Богдан Звонко
сер. Звонко Богдан | |
Гражданлығы | |
---|---|
Хәләл ефете | Gizela Vuković[d] |
Һөнәр төрө | йырсы, йырҙар авторы |
Рәсми сайт | zvonkobogdan.net |
Заты | ир-ат |
Лейбл звукозаписи | Hayat Production[d] |
Тыуған көнө | 5 ғинуар 1942 (82 йәш) |
Әүҙемлек осороноң башланыуы | 1971 — наст. время |
Музыка ҡоралы | вокал[d] |
Тыуған урыны | |
Медиафайлы на РУВИКИ.Медиа |
Звонимир «Звонко» Богдан (сер. Звонко Богдан / Zvonko Bogdan; 5 ғинуар 1942 йыл) — серб йырсыһы, серб, хорват, румын һәм венгрҙарҙың халыҡ йырҙарын башҡарыусы, буневцыларҙың йырҙарын башҡарыусы булараҡ таныла. Йырсы булыуҙан тыш, ул композитор, рәссам, шарап эшләүсе һәм ат ярыштары менән мауыға.
Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Сомбор ҡалаһында 1942 йылда, ҡала венгр ғәскәрҙәре тарафынан баҫып алынған ваҡытта тыуа. Буневец ғаиләһенән. Бала сағы олатаһы Стипан Кукурузараның (әсәһенең атаһы) салашында (фермала) үтә. Атаһы яғынан ҡартатаһы Франя атаһы — кусер, тамбурицала уйнай һәм ярайһы бай була. Звонко күпмелер ваҡыт Сомбор театрында сығыш яһай, әммә19 йәшендә Белградҡа театр академияһына уҡырға инеү өсөн китә. Ул кафанала сығыш яһап аҡса эшләй, тиҙҙән был һәләте уның булмышына әйләнә[1].
Звонко Богдан Белградтың журналистар һәм богема вәкилдәре осрашҡан «Унион» ҡунаҡханаһында 30 йылдан ашыу йырлай[1][2]. Тәүге соло концертын Калемегданда ҡуя, ә 1971 йылда, үҙенең иң билдәле — «Хеј салаши на северу Бачке» (серб. Эй, Бачканың төньяғындағы утарҙар)[1] йырын яҙҙыра. 1972 йылда Петроварадинский ҡәлғәһендә Нови-Садта Балаж Яника менән тамбурицала уйнаған оркестр оҙатыуында сығыш яһай[1][3].
Богдан тамбурицвлар оркестры оҙатыуында Воеводина һәм Славонияның үҙенсәлекле һәм халыҡ йырҙарын башҡара. Репертуарындағы бер нисә йырҙың авторы, венгр һәм сиған телдәрендә йырлай. Концерттарында Миле Николич оркестры һәм Хорватияның «Zagrebački tamburaši» ансамбле менән сығыш яһай. Ул Сербия һәм Хорватияла ғына сығыш яһап ҡалмай, ә был халыҡтар йәшәгән башҡа илдәргә лә концерттары менән йөрөй.
Музыканан тыш[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Ҡатыны — Мирьяна менән Белградта никахлаша. Зигмунд исемле улдары һәм Эвелина исемле ҡыҙҙары бар. Ейәндәре — Нина, Александр, София. 1980 йылдан Богдан Суботицала йәшәй[1]. Богдан ат ярыштары менән мауыға, аттар уның ижадында төп тема, тип әйтергә була[4].
Дискография[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 22 апреля 1971 — Звонко Богдан[5]
- 15 октября 1972 — Бисери народне музике[5]
- 4 декабря 1973 — Звонко Богдан и оркестар Шандора Лакатоша[5]
- 8 октября 1974 — Звонко Богдан пева за Вас[5]
- 19 марта 1976 — Што се боре мисли моје[5]
- 10 января 1980 — Звонко Богдан[5]
- 6 июня 1981 — Звонко Богдан и тамбурашки оркестар Јанике Балажа[5]
- 15 февраля 1984 — Песме и песници[5]
- 22 июня 1984 — Леголас[5]
- 20 июня 1988 — Сваку жену волим ја[5]
- 1990 — Звонко Богдан
- 2001 — Живот теће у лаганом ритму
- 2002 — Живим живот к’о скитница
- 2003 — Раритети
- 2004 — Успомена на време које се сигурно поновити неће
- 2005 — Панонија и ја
- 2007 — Тко те има, тај те нема
- 2008 — Године су многе прошле
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 Zoran Panović. Bački meraklija (серб.). Danas (11 май 2006). Архивировано 25 июль 2011 года. 2011 йылдың 25 июль көнөндә архивланған.
- ↑ Nebojša Mijalković. Veliki gospodin pesme (серб.). Balkanmedia.com (24 май 2002). Архивировано 18 октябрь 2002 года. 2002 йылдың 18 октябрь көнөндә архивланған.
- ↑ Jovan Tanurdžić. Ono vreme što se vratit’ neće! (серб.). Dnevnik (30 декабрь 2006). Архивировано 16 апрель 2013 года. 2013 йылдың 16 апрель көнөндә архивланған.
- ↑ Derby kasački Hrvatski 2010 йылдың 6 апрель көнөндә архивланған.
- ↑ 5,0 5,1 5,2 5,3 5,4 5,5 5,6 5,7 5,8 5,9 Dogandžić Aco. Zvonko Bogdan: pesme i konji. — Belgrade: Narodno delo, 2000. — ISBN 86-489-0097-2. (серб.)