Бостон асыҡ китапханаһы
Бостон асыҡ китапханаһы | |
---|---|
ингл. Boston Public Library | |
URL |
bpl.bibliocommons.com catalog.mbln.org/polaris/ |
Страница учреждения на Викискладе | Boston Public Library |
![]() | |
Официальный блог | bpl.org/blogs/ (инг.) |
Коллекция күләме | 14 900 000 том |
Йылына инеүселәр һаны | |
Ойошма ағзаһы | Ассоциация научных библиотек[d][5], Международная федерация библиотечных ассоциаций и учреждений[d][6] и Urban Libraries Council[d][7] |
![]() | |
Рәсми атамаһы | ингл. Boston Public Library |
Дөйөм килем | |
Штаб-фатирҙың урынлашыуы | |
Урынлашыу | |
Content partnership category | Category:Media contributed by Boston Public Library[d] |
Рәсми сайт | bpl.org (инг.) |
Архитектор | Чарльз Макким[d] |
![]() | |
Административ-территориаль берәмек | Бостон |
Дәүләт | |
Фолловерҙар һаны | 33 780 |
Нигеҙләү датаһы | 18 март 1848[10] |
Социаль медиаларҙағы иҫәп яҙмаһы | Unsplash[d] |
Траты | 41 354 695 $[11], 41 750 784 $[12], 42 024 315 $[13] и 45 708 824 $[8] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
![]() |
Бостон асыҡ китапханаһы (ингл. Public Boston Library) — АҠШ-тың иң ҙур һәм һәр кем йөрөй алырлыҡ китапханаларының береһе. Китапхана бинаһы — Америкала неоренессанс архитектураһы миҫалдарының иң яҡшыларының береһе. Китапхана Бостондың үҙәгендә, Бэк-бэй районында урынлашҡан.
Америкала шәхси берәмектәрҙең финанс ярҙамы менән файҙаланған беренсе муниципаль китапхана. Бында АҠШ-та тәүге тапҡыр китаптарҙы һәм башҡа материалдарҙы өйгә биреп ҡайтарыу рөхсәт ителгән. Хәҙер китапхана дәүләттән финанс ярҙамы ала.
Китапханаға төп инеү ишеге өҫтөндә «Бөтәһе өсөн дә бушлай» тигән яҙыу тора. Ул шулай уҡ фәнни китапханалар Ассоциацияһы ағзаһы булып тора (Төньяҡ Америка фәнни китапханаларын берләштереүсе коммерция булмаған ойошма). Донъяның иң ҙур китапханалары исемлегенә ярашлы ул 14-се урынды биләй.
Америка китапханалар ассоциацияһына ярашлы, Бостон йәмәғәт китапханаһы фондының ҙурлығы буйынса, Конгресс Китапханаһы һәм Нью-Йорк асыҡ китапханаһынан ҡала, АҠШ-тың өсөнсө китапханаһы булып тора. Ул 22,4 миллион берәмек китап тупланмаһына эйә. Китапханала сәнғәт тарихы һәм америка тарихы буйынса ҙур фонд тупланған.
Китапхана коллекцияһында 1,7 миллиондан артыҡ һирәк осрай торған китаптар һәм ҡулъяҙмалар: урта быуат ҡулъяҙмалары, Шекспирҙың тәүге баҫмалары, Джордж Тикнор коллекциялары, Даниэль Дефоның төп коллекциялары, Джон Адамстың шәхси китапханаһының төп өлөшө, Натаниэль Боудитчтың математиканан һәм астрономиянан китапханаһы һәм башҡалар бар. Был китапханала бөтә китаптарҙы ла абсолют алыу мөмкинлеге. Китапхана хеҙмәткәрҙәре китап уҡыусы билеты һорамай. Бында урыҫ әҙәбиәтенең ғәйәт ҙур йыйынтығы тупланған.
Иҫкәрмәләр
- ↑ https://twitter.com/BPLBoston/status/947831060917899264
- ↑ 1 2 3 US Public Library System Data File, FY 2017 — Institute of Museum and Library Services, 2019.
- ↑ US Public Library System Data File, FY 2016 — Institute of Museum and Library Services, 2018.
- ↑ US Public Library System Data File, FY 2015 — Institute of Museum and Library Services, 2017.
- ↑ http://old.arl.org/arl/membership/members.shtml
- ↑ https://cdn.ifla.org/wp-content/uploads/ifla-members-and-association-affiliates_2023-01-12.pdf
- ↑ https://www.urbanlibraries.org/about/library-members
- ↑ 1 2 US Public Library System Data File, FY 2020 — Institute of Museum and Library Services, 2022.
- ↑ Карты Google — 2005.
- ↑ Encyclopedia of Library History (билдәһеҙ) — 1994. — бит 85. — ISBN 978-0-82-405787-9
- ↑ US Public Library System Data File, FY 2018 — Institute of Museum and Library Services, 2020.
- ↑ US Public Library System Data File, FY 2017 — Institute of Museum and Library Services, 2019.
- ↑ US Public Library System Data File, FY 2016 — Institute of Museum and Library Services, 2018.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
- Крупнейшие библиотеки мира
Һылтанмалар
К:Рувики:Айырым мәҡәләләр (АТЕ: Q100)
Был мәҡәләгә Рувикиның башҡа мәҡәләләре һылтанмай. |