Алексей Николаевич Боков 1927 йылдың 12 сентябрендә БелоруссияныңМогилев ҡалаһында тыуған. Фельдшер-акушерлыҡ мәктәбендә белем ала (1946).
1951 йылда Курск медицина институтын (хәҙерге Курск дәүләт медицина университеты) уңышлы тамамлай. Институттың аспирантураһында уҡый. Уҡыуҙы тамамлағас ассистент, доцент булып эшләй. 1959 йылда РСФСР Һаулыҡ һаҡлау министлығының бойороғо менән Ростов медицина институтына күсерелә.
1959 йылдан алып 2013 йылға тиклем Ростов дәүләт медицина университетында эшләй. 1959 йылдан алып 1996 йылға тиклем коммуналь гигиена кафедраһы мөдире була. 1955 йылда медицина фәндәре кандидаты ғилми дәрәжәһенә дәғүә итеп кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлай. 1969 йылда «Гигиеническая оценка токсичности строительных материалов и изделий из синтетических полимеров» темаһына докторлыҡ диссертацияһы яҡлай. Медицина фәндәре докторы ғилми исеме ала. 1959—1962 йылдарҙа декан урынбаҫары, 1970—1972 йылдарҙа медицина институтының ғилми эш буйынса проректоры вазифаһын биләй. 1996 йылдан — Ростов дәүләт медицина университетының гигиена кафедраһы профессоры.