Бранка Рауниг
босн. Branka Raunig | |
Гражданлығы | |
---|---|
Һөнәр төрө | археолог |
Заты | ҡатын-ҡыҙ |
Уҡыу йорто | |
Тыуған көнө | 1 ғинуар 1935 |
Вафат булған урыны | |
Вафат булған көнө | 13 июнь 2008 (73 йәш) |
Эшмәкәрлек төрө | археология |
Тыуған урыны |
Бранка Рауниг (босн. Branka Raunig; 1 ғинуар 1935, Сараево — 13 июнь 2008, Бихач) — Босния археологы, боронғо дәүерҙе тикшеренеүсе һәм музей кураторы.
Иртә йылдары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Бранка Рауниг 1935 йылдың 1 ғинуарында Сараевола тыуған[1]. Тормошоноң тәүге йылдар Кралевола үтә[2]. 1954 йылдан 1958 йылға тиклем ул Белград университетының философия факультетында археология өйрәнә. Уҡытыусыларының береһе археолог Гавел Бранко була.
Карьераһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Университетты тамамлағандан һуң Рауниг Босния һәм Герцеговинаға ҡайта, унда Бихачта Пунье музейында эшләй[2]. Тап шунда, яподтар ҡәбиләһенә ҡараған археологик материалдар менән эш итеп, Рауниг боронғо һинд-европа халыҡтары менән ҡыҙыҡһына, уны өйрәнеүгә ул үҙенең бөтә артабанғы ғилми карьераһын бағышлай[3]. 1963 йылда Рауниг Джяково төбәгендәге Музейға эшкә күсә, унда Пунья районында тупланып, япод тарихын өйрәнеүҙе дауам итә. Был төбәктәге археологик материалдар нигеҙендә ул магистр диссертацияһын яҙа, 1971 йылда уны яҡлай.. 1987 йылдан 1998 йылда пенсияға киткәнгә тиклем Рауниг Пунье музейында директор вазифаһын биләй. 1992 йылда япод ҡәбиләләре сәнғәте һәм дине темаһы буйынса докторлыҡ диссертацияһын яҡлай[4].
Ҡаҙыныуҙар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Үҙенең ғилми карьераһы ваҡытында Рауниг ҡаҙыныуҙарҙа ҡатнаша һәм уларҙың һөҙөмтәләре буйынса эштәр яҙа. Төбәктә ул өйрәнгән археология объекттарына Црквина-Голубич, Врандук, Под, Градина һәм Сойеничко, шулай уҡ Градишканан алыҫ булмаған участка ҡарай. Рауниг Джяковола ҡәберлектәрҙе тикшерә һәм рим ауылының барлығын дәлилләүҙә мөһим роль уйнай[5][6]. Рауниг шулай уҡ ҡаҙыныуҙар менән етәкселек итә, уның барышында мәсет табыла[7]. Рауниг материаль мәҙәниәттең күп аспекттары менән ҡыҙыҡһына, шулай у Крчанда табылған һәм латен мәҙәниәтенә ҡараған керамиканы тикшерә[8]. Ул шулай уҡ был төбәктә табылған боронғо ҡоралдарҙы тикшерә[9] Шуға ҡарамаҫтан, Раунигтың төп ҡыҙыҡһыныуы Боснияның тарихҡа тиклемге ваҡытына ҡағыла, ул шулай уҡ урта быуат ҡомартҡыларын өйрәнә[10].
Үлеме[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
2008 йылдың 13 июнендә Рауниг Бихачта пневмониянан үлеп ҡала[11].
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ d.o.o, OliveBH Umrla Branka Raunig . Дата обращения: 27 март 2021.
- ↑ 2,0 2,1 Sjećanje na Branku Raunig (1935-2008) . Дата обращения: 27 март 2021.
- ↑ Kronologija muških grobova japodske kulture tijekom željeznog doba (хорв.) (2017). Дата обращения: 27 март 2021.
- ↑ Umjetnost i religija prahistorijskih japoda.
- ↑ Raunig, Branka (1980). “Dva kasnoanticka groba iz okolice Ðakova”. Vjesnik Arheoloskog Muzeja U Zagrebu [сербохорв.] (12—13): 151—170.
- ↑ Migotti, Branka (2001). “Je li rimska Certisija bila na Štrbincima kod Đakova?”. Zbornik Muzeja Đakovštine [хорв.]. 5 (1): 77—96.
- ↑ Boras, Jelena (2019-12-18). “Pregled dosadašnjih arheoloških istraživanja u Đakovu - prilog proučavanju urbane matrice srednjovjekovnog i novovjekovnog Đakova”. Zbornik Muzeja Đakovštine [хорв.]. 14 (1): 7—40.
- ↑ Raunig, B. (1996-12-22). “Krčana - naselje mlađeg željeznog doba u selu Trnovi u sjeverozapadnoj Bosni”. Opvscvla Archaeologica [хорв.]. 20 (1): 39—69. ISSN 0473-0992.
- ↑ Raunig, Branka (2002). “Slučajni nalazi prahistorijskog oružja iz Bihaćkog polja”. Godišnjak Centra za balkanološka ispitivanja [босн.] (32): 267—282. ISSN 0350-0020.
- ↑ Mekanović, Husein Sejko (2019). “Srednjovjekovne crkve Svetog Martina iz Toursa na području općine Velika Kladuša”. Bosna Franciscana [босн.] (50): 101—112. ISSN 1330-7487.
- ↑ (2008) «Branka Raunig (1935-2008)» (bs).