Бострикиндарҙың табыш йорто
Достопримечательность | |
Бострикиндәрҙең табыш йорто | |
---|---|
![]() | |
47°13′32″ с. ш. 39°43′05″ в. д.HGЯO | |
Ил |
![]() |
Ҡала | Дондағы-Ростов и Пушкин урамы |
Архитектура стиле | модерн |
Проект авторы | С. В. Попилин |
Дата постройки | 1914 год |
Статус |
![]() |
![]() |
Бострикиндәрҙең табыш йорто — Дондағы Ростов ҡалаһының Пушкин урамындағы 106-сы йорт. Табыш йорто 1914 йылда төҙөлгән һәм Анна һәм Иван Бострикиндәрҙең[1] милке булған. Бина төбәк әһәмиәтендәге мәҙәни мираҫ объекты[2] статусына эйә.
Тарихы
Анна һәм Иван Бострикиндәрҙең табыш йорто граждандар инженеры Семён Васильевич Попилин проекты буйынса 1914 йылда төҙөлгән. Башында 1920-се йылдар башында килем йорто национализациялана һәм унда коммуналь фатирҙар урынлаштыралар. 1997 йылда Һаҡлыҡ банкы бинаның яңы эйәһе булып китә. Йортта йәшәүселәрҙе күсергәндән һуң бинаға капиталь ремонт һәм реставрация үткәрелгән. Унда банк бүлексәләре урынлашҡан.
Архитектураһы
Өс ҡатлы бина Пушкин урамында ҡыҙыл һыҙыҡ буйынса урынлашҡан. Килем йортоноң симметриялы фасады модерн стилендә[3] иррационализм һәм классицизм[4] элементтары ҡулланып биҙәлгән. Беренсе ҡаты эшкәртелмәгән дүртмөйөшлө таштар йәбештереп биҙәлгән (рустовка). Икенсе һәм өсөнсө ҡатта селтәрле рәшәткәле балкондар урынлашҡан. Бина фасады ҡатмарлы формала бөгөлгән аттик (декоратив стена) менән ослап ҡуйылған. Кәрниз өҫтөндә парапет тумбалары урынлаштырылған. Фасад декоратив штукатурка өҫтәлеп биҙәлгән. 1997 йылда реставрациялау барышында, бинаның архитектура стиленән сығып, бина фасадының төҫтәр гаммаһы һайлана.
Иҫкәрмәләр
- ↑ Волошинова Л. Ф. Пушкинская улица. — Ростов-на-Дону: «Донской издательский дом», 2000. — С. 103—106. — (Серия "Судьбы улиц, площадей, зодчих"). — ISBN 5-87688-250-X.
- ↑ Ростов-на-Дону (объекты культурного наследия регионального значения) . Официальный портал Правительства Ростовской области. Дата обращения: 23 сентябрь 2013.
- ↑ Ростовский модерн . Журнал Hi Home. Дата обращения: 27 октябрь 2013. 2013 йылдың 29 октябрь көнөндә архивланған.
- ↑ Модерн в архитектуре Ростова-на-Дону . mediaassa.ru. Дата обращения: 27 октябрь 2013.(недоступная ссылка)
К:Рувики:Айырым мәҡәләләр (АТЕ: Q908)К:Рувики:Айырым мәҡәләләр (АТЕ: Q4384779)
Был мәҡәләгә Рувикиның башҡа мәҡәләләре һылтанмай. |