупацион хакимиәте менән хеҙмәттәшлек итеүсе элекке аҡ гвардия офицеры Ризо (һуңынан ул бургомистр итеп тәғәйенләнә) менән осраша; Анастасия совет власына үпкә тота, гитлерсылар менән хеҙмәттәшлек итеүгә еңел ризалашырға тейеш, тип иҫәпләп, ул оккупацион хакимиәт менән хеҙмәттәшлек тәҡдим итә. Анастасия был тәҡдим менән килешкән булып ҡылана.[12]
1941 йылдың авгусынан башлап оккупацион властар рөхсәте менән ҡалала йәкшәмбе баҙарҙары ойошторола. Баҙар көндәренең береһендә Анастасияның Лукомо ауылында уҡытыусы булып эшләүсе апаһы Евгения атаһы йортона самолёттан ырғытылған совет агитация листовкаларын алып килә. Анастасия апаһы һәм уның мөмкинлектәре тураһында хәбәр апаһына Лукомо ауылы эргәһендәге хәрби частарҙың күсенеп йөрөүен күҙәтеүҙе һәм мөмкин булған һайын хәбәр итеүен үтенә, ә листовкаларҙы икенсе көндө оккупацион хакимиәт паровоз һәм вагон ремонтлау эштәренә мәжбүри йәлеп ителгән паровоз депоһы эшселәре араһында тарата [11]; Артабан Евгения Анастасияға листовкалар һәм немец частарының күсеа йөрөүе тураһында һәм Лукомо районында партизан хәрәкәте тураһында мәғлүмәт килтерә. Анастасия депола бер генә түгел, бер нисә тапҡыр совет листовкаларын, шулай уҡ йәшерен баҫылған һәм транспорт эшенә аяҡ салыуға саботировать тығындар һәм һәләкәттәр ойоштороуға, тимер юлдарын һәм хәрәкәтләнмәле подвижной составтарҙы ватыуға өндәүсе «Дновец» гәзитенең тираждарын тарата [13].
Анастасия ике йәш ярҙамсы комсомол ҡыҙҙы — Нина Зинаида Егорова һәм Нина Карабановны йәшерен эшкә йәлеп итә. Зина Егоров, һуғышҡа тиклем хәрби складта телефонистка булып эшләгән, ә һуғыш ваҡытында — немец аэродромынндағы ашханала официант булып эшләй һәм лётчиктар һәм техник персонал менән аралашҡан, Мәскәүҙән килгән Совинформбюро сводкаларын яҙыуҙы ойоштора, ә артабан — Ҡыҙыл Армия разведчиктары менән бәйләнеш урынлаштыра һәм уларға авиация часы штабын шартлатыуҙы ойоштороуҙа ярҙам итә [5]. Унынсы класс уҡыусыһы Нина Карабанова хәрби часта йыйыштырыусы булып эшкә урынлаша һәм питомникта уңыш йыйыуға йәлеп ителеүе менән файҙаланып, совет хәрби әсирҙәре менән бәйләнеш урынлаштыра, уларға ризыҡ, граждандар кейем-һалымы, медикаменттар, листовкалар ташый; ярҙам һорап мөрәжәғәт иткән хәрби әсирҙең береһенә Анастасия Нина аша, карта һәм компас тапшыра, һәм был бер нисә хәрби әсиргә ҡасыу мөмкинлеген бирә[5]; һуңынан Нина Скугры ҡасабаһы подпольщиктары менән бәйләнеш булдыра, ундағы хәрби әсирҙәрҙең партизан отрядына ҡасыуын ойошторалар.
Ауыл уҡытыусыһы Е. И. Иванова аша Бисениек ысынбарлыҡта партизан контроле аҫтында булған Ботаног ауылы[14] йәшерен ойошмаһы менән бәйләнеш булдыра. 1942 йылда һуғышҡа тиклем машинист булып эшләгән һәм әсирлектән ҡасҡан партизан разведчигы Дмитрий Яковлев, бер ыңғай ата-әсәһен дә күреп китеү ниәте менән, Бисениек йортона йәшерен осрашыуға явка килә, әммә ялған документтар тураһында ҡайғыртмаған булып сыға, тикшереү ваҡытында уны ниндәйҙер бер исемлек фигуранты булараҡ, немец полицайы таный һәм уны ҡулға ала. Яковлевты ҡулға алыу Анастасияны хафаға һала; Евгения апаһы уға ҡаланан бергә китергә тәҡдим итә, ләкин туғандарын һәм кем менән асыҡтан-асыҡ аралашҡан, гитлерсылар шул кешеләрҙе тотҡон итерен аңлағанға күрә, Анастасия баш тарта. Тиҙҙән Анастасия һәм Евгенияны һорау алыуға саҡыралар, һуңынан уларҙы туҡмалған Яковлевҡа күрһәтәләр, әммә апалы-һеңлелене белмәйем ти; ҡатындарҙы тиҙҙән иреккә ебәрәләр, ә ирҙе атып үлтерәләр [15].
Анастасияның кесе улы Константин хәтерләүенсә, 1943 йылдың 4 ғинуарында Анастасия уның ҡаланан 5-6 километр алыҫлыҡтағы тимер юл күперенә саңғыла барып килеүен һәм күперҙе һаҡлаусы немец орудиеларының һанын һәм урынын белеүен үтенә; заданиены үтәгәндә, уны немец һалдаты күреп ҡала һәм автоматтан ата башлай, егет зыян күрмәй, әммә пуля бер саңғыны яра. Бер нисә көн үткәс, был орудиеларҙы десантсылар юҡ итә, ә Анастасия, өлкән улы Юрий һәләк булғандыр, тип шикләнеп, Константинды бүтән разведкаға ебәрмәҫкә вәғәҙә бирә [10].
Зиновьев партизан отряды менән бәйләнеш[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Анастасияға В. И. Зиновьев партизан отрядынан беренсе ебәрелгән элемтәсе улы Юрий була, һәм ул әсәһенә Дно районының көньяҡ-көнбайыш ситендә Белое күле янында урынлашҡан отрядтың күсеү хәрәкәттәре переходы тураһында һөйләй. Ул үҙ сиратында улына оккупацияланған ҡалала, комендатура, һаҡлау ротаһы ваҡытлыса аэродром һәм замаскированный немец орудиелары (бер нисә көндән һуң уларҙы совет бомбардировщиктары юҡ итә), депола ремонт эштәре барышы, шулай уҡ оккупацион хакимиәт менән хеҙмәттәшлек итеүсе ҡала кешеләре хаҡында ҡыҫтырып, ни хәлдәр булғанын үҙе нимә белә, шуның хаҡында һөйләй [12]. Һуңынан Зиновьев партизан отрядының башҡа элемтәселәре лә связной (ул райондан киткәндә, юлдарҙа күп кенә серию диверсиялар ойоштороп, һуңынан Н. Г. Васильев командалыҡ иткән 2-се Ленинград партизан бригадаһына ҡушыла) бәйләнеш өсөн, Анастасияға совет гәзиттәрен, агитация листовкаларын, төрлө йомош поручение тапшырып һәм унан оккупацияланған ҡала тураһында төрлө мәғлүмәт белер өсөн, Дноға килгән [16].
2 октябрҙә Вязье — Бакач линии Новосокольники — Дно (Дно станцияһынан көньяҡҡараҡ) участкаһында Зиновьев партизан отряды ике паровозы һәм платформаһына танктар һәм орудиелар тейәлгән эшелон шартлатыу (эшелондың хәрәкәте һәм мәжбүри туҡтап тороуы тураһында оператив мәғлүмәт билдәһеҙ информаторҙан алыусы Анастасия Бисениек элемтәсеһе аша Зиновьевҡа тапшырылған) кеүек оло диверсия ойоштора. Был тимер юл бәйләнешенең оҙайлы эшләмәй тороуына һәм дошмандың Испан һәм 227-се пехота дивизияларының күсеүен тотҡарлай[17]. Ноябрь башында Бисениек Зиновьевҡа дошмандарҙың хәрби техника тейәлгән ҙур эшелонды оҙатырға әҙерләүҙәре һәм көслө һаҡ аҫтына ҡуйғандарын хәбәр итә; төндә Бакач станцияһы янында ҡуш паровоз тартҡан һәм көслө һаҡ аҫтында оҙатылған эшелонды 5 кешенән торған диверсия төркөмө (уның составына Анастасияның өлкән улы Юрий ҙа ингән) шартлата, диверсия үтәгәндән һуң, улар отряд урынлашҡан урынға имен-аман ҡайтып етә [18].
1941/42 йылдарҙағы ҡыш башланыуға оккупацион властар станцияны, депо оҫтаханаларын һәм хәрби эшелондарҙы һаҡлауҙы көсәйтеү буйынса бер нисә сара ойоштора, һәм тимер юлдарҙа диверсия һаны кәмерәк була бара, ә 1942 йылдың ғинуарында Анастасия бәйләнеш тотҡан «Берҙәм» партизан отрядынан хәүефле хәбәр килә: Холм ҡалаһында 1942 йылдың ғинуар һуғыштарының береһендә Торопецкий-Холм операцияһы, барышында, 2-се Ленинград партизан бригадаһы 3-сө удар армия менән берлектә ҡаланы немец оккупацияһынан азат итеү бурысын үтәү барышында отряд командиры һәләк В. И. Зиновьев (һуңыраҡ, 1944 йылда, үлгәндән һуң уға Советтар Союзы Геройы исеме бирелә) Һәләк була. Анастасияның улы Юрий етди яралана, һәм иптәше Александр Иванов ут зонаһынан сығара, һуңғараҡ Юрий «Батырлыҡ өсөн» [2]миҙалы менән бүләкләнә.
Тимер юлда диверсия ойоштороу[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
1941 йылдың декабрендә, әлегә тиклем 95-се партизан отряды составында хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашып йөрөүсе, ҡалала билдәле булған өс машинист Ф. Н. Давыдов, В. Э. Капустин и С. А. Скриповский Дноға махсус задание менән ҡайта. Эштәр менән етәкселек иткән немец белгесе Мюллерға депола яҡшы аҡса түләнгән эш табыу мөрәжәғәт менән килә, һәм тиҙҙән эшкә алыналар. Капустин Бисениекка шртлатҡыс табыу үтенесе менән мөрәжәғәт итә. Икенсе көндө Анастасия баҙар янында йөрөүсе ныҡ эскән булып ҡыланған Капустинға йәбешкәк состав менән буялған һәм өҫтөнән күмер саңы һибелгән картуф һалынған ҡап тапшыра. 1942 йылдың ғинуар көндәренең береһендә, Бисениек биргән шартлатҡыс йәшертеп хәрби эшелон паровозы мейесенә топка һалына һәм хәрби эшелондың ҡыйралышына килтерә. Немец эксперттары шартлау сәбәптәрен асыҡлай, ә паровоз депоһына ГФП (немец хәрби полиция) агенттары ебәрелә, әммә машинистар төркөмө, баш остарында ҡылыс уйнаһа ла, эшмәкәрлектәрен дауам итә, икенсе ҡыйралыш ойоштора. Киләһе көнгә машинистарҙы ҡулға алалар, һәм 1942 йылдың февралендә уларҙы атып үлтерәләр; Анастасия машинистарҙың үлемен ауыр кисерә [19].
Капустин төркөмө ойошторған һәләкәттән һуң күпмелер ваҡытҡа тимер юл селтәрендә диверсиялар туҡтап тора ваҡытта, ә немецтарға шикле тойолған бөтә машинистар һәм эшселәр ҙә депонан эштән сығарыла. Шул саҡта Анастасия көҙҙән үк бәйләнеш тотһа ла, бер ниндәй ҙә йөкләмә бирмәгән оло йәштәге машинист И. В. Филюхинды эшкә йәлеп итергә була. тағы Юл йөрөү эйә һәм ҡамасауҙарға буйынса Филюхин гитлерсыларҙың айырым ышанысын яулағанлыҡтан, юлдарҙа тотҡарлыҡһыҙ йөрөү хоҡуғына эйә була. Анастасия 23 февраль иртәһендә депоға, Филюхинға, көмөшкә шешәһенә оҡшатып төрөлгән быйма эсенә йәшерелгән шартлатҡыс ҡулайламаны килтерә. 2 көндән депола ремонтланған паровоз Сольцыстанцияһында шартлай һәм күп хәрби техника юҡҡа сыға. Бер аҙна үтеүгә Бисениек һәм Филюхин Дноның үҙендә шартлатыу ойоштора, аҙаҡтан — диверсия ойошторорға, тимер юлдың төрлө йүнәлештәрендә немецтарҙың бер-нисә эшелоны ҡыйратыла [20]; Филюхин Анастасия биргән паровоз миналарын таныш машинистар ярҙамында һалдыра һәм шул уҡ ваҡытта шартлауҙарҙарҙы ҡаланан йырағыраҡ һәм үҙ ғүмерҙәрен һаҡлап ҡалырлыҡ итеп ойоштороуҙы тәҡдим итә[13].
Ҡулға алыныуы һәм һәләк булыуы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Тәүге тапҡыр ҡулға алыныуы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
1943 йылдың йәйендә Анастасия Бисениек көтмәгәндә ГФП агентары тарафынан ҡулға алына. Немец йәшерен полицияһының уға ҡарата енәйәти дәлиле булмай, тәфтишсе уны немец контрразведкаһы менән хеҙмәттәшлек итергә күндерергә тырыша. Ул, ауырыу ата-әсәһенә һылтанып, хеҙмәттәшлек итеүҙән баш тарта; күпмелер ваҡытҡа тәфтишсе уның менән бик ҡыҙыҡһынмай, ләкин төрмәнән сығармай. Ҡулға алғандан һуң бер ай үтеүгә Анастасияны нисек көтмәгәндә ҡулға алған булһалар, шулай уҡ көтмәгәндә иреккә сығаралар [21]; һуңынан асыҡланыуынса, был алым зондерштаб Р резиденты булып эшләгән Борис Врангелдың тәҡдиме буйынса ҡулланылған, ул абвергруппа начальнигына Анастасияны сығарған кеше булып, уның артынан күҙәтеү ойошторорға һәм кемдәр менән бәйләнештә тороуын асыҡларға кәңәш иткән була [22]. Үҙенең артынан күҙәтәсәктәрен аңлаһа ла, Анастасия Филюхин менән осрашырға була, ләкин осрашҡанда Филюхин шулай уҡ эҙәрлекләнеүен белдерә (2 айҙан Филюхинды ҡулға алалар һәм, бер ниндәй ҙә ғәйеп тапмағанлыҡтан, концлагерға ебәрәләр; һуғыштан һуң ул Дноға ҡайта, тиҙҙән, йәшерен эшмәкәрлеген бер кемгә лә һөйләп өлгөрмәйсә, вафат була)[23]. Өйгә ҡайтҡас, атаһы Анастасияға Скугрыла бер төркөм хәрби әсирҙе ҡасырырға теләгән йәшерен ойошма ағзаларын күпләп ҡулға алыуҙар тураһында, һәм был хәл Днола тотолған агент «Анатолий» (һуңынан партизандар уны атып үлтерә), Василий Лубков һәм Дусхальда Эрманды һатҡандан һуң башлана. Дусхальда Эрман ҡулға алына һәм тиҙҙән атып үлтерелә, Василий Лубков Заполянский үлем лагерына ебәрелә [23].
Икенсе тапҡыр ҡулға алыныуы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Үҙ хәленең мөшкөллөгөн аңлаған һәм яңынан ҡулға алырҙарын һиҙенгән Анастасия, бер нигә лә ҡарамай, диверсия эшмәкәрлеген әүҙемләштергән ленинград партизандарына тере ҡалған подпольщиктар менән һаҡланып ҡалған бәйләнешәрен тапшырырға ҡарар итә, һәм, төндә ҡаланан китеп, өс тәүлек буйы тирә-яҡ ауылдар буйлап йөрөп, кәрәкле кешеләрҙе таба. Өйгә ҡайтҡас, Анастасия таныштарынан ата-әсәһен һәм улы Константинды ҡулға алыуҙары тураһында ишетә. Өлкән улы Юрийҙың үлгәнен (1942 йылда партизандар лагерында ял ваҡытында бәхетһеҙ осраҡ һөҙөмтәһендә һәләк була) күңеле менән һиҙеп һәм кесе улы Константиндың ғүмере өсөн борсолоп, Анастасия ҡаланы йәшерен ташлап китеү фекеренән баш тарта һәм өйөнә ҡайта, бында уны боҫҡон көткән була; ул шунда уҡ ҡулға алына, ә ата-әсәһен һәм улын сығаралар (атаһы тиҙҙән сирләп китә һәм вафат була)[24].
1943 йылдың авгусында Анастасияны Порховҡа ебәрәләр, унда СД бүлеге контрразведчиктары фон Фогель,Тродлер Тимман һәм Михельсон уны хеҙмәттәшлек итеүгә күндерергә һәм ҡалған подпольщиктартарҙы һатырға мәжбүр итергә тырыша. Тәфтишсе Тимман уны электрошок менән язалай; ул бер нисә тапҡыр аңын юғалта, әммә һөйләүҙән баш тарта. Күпмелер ваҡыт үтеүгә оберштурмфюрер Тродлер уға ҡарата яңы "йәшәргә ҙур ынтылыш язаһы"н «пытка жаждой жизни» ҡулланып ҡарарға була; уның мәғәнәһе шунда: «әгәр ғазаплы язанан һуң, тотҡонға иректә булыу, паркта йөрөү, яҡшы итеп ашап-эсеү, мөмкинлеген бирһәң, ул ҡаушай, тубыҡлана». Август төндәренең береһендә Тродлер Анастасияны Порхов ҡалаһы сигендәге боронғо ҡәлғә емереклектәренә алып сыға һәм уға ял итеп йөрөү һәм Шелонь йылғаһы буйында ултырыу мөмкинлеген бирә. Әммә шунан һуң да ул гитлерсылар менән хеҙмәттәшлек итеүҙән тупаҫ формала баш тарта [5].
Заполянский үлем лагеры[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Тродлер менән хеҙмәттәшлек итеүҙән баш тартҡандан һуң, ул Анастасияны «һыңаргүҙ иблискә» «одноглазый дьявол» — Порховтан йыраҡ булмаған коменданты һыңар күҙле унтерштурмфюрер Гембек булған Заполянский лагерына оҙатырға бойора. Заполянский лагерында немец властары менән хеҙмәттәшлек итеүҙән баш тартҡан подпольщиктар, партизандар һәм әсирҙәр язаларға дусар ителгән, һәм 10 ай эшмәкәрлеге дәүерендә өс меңдән ашыу кеше һәләк ителгән була. Анастасия башҡа әсирҙәргә төрлөсә ярҙам итергә тырыша һәм уларҙың хөрмәте менән файҙалана. Әсирлеккә эләккән партизан Василий Лубковтың (һуңынан лагерҙан ҡаса, әммә юлда һәләк була) иренең хәлен белергә килеүсе ҡатыны Александра Лубкова аша Анастасия туғандарына үҙенең ҡайҙа икәнен белдереп хәбәр ебәрә[25].
Анастасияның улы Константин Днонан Заполяньеға әсәһенең янына, уның хәлен белергә йәйәү килә һәм сым аша һөйләшеү рөхсәте менән файҙалана. 1943 йылдың 18 сентябрендә Константин әсәһе янына һуңғы тапҡыр килә; әсәһе, үҙен тиҙҙән атасаҡтарын һиҙенеп һәм улын да ҡулға алыуҙарынан ҡурҡып, улының бүтән килмәүен һәм ҡаланан партизандар янына урманға китеүен үтенә. Константин әсәһен ҡотҡарыу мөмкинлеге тураһында гел уйлай, ләкин оҙайлы тотҡонлоҡтан һәм ғазаплауҙарҙан көсһөҙләнгән әсәһен бер нисә тоғро иптәше менән генә ныҡ һаҡланған лагерҙан ҡасырыу мөмкин булмаясағын аңлай. Әсәһенең күрһәтмәләрен үтәп, ул үҙенең дуҫы Константин Иванов менән Днонан урманға партизандар янына китә, һуңынан Ҡыҙыл Армия һалдаты булып хеҙмәт итә, түбәнге новгородта демобилизацияланғандан Түбәнге Тагилда һәм Новгородта инженер булып эшләй, олпат йәшенә тиклем ғүмер итә[5][26].
1943 йылдың 13 октябрендә Анастасияны лагерь коменданты Гембек күрһәтмәһе буйынса атып үлтерәләр. 1943 йылдың ноябрендә (Дно тимер юл селтәрен 2-се Балтик буйы һәм Ленинград фронты, ғәскәрҙәре тарафынан азат итеүгә 3 ай ҡалғас) Ҡыҙыл Армияның һөжүмен алдан күреп, оккупацион властар, 10 ай эсендә үлтерелгәндәрҙең мәйеттәрен күмдереп һәм яндырып, Заполянский лагерын юҡ итергә тырышты [27].
Хәтер[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
1965 йылдың 8 майында, СССР Юғары Советы Президиумының № 3574-VI указы (Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә 20 йыл тулыу алдынан) менән Бисениек Анастасия Александровна, Дно йәшерен ойошма ҡатнашыусыһы (Псков өлкәһе) һәм йәшерен ойошма һәм партизан отрядтарының тағы 8 ҡатнашыусыһына Советтар Союзы Геройы исеме бирелә (9 кеше араһынан 8 кешегә — үлгәндән һуң).
Дно тимер юл станцияһында постаментҡа мемориаль гранит таҡтаташҡа яҙып ҡуйылған: «Бында, Дно станцияһында, ҡалала ваҡытлыса немец-фашист оккупацияһы хөкөм һөргәндә, йәшерен ойошма ҡатнашыусыһы, Советтар Союзы Геройы Анастасия Александровна Бисениек эшләгән. Ҡыйыу патриотка 1943 йылдың октябрендә фашист йәлләттәре тарафынан йыртҡыстарса язаланып үлтерелгән. Тыуған илебеҙ азатлығы һәм бойондороҡһоҙлоғо өсөн ғүмерен биргән геройҙарға мәңгелек дан». Дно локомотивный депоһы музейында Дно йәшерен ойошмаһы тарихына арналған экспозиция булдырылған. Дно ҡалаһының үҙәк урамдарының береһенә Бисениек исеме бирелгән.
1980-се йылдарҙа Анастасия Бисениек яҙмышы менән ленинград яҙыусы-документалисы Николай Виссарионович Масолов ҡыҙыҡһына, һәм уның туғандары, дно йәшерен ойошмаһы ҡатнашыусылары һәм партизан отрядтары районында хәрәкәт итеүселәр менән осрашып, уның тормошо һәм көрәшен ентекле тасуирлай.
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ Деревня Заполянье в составе Порховского района с 23 августа 1944 года входит в Псковскую область.
- ↑ 2,0 2,1 Масолов Н. В., 1988, с. 31—32
- ↑ Масолов Н. В., 1988, с. 10
- ↑ Масолов Н. В., 1988, с. 12
- ↑ 5,0 5,1 5,2 5,3 5,4 Масолов Н. В., 1988
- ↑ Бисениек Анастасия Александровна . Списки жертв. Дата обращения: 28 сентябрь 2015.
- ↑ Масолов Н. В., 1988, с. 12—13
- ↑ Масолов Н. В., 1988, с. 8
- ↑ Масолов Н. В., 1988, с. 21
- ↑ 10,0 10,1 Масолов Н. В., 1988, с. 46
- ↑ 11,0 11,1 Масолов Н. В., 1988, с. 15
- ↑ 12,0 12,1 Масолов Н. В., 1988, с. 16
- ↑ 13,0 13,1 Масолов Н. В., 1988, с. 42
- ↑ Масолов Н. В., 1988, с. 34—35
- ↑ Масолов Н. В., 1988, с. 36—38
- ↑ Масолов Н. В., 1988, с. 18—19
- ↑ Масолов Н. В., 1988, с. 20—22
- ↑ Масолов Н. В., 1988, с. 22—23
- ↑ Масолов Н. В., 1988, с. 27—31
- ↑ Масолов Н. В., 1988, с. 33—34
- ↑ Масолов Н. В., 1988, с. 49
- ↑ Масолов Н. В., 1988, с. 51
- ↑ 23,0 23,1 Масолов Н. В., 1988, с. 50
- ↑ Масолов Н. В., 1988, с. 51—52
- ↑ Масолов Н. В., 1988, с. 54
- ↑ Шинкарев-Бисениек К. Дорогое имя // Нам не забыть вас, ребята. Архивировано 28 сентябрь 2015 года.
- ↑ Масолов Н. В., 1988, с. 57—58
Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Бисениек Анастасия Александровна // Герои Советского Союза: Краткий биографический словарь / Пред. ред. коллегии И. Н. Шкадов. — М.: Воениздат, 1987. — Т. 1 /Абаев — Любичев/. — С. 165. — 911 с. — 100 000 экз. — ISBN отс., Рег. № в РКП 87-95382.
- Масолов Н. В. За особые заслуги: О Герое Сов. Союза А. А. Бисениек. — М.: Политиздат, 1988. — 94 с. — (Герои Советской Родины). — ISBN 5-250-00093-2.
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Анастасия Александровна Бисениек . «Герои страны» сайты.