Брита Хагберг

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Гражданлығы
Заты ҡатын-ҡыҙ
Тыуған көнө 1756
Вафат булған көнө 19 март 1825({{padleft:1825|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:19|2|0}})
Һөнәр төрө военнослужащая
Вафат булған урыны

Брита Хагберг (швед. Brita Hagberg, тыумыштан Nilsdotter, тулы исеме Hagberg Brita Christina, шулай уҡ булараҡ билдәле Hagberg Petter; 17561825) — XX быуатта ҡатын-кыҙҙар армия хеҙмәтенә рөхсәт ителгәнгә тиклем швед флот яугире, хәрби флотта хеҙмәт итеүсе тәүге ҡатын-ҡыҙҙарҙың береһе һәм диңгеҙ һуғышында батырлығы өсөн швед хәрби наградаһы (För tapperhet i fält миҙалы) менән бүләкләнеүсе ҡатын-ҡыҙҙарҙың икенсеһе (беренсеһе — Анна Энгстен).

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Брита Хагберг 1756 йылда Финнеродья (Finnerödja) ҡалаһында тыуған[1] (башҡа мәғлүмәттәр буйынса — Стокгольм ҡалаһында).

1777 йылда Стокгольмға килә, 1785 йылда шунда Андерс Хагберг Питерға (Peter Hagberg Anders, 1753-1816), король гвардия хәрби хеҙмәткәренә кейәүгә сыға, ул армияла 1788 йылдан була. Бер ниндәй ҙә хәбәре булмаған ирен табыу өсөн, Брита үҙен Петтер Хагберг тип атап үҙен ир кеше итеп күрһәтә һәм хәрби хеҙмәткә инә.

Роченсальм һуғышы

Брита 1788—1790 йылдарҙа Рус-швед һуғышында ҡатнаша, Роченсальм һәм Выборг алыштарында диңгеҙ һалдаты сифатында ҡатнаша. Styrbjörn карабында флотта үҙ ире менән бергә хеҙмәт итә. Björkö Sund янындағы алышта ҡатнаша, уның барышында яралана, лазаретҡа эләгә һәм ҡатын-ҡыҙ заты икәнлеге асыҡлана. Ҡатын-ҡыҙҙар өсөн хәрби хеҙмәт тыйылыуға ҡарамаҫтан, уға йылына өс риксдалер күләмендә хәрби пенсия тәғәйенләнә, был ҡатын-ҡыҙҙар өсөн бик һирәк күренеш була. Брита Хагберг өсөн пенсияны швед вице-адмиралы Карл Олаф Кронстедт хәстәрләй.

Һуғыштан һуң Хагберг аҙыҡ-түлек (1793 йылда алып) һатыу буйынса шәхси хоҡуҡҡа эйә була (ҡатын-ҡыҙ өсөн һирәк осраҡ); уға Сткогольм ҡалаһында Oxtorget майҙанында (1802 йылда) урын бүлеп бирелә. 1816 йылда уның ире вафат була, был ваҡытта Британың ике балаһы ҡала (1792 йылда тыуған ҡыҙы һәм 1797 йылда тыуған улы).

Стокгольмда 1825 йылдың 19 мартында вафат була.

Хәтер[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]


1828 йылда Брита Хагберг швед шағирәһе Юлия Найбергтәң Frukt-Månglerskan med Tapperhetsmedalj[2] поэмаһында һүрәтләнә.
1864 йылда Хагберг Швецияның иң билдәле ҡатын-ҡыҙҙары белешмәһендә телгә алына, унда «Стендта ҡасандыр ирен табыу өсөн ирҙәр кейеме кейеп хәрби хеҙмәткә киткән Стокгольмдың Oxtorget майҙанында күкрәгендә батырлыҡ миҙалы менән имбирле печенье һатып тороусы оло ғына ҡатынды күрергә мөмкин» тип яҙыла.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]