Брест өлкәһенең ҡурсаҡ театры

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Брест өлкәһенең ҡурсаҡ театры
Административ-территориаль берәмек Брест
Ойошма хеҙмәткәрҙәре категорияһы Q101476783?
Дәүләт
Рәсем
Нигеҙләү датаһы 1963
Рәсми атамаһы бел. Брэсцкі абласны тэатр лялек
классик белор. Берасьцейскі абласны тэатар лялек
Рәсми сайт puppet-brest.by

Брест өлкәһенең ҡурсаҡ театры (бел. Брэсцкі абласны тэатр лялек, классик белор. Берасьцейскі абласны тэатар лялек) — Беларуссияның Брест өлкәһе ҡурсаҡ театры. 1963 йылда нигеҙләнгән. Ленин проспектында урынлашҡан был театрҙың төп бинаһы реконструкциялау арҡаһында театр ваҡытлыса Партизан урамы, 15 йорт бинаһында эшләй.

Театр Европа һәм Азия илдәре театрҙарының фестивалдәрендә уңышлы сығыш яһай. Абруйлы наградалары бик күп, шулар араһында Прагала үткәрелгән Бөтә донъя ҡурсаҡ театрҙары фестивалдәрендә өс тапҡыр Гран-при бүләгенә лайыҡ була. Театр Халыҡ-ара «Белая Вежа» театр фестивален ойоштороусыларҙың береһе[1].

1963 йыл театрҙың барлыҡҡа килгән рәсми датаһы тип иҫәпләнә. Ошо йылда Брест драма театрынан сыҡҡан ҡурсаҡ төркөмө үҙаллы коллективҡа әүерелә.

Белорус ҡурсаҡ сәнғәтен сит илдәрҙә популярлаштырыу һәм халыҡ-ара фестивалдәрҙә уңышлы сығыш яһағаны өсөн театр Беларусь Республикаһы Президенты тарафынан «Халыҡ-ара мәҙәни бәйләнештәрҙе үҫтереү өсөн» махсус премияһы менән бүләкләнә. 2007 йылда ижади ҡаҙаныштары өсөн Беларусь Республикаһы Министрҙар Советы театрға «Беларусь Республикаһының атҡаҙанған коллективы» тигән почетлы исем бирә[1]. Ололар өсөн Андрей Платоновтың «ФРО» әҫәре буйынса ҡуйылған спектакле 2016 йылда Беларусь милли театр премияһының «ҡурсаҡ театрҙарының иң яҡшы спектакле» һәм «иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ роле» номинацияларында лауреаты тип табыла[2].

  1. 1 2 «Брестский театр кукол» \ О театре. Брестский областной театр кукол. Дата обращения: 2 ноябрь 2018. 2018 йылдың 24 сентябрь көнөндә архивланған.
  2. Брестский театр кукол. Белгородский Государственный театр кукол. Дата обращения: 2 ноябрь 2018.