Борханов Миңдәхмәт Борхан улы

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Викидата элементы юҡ

Борханов Миңдәхмәт Борхан улы (1896 (1906?) - 29.12.1942) — ҡыҙылармеец, артиллерист, кесе сержант[1][2].

Миңдәхмәт Борхан улы Борханов 1896 (1906) йылда Рәсәй империяһы Өфө губернаһы Златоуст өйәҙе Нәсибаш улусы (хәҙер — Башҡортостандың Салауат районы) Илсекәй ауылында күп балалы аҫаба башҡорт ғаиләһендә тыуған. Түбәләҫ ырыуы Һунбыҡ нәҫеле егете.

1942 йылдың 29 декабрендә батырҙарса һәләк булған. Ворошиловград өлкәһе Мелов районы (хәҙер - Луганск Халыҡ Республикаһы) Стрельцовка ауылындағы хәрби зыяратта ерләнгән.

Миңдәхмәт Борханов 195-се артиллерия дивизияһының 475-се артиллерия полкындағы 5-се батареяның расчёт номеры булып хеҙмәт иткән. 1942 йылдың декабрендә был биләмәлә аяуһыҙ ҡаты алыш барған[3]. Ҡулға алынған ике немец мотоциклисы 27 декабрҙән башлап Старобельскиға немецтарҙың 19-сы танк дивизияһы ебәрелеүе тураһында хәбәр итә.

1942 йылдың 28 декабрендәге 475-се артиллерия дивизияһының хәрби хәрәкәттәр журналындағы яҙмаһында һәм 195-се уҡсылар дивизияһының был алышта кире ҡайтмаҫлыҡ юғалтыуҙар тураһында белдереүҙәрендә Стрельцовканы һаҡлаған яугирҙарҙың һәләк булыу датаһы 1942 йылдың 29 декабрендә, хәбәрһеҙ юғалғандарҙың датаһы башлыса 30 декабрь тип күрһәтелгән. «Копани» совхозына һөжүм 28 декабрҙә, ә Стрельцовка өсөн төп алыш 29 декабрҙә бара. 475-се артиллерия полкы 2-се артдивизионының ҡаршы тороуына ҡарамаҫтан, дошман ауылды ала. 475-се артиллерия полкының хәрби хәрәкәттәр журналында, 1942 йылдың 28 декабрендә 2-се дивизионға телефон аша дошман 6 танк һәм автоматсылар ротаһы менән Беловодскиҙан Стрельцовка йүнәлешендә хәрәкәт итеүе теркәлгән. Стрельцовка өсөн һуғыш барышында дивизионға ярҙам күрһәтергә ебәрелгән пехота Новострельцовка ауылына сигенә. Дошмандың 10 самолёты позицияларға ут асҡанлыҡтан, дивизион менән бәйләнеш өҙөлә. Полк командирының уны тергеҙергә теләүе уңышһыҙ тамамлана. Стрельцовка-Новоникольск юлында һәм ҡаланың көньяҡ ситендә немец автоматсылары уты аҫтында элемтәне яйға һалыу өсөн ебәрелгән бөтә яугирҙар йә яралана, йә һәләк була.

…31 декабрҙә 2-се дивизион разведчигы «тиңһеҙ алыштан һуң дивизион уратып алынды, ҡыйралыу хәүефе янағас, Петровка йүнәлешенә сигенде. Пехотаның алышҡа инмәй сигенеүе арҡаһында дивизион ауыр юғалтыуҙар кисерҙе. 5-се батареяның бер орудиеһы ғына сығарылды, ҡалған 6 орудиены танктар емерҙе. Ат составы һәләк булғанлыҡтан бөтөн ҡалған орудиены сығарырлыҡ кеше ҡалманы. Алыш барышында дивизион дошмандың 4 танкыһын, ике взвод автоматсыларын юҡ итте. Дивизион штабы начальнигы лейтенант Глухов, кесе лейтенант Сергеев дошмандың көслө уты аҫтында дивизиондың ҡалған яугирҙарын алып сыҡты» тигән мәғлүмәт бирә.

Уйһыу урында урынлашҡан 2-се дивизиондың дошмандың танк һөжүмен кире ҡағыуға насар әҙерләнеүе лә, дошман авиацияһының әүҙемлеге лә фажиғәлә ҙур роль уйнаған. 1942 йылдың 29 декабрендә Стрельцовка өсөн алышта дошман танкылары һөжүмен кире ҡаҡҡанда һәләк булған һәм хәбәрһеҙ юғалған 573-сө уҡсылар полкының 1-се батальонының 27 совет яугире араһында «Борханов Миңдәхмәт, 1896 йылғы, Башҡорт АССР-ы. Кесе сержант. 5-се батарея орудие номеры. 1942 йылдың 29 декабрендә Стрельцовка ауылындағы алышта һәләк булды. Стрельцовка ауылы зыяратында ерләнгән» тип күрһәтелгән[4].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
  • Память. Башкортостан. Книга 17. Уфа: Китап, 1999, с. 19