Богдан Хмельницкий һәйкәле (Донецк)
Богдан Хмельницкий һәйкәле (Донецк) | |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Донецк |
Дәүләт | |
![]() | |
Нигеҙләү датаһы | 1954 |
Жанр | паблик-арт[d] |
Һүрәтләнгән объект | Богдан Михайлович Хмельницкий[d] |
![]() |
Богдан Хмельницкий һәйкәле Украина гетманы Богдан Хмельницкий Михайлович хөрмәтенә ҡуйылған һәм Переяслав радаһының 300-йыллығына тап килтереп асылған.
Һәйкәлдең авторы Донецк скульпторы Павел Павлович Гевеке[1].
Һәйкәл ат һынынан ғибәрәт. Богдан Хмельницкийҙың суҡмар тотҡан уң ҡулы күтәрелгән. Һул ҡулына теҙген тотҡан. Һыбайлы аҫтында ат үрә торған.
Һәйкәлдең ике күсермәһе ҡуйылған: Донецкиҙ һәм Украинскиҙа.
Донецк
Донецктағы һәйкәл Донецктың Пролетар районында, Оло Магистраль урамындағы «Юбилейный» Мәҙәниәт йортоноң скверында урынлашҡан. Һәйкәл 1954 йылда ҡуйыла[1].
2011 йылда Шахтерҙар майҙанында Александр Невскийгә[2] һәм сүкеп эшләнгән фигуралар паркында Георгий Победоносецҡа һәйкәл[3] ҡуйғанға тиклем Богдан Хмельницкий һәйкәле Донецкта берҙән-бер атлы һәйкәл була[1]
Урынлаштырыу датаһы билдәле түгел.
Бронзанан эшләнгән һәм һоро буяуға буялған. Таш плитка менән көпләнгән бейек постаментҡа ҡуйылған. Һәйкәл ҡуйылған ваҡытта суҡмары булған[4], һуңынан ул өҙөп алынған. 2010 йылда һәйкәл яңынан тергеҙелә, яңы суҡмар йәбештерелә. Бынан тыш гетман һыны буяла.
Украинск
Һәйкәл Украинскта 1964 йылдың 14 октябрендә «Украина» шахтаһы янында ҡуйыла[5]. Һәйкәл тимер-бетондан эшләнгән.
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 3 Куда исчезла донецкая «Венера»? Архивировано 5 декабрь 2012 года.
- ↑ Вторая конная . Архивировано 5 декабрь 2012 года.
- ↑ В Донецке открыли памятник Георгию Победоносцу . Архивировано 5 декабрь 2012 года.
- ↑ Дмитрий Заборин. Каменные лица Донецка // «Пятница» («Салон Дона и Баса»). — 15 апреля 2005.
- ↑ «В Донбассе есть копия памятника Хмельницкому?», Павел КОЛЕСНИК, «Комсомольская правда» в Украине . Архивировано 5 декабрь 2012 года. 2013 йылдың 19 ғинуар көнөндә архивланған.
Һылтанмалар
- Фотографии 1975 года . Архивировано 5 декабрь 2012 года.
- «В Донбассе есть копия памятника Хмельницкому?», Павел КОЛЕСНИК, «Комсомольская правда» в Украине . Архивировано 5 декабрь 2012 года. 2013 йылдың 19 ғинуар көнөндә архивланған.
- Памятник Богдану Хмельницкому . Архивировано 5 декабрь 2012 года.