Бойондороҡһоҙлоҡ буйынса Македония референдумы (1991)
Бойондороҡһоҙлоҡ буйынса Македония референдумы (1991) | |
---|---|
Дәүләт | |
Ваҡиға ваҡыты | 8 сентябрь 1991 |
Юрисдикция таралышы | Төньяҡ Македония |
Бойондороҡһоҙлоҡ буйынса Македония референдумы 1991 йылдың 8 сентябрендә Югославия социалистик федератив республикаһынан Македонияның бойондороҡһоҙ булыуын иғлан ителеүен хуплау өсөн үткәрелә. Һайлаусыларҙың күпселеге, һайлауға килгәндәрҙең 76%-ы, бойондороҡһоҙлоҡ өсөн тауыш бирә (96,4 %)[1].
Эре милли диаспоралар йәшәгән АҠШ, Канада һәм Австралияла алдан тауыш биреүҙәр үткәрелә. Македонияның бөтә сәйәси лидерҙары тауыш биреүгә саҡыра. Шуға ҡарамаҫтан албан милләтенән булғандар, үҙҙәрен ҡыйырһытылған аҙ һанлы халыҡ тип иҫәпләп, референдумға бойкот иғлан итә.
Һөҙөмтәләр
1991 йылдың 8 сентябрендә, тауыш биреү көнөндә кис менән, Македонияның баш ҡалаһы Скопьеның Иосип Броз Тито майҙанында (хәҙер площадь Македонии референдумдың һайлау комиссияһы рәйесе тәүге һөҙөмтәләрҙе иғлан итә һәм Македонияның бойондороҡһоҙлоҡ өсөн тауыш биреүен белдерә. Президент Киро Глигоров граждандарҙы азат, мөстәҡил һәм бойондороҡһоҙ Македония менән ҡотлап сығыш яһай.
Иҫкәрмәләр
- ↑ Snežana Trifunovska. Yugoslavia through documents: from its creation to its dissolution. Martinus Nijhoff Publishers, 1994