Богоров Вениамин Григорьевич

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Ғилми дәрәжә биология фәндәре докторы[d]
Һөнәр төрө океанолог
Ҡәбере һүрәте
Эшмәкәрлек төрө Океанология и Гидробиология
Заты ир-ат
Уҡыу йорто
Вафат булған урыны
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ленин ордены Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены Ҡыҙыл Йондоҙ ордены В. И. Лениндың тыуыуына 100 тулыу айҡанлы юбилей миҙалы «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында күрһәткән фиҙаҡәр хеҙмәт өсөн» миҙалы «Мәскәүҙең 800 йыллығы иҫтәлегенә» миҙалы
2-се дәрәжә Сталин премияһы Сталин премияһы
Рәсем
Гражданлығы
Эш урыны
Ойошма ағзаһы СССР Фәндәр академияһы
Ерләнгән урыны
Тыуған көнө 11 (24) декабрь 1904
Вафат булған көнө 15 апрель 1971({{padleft:1971|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:15|2|0}}) (66 йәш)
Тыуған урыны
Логотип РУВИКИ.Медиа РУВИКИ.Медиа файлдары
В. Г. Богоровтың тыуыуының 75-йыллығына арналған СССР почта конверты.

Богоров Вениамин Григорьевичв (11 (24) декабрь 1904, Мәскәү — 15 апрель 1971 йыл, Кишинёв) — СССР океанологы һәм гидробиологы, СССР Фәндәр академияһының ағза-корреспонденты (1958).

Беренсе гильдия сауҙагәре (1908 йылдан), «Г. В. Богоров һәм Ко урман сәнәғәте ширҡәте» рәйесе Григорий Вениаминович (Евзель-Гирш Бениаминович) Богоров (1875—1923) һәм Фани Львовна (Фейга Лейбовна) Богорова (1878—1953) ғаиләһендә тыуған[2][3]. Уның апайҙары Сара (Александра, 1903—1988) һәм Эсфирь (1907—1996) була. Мәскәү дәүләт университетының физика-математика факультетының биология бүлегендә юғары белем ала. Уҡыуын 1926 йылда тамамлай. Уҡыуын тамамланғанға тиклем үк Мәскәү ғилми-тикшеренеү институтының «Персей» экпедиция судноһында фәнни эштәр башҡара (1924).

1930 йылдан Бөтә Союз балыҡ хужалығы һәм океанография институтында эшләй. 1940 йылда «Биологические сезоны в планктоне полярных морей» темаһына докторлыҡ диссертацияһы яҡлай. 1941 йылда СССР Фәндәр академияһының Океанология институты директорының фән буйынса урынбаҫары вазифаһын биләй. Шулай уҡ 1946 йылдан ул Мәскәү дәүләт университетының география факультеты профессоры булып эшләй.

1961 йылда Океанология институтында планктон лабораторияһы мөдире вазифаһына күсә. 1964 йылдан Мәскәү дәүләт университетының гидробиология кафедраһы мөдире.

Богоровтың Мәскәүҙәге Новодевичье зыяратында ҡәбере.

Мәскәүҙә Новодевичье зыяратында ерләнгән.

  • Ҡатыны — Эсфирь Львовна Минц (1904—1988), юрист, «Экспортхлеб» хеҙмәткәре.
    • Улы — Богоров Григорий Вениаминович (1938—1997), океанолог, геоморфолог, СССР Фәндәр академияһының А. Н. Андреев исемендәге Акустика институты ғилми хеҙмәткәре; химик В. А. Каргиндың кейәүе.
  • Улы — Лев Вениаминович Богоров (1944 йылда тыуған), микробиолог, рәссам (1994 йылдан — АҠШ-та)[4].

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре

[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

- Ленин ордены

- ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (шул иҫәптән 10.06.1945)

- Ҡыҙыл Йондоҙ ордены

- миҙалдар

- Икенсе дәрәжә Сталин премияһы (1951) — океанология өлкәһендәге хеҙмәттәре өсөн

«Профессор Богоров» фәнни-тикшеренеү судноһы һәм В. Г. Богоров портреты төшөрөлгән СССР Почта маркаһы

- Япон диңгеҙенең һыу төбөндә һыу аҫты һырты (Богоров һырты, координаталары: 42°40′ с. ш. 136°20′ в. д.HGЯO), «Витязь» фәнни-тикшеренеү судноһының 6-сы рейсында табылған (1951 й.)[5] һәм СССР Фәндәр академияһының фәнни-тикшеренеү судноһы («Профессор Богоров») В. Г. Богоров хөрмәтенә аталған.

- 1979 йылда СССР Почтаһы В. Г. Богоровтың тыуыуының 75-йыллығына арналған почта конверты сығара.

Диңгеҙҙәр һәм океандар планктонын, океандың биологик етештереүсәнлеге проблемаларын, унда географик зоналарға бүлеүҙе өйрәнә. Л. А. Зенкевич менән бергә океандың биологик төҙөлөшөн өйрәнеү өҫтөндә эшләй.

«Витязь» судноһында экспедиция начальнигы була.

Хеҙмәттәре исемлеге

[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
  • Вертикальное распределение зоопланктона и вертикальное расчленение вод океана // Труды института океанологии АН СССР. 1948. Т. 2.
  • Жизнь моря. М., 1954.
  • Продукция планктона и характеристика биогеографических областей океана // Доклады АН СССР. 1958. Т. 118. № 5.
  • С. И. Кан, Г. В. Богоров, Л. В. Богоров. Вениамин Григорьевич Богоров, 1904—1971. — Москва: Наука, 1989.
  • Богоров Вениамин Григорьевич // Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
  • Богоров Вениамин Григорьевич // Участники рейсов «Витязя». Музей мирового океана.
  • Биографические сведения на сайте «Летопись Московского университета»