Борель Эмиль
Борель Эмиль | |
---|---|
франц. Félix Edouard Justin Émile Borel | |
![]() | |
Исеме | франц. Félix Edouard Justin Émile Borel |
Тыуған көнө | 7 ғинуар 1871[1][2][…] |
Тыуған урыны | |
Вафат көнө | 3 февраль 1956[3][1][…] (85 йәш) |
Вафат урыны | |
Ил | |
Ғилми даирәһе | Ихтималлыҡ теорияһы и Математика |
Эшләгән урыны | |
Альма-матер | |
Ғилми исеме | почётный доктор Софийского университета[d] |
Ғилми етәксеһе | Дарбу, Жан Гастон[d][5] |
Уҡыусылары | Анри Лебег |
Ниндәй өлкәлә танылған | один из основоположников теории меры и её приложений в теории вероятностей |
Награда һәм премиялары | |
![]() | |
![]() | |
![]() |
Феликс Эдуар Жюстин Эмиль Борель (франц. Félix Edouard Justin Émile Borel; 7 ғинуар 1871 йыл — 3 февраль 1956 йыл) — Франция математигы, сәйәсмән.
Биографияһы
Эмиль Борель Францияның көньяғында Сент-Африкала Авиньон тирәһендә тыуған. Атаһы - Оноре Борель протестант сиркәүе пасторы, әсәһе Эмилия Тейсье Солье фабрикант ҡыҙы була. Өс бала араһында Эмиль — бәләкәйе. Ул башланғыс белемен протестант мәктәбен етәкләгән атаһынан алған. «Пасторыбыҙҙың балаһы ғәжәйеп, — тип әйтә урындағы халыҡ, — геометрия нигеҙҙәрен өйрәнде, ә уға өс йәш кенә». 11 йәшендә Монтабан лицейына, 17 йәшендә — Париж изге Варвара колледжына уҡырға инә, Бөйөк Людовик лицейында механиканы һәм геометрияны өйрәнә. Конкурстарҙа ике премия алғандан һуң ул фән терәге булған Нормаль мәктәбендә, йәки сәнәғәтсе карьераһында яҡты киләсәк аса торған уҡыу йорто Политехник училищела уҡырға хоҡуҡ ала. Эмиль фән юлын һайлай һәм Нормаль мәктәпкә уҡырға инә. Уның беренсе хеҙмәттәре Гастон Дарбу тәьҫирендә геометрияға арнала. 1893 йылда ул Лион университетында уҡытыусы булып эшләй башлай. Ул бик күп эшләй, 3 йыл эсендә 22 хеҙмәт һәм диссертация яҙа. 1897 йылдан был Нормаль мәктәбенең профессоры.
1901 йылда ул хеҙмәттәше математик Пол Аппелдың ҡыҙы Маргаритаға, Камилла Марбо псевдонимы менән билдәле буласаҡ яҙыусыға өйләнә.
Икенсе донъя һуғышы ваҡытында Франция Ҡаршылыҡ хәрәкәтендә ҡатнаша. Ғалим немецтар тарафынан ҡулға алына һәм Френс төрмәһенә ташлана. Һалҡын һәм дымлы камерала бер ай торғас, ул азат ителә. Бөйөк математик Бразилияға сәйәхәт ваҡытында алған йәрәхәте арҡаһында 85 йәшендә үлә.
Уның туғаны Арманд Борель да танылған математик була.
Айҙағы кратер Борель хөрмәтенә аталған.
Уңыштары
Рене Бэр һәм Анри Лебег менән берлектә, үлсәү теорияһына һәм уны ихтималлыҡ теорияһында ҡулланыуға нигеҙ һалыусыларҙың береһе. Борель исемен йөрөтөүсе төп нәтижәләр:
— Принцип Бореля— Лебега
— Лемма Бореля — Кантелли
— Лемма Бореля
— Парадокс Бореля — Колмогорова
— Мера Бореля
— Алгебра Бореля
— Теорема Бореля — Каратеодори
— Теорема Гейне — Бореля
— Свойство Гейне— Бореля
— Сумма Бореля
— Преобразование Бореля
Урыҫ теленә тәржемә ителгән хеҙмәттәре
- Борель[Borel E.]`Тригонометрия`1909
- Борель[Borel E.]`Арифметика — первый цикл`1923
- Борель Э., «Пространство и время», пер. с фр. М. и А.Лопшиц; под ред. [и с предисл.] Н. Н. Андреева. — Москва, Гос. изд-во, [1924]. — XIII, [3], 177 с. : черт.; 23 см. — в изд.: «Современные проблемы естествознания» под общ. ред. А. Д. Архангельского [и др.]. Москва; Петроград : Гос. изд-во, 1922-. Кн. 21
- Борель[Borel E.]`Вероятность и достоверность`[1956]1964
- Борель[Borel E.] Дельтейль[Deltheil R.] Юрон[Huron R.]`Вероятности, ошибки`1972
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 Архив по истории математики Мактьютор
- ↑ Emile, Félix, Edouard, Justin Borel // base Sycomore (фр.) / Assemblée nationale
- ↑ 1 2 3 Борель Эмиль // Большая советская энциклопедия (урыҫ): [в 30 т.] / под ред. А. М. Прохоров — 3-е изд. — М.: Советская энциклопедия, 1969.
- ↑ 1 2 www.accademiadellescienze.it (итал.)
- ↑ Mathematics Genealogy Project (ингл.) — 1997.
Әҙәбиәт
- Полищук Е. М. Эмиль Борель, 1871—1956. — Л.: Наука, 1980.
Һылтанмалар
- Профиль Борель Феликс-Эдуард-Жюстен-Эмиль на официальном сайте РАН
- 7 ғинуарҙа тыуғандар
- 1871 йылда тыуғандар
- 3 февралдә вафат булғандар
- 1956 йылда вафат булғандар
- Парижда вафат булғандар
- Хәрби тәре 1939—1945 менән наградланыусылар (Франция)
- Почётлы легион Оло Тәре ордены кавалерҙары
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Алфавит буйынса ғалимдар
- Алфавит буйынса математиктар
- Франция математиктары
- XIX быуат математиктары