Бискра (ҡала)

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Бискра (ҡала)
Почта индексы 07000
Административ үҙәге Бискра[d]
Сиктәш Branis[d]
Халыҡ һаны
Административ-территориаль берәмек Бискра[d]
Дәүләт
Майҙаны
  • 127,55 км²
Туғандаш ҡала Мобёж[d] и Махачҡала
Урынлашыу картаһы
Диңгеҙ кимәленән бейеклек 87 метр
Рәсем
Сәғәт бүлкәте UTC+1:00[d]
Логотип РУВИКИ.Медиа РУВИКИ.Медиа файлдары

Бискра (ғәр. بسكرة ‎; бербер.: Biskra in Tifinagh.svg Tibeskert, шулай уҡ 1981 й. алыпБескра[2]) — Алжирҙың төньяғындағы ҡала, шул уҡ исемле төп административ-территориаль берәмектең (вилайет) һәм округтың адиминистратив үҙәге. Алжирҙан көньяҡ-көнсығышҡа ҡарай яҡынса 400 саҡрым, Баина ҡалаһынан көньяҡ-көнбайышҡа ҡарай 115 км, Туггурт ҡалаһынан төньяҡҡа ҡарай 222 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы — 190 000 кеше (2005 йылға)[3].

Бискра урамы (1910 йыл).

IX быуатта ҡала урынлашҡан ерҙәрҙе ғәрәптәр яулай. Бискра XII быуат башында Заб ярым бойондороҡло дәүләттең баш ҡалаһы булып китә[2][3]. Әммә XIII быуатта был ерҙәр Ифрикия дәүләте менән идара иткән Хәфсидтәр династияһы хакимлығы аҫтына эләгә. 1552 йылда Бискраны Ғосман империяһы баҫып ала[2][3]. Төрөк хакимлығы XIX быуаттың беренсе яртыһына тиклем дауам итә; 1844 йылда Бискраны француз ғәскәрҙәре баҫып ала[4]. 1849 йылдан алып 1851 йылға тиклем осорҙа ҡалала цитадель төҙөлә[2][3]. 1849 йылдан алып 1871 йылдарға тиклем Бискра француздар менән урындағы күсмә ҡәбиләләр араһындағы һуғыш аренаһы була.

1962 йылда Бискра бойондороҡһоҙ Алжирҙың өлөшө була.

Бискра климаты
Күрһәткес Ғин. Фев. Март Апр. Май Июнь Июль Авг. Сен. Окт. Нояб. Дек. Йыл
Уртаса максимум, °C 16,6 18,8 21,8 25,6 30,7 36,2 39,7 38,9 33,8 27,3 21,1 17,1 27,3
Уртаса температура, °C 11,8 13,7 16,4 19,9 24,8 29,9 33,2 32,8 28,2 22,3 16,3 12,5 21,8
Уртаса минимум, °C 6,9 8,6 10,9 14,2 18,8 23,6 26,6 26,5 22,6 17,1 11,4 7,8 16,2
Яуым-төшөм нормаһы, мм 12 8 12 10 12 5 1 6 23 16 18 7 130
Сығанаҡ: World Climate

Урындағы төп иҡтисадтың нигеҙен ауыл хужалығы продукцияһын етештереү һәм эшкәртеү тора. Ауыл хужалығы культураларын үҫтереү һуғарыу системаһы ярҙамында тормошҡа ашырыла[3]. Беренсе сиратта, бындай культура булып - финик емеше тора. Шулай уҡ бойҙай, арпа, инжир, гранат, өрөк һәм зәйтүн үҫтерелә[3].

Урындағы радиостанция бинаһы

Урындағы бюджеттың мөһим килеме булып туризм тора. Туристарҙы, тәү сиратта, ҡышҡы ваҡытта урындағы йомшаҡ климат, шулай уҡ ревматизм һәм инфекцион ауырыуҙарға ҡаршы дауалау маҡсаттарында ҡулланылған көкөрт сығанаҡтары йәлеп итә[3].

Ҡала транспорт үҙәге булып тора, унан аша автомобиль һәм тимер юлдары үтә. Бискрала шулай уҡ аэропорт бар.

Бискра халҡы
Йыл Халҡы[5]
1901 7500
1911 20 000
1926 22 000
1931 18 900
Бискра халҡы
Йыл Халҡы[5]
1936 21 300
1948 36 400
1954 52 500
1966 59 300
Бискра халҡы
Йыл Халҡы[5]
1977 77 000 (город)
90 500 (мун-тет)
1987 128 300
1998 177 600
  1. https://www.citypopulation.de/en/algeria/cities/
  2. 1 2 3 4
    Biskra (Algeria)(недоступная ссылка) Britannica Online Encyclopedia  (инг.)
  3. 1 2 3 4 5 6 7
    Biskra 2018 йылдың 18 октябрь көнөндә архивланған. Encyclopaedia LookLex  (инг.)
    Өҙөмтә хатаһы: <ref> тег дөрөҫ түгел: «looklex» исеме бер нисә тапҡыр, икенсе йөкмәткегә билдәләнгән Өҙөмтә хатаһы: <ref> тег дөрөҫ түгел: «looklex» исеме бер нисә тапҡыр, икенсе йөкмәткегә билдәләнгән Өҙөмтә хатаһы: <ref> тег дөрөҫ түгел: «looklex» исеме бер нисә тапҡыр, икенсе йөкмәткегә билдәләнгән
  4. Рынок, Бискра, Алжир (1899). Дата обращения: 25 сентябрь 2013.
  5. 1 2 3 populstat.info 2016 йылдың 3 март көнөндә архивланған.