Бронникова Валентина Кирилловна

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Ғилми дәрәжә география фәндәре кандидаты[d]
Гражданлығы
Заты ҡатын-ҡыҙ
Уҡыу йорто
Тыуған көнө 19 апрель 1939({{padleft:1939|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:19|2|0}}) (85 йәш)
Эш урыны
Һөнәр төрө картограф

Бронникова Валентина Кирилловна (19 апрель 1939 йыл) — СССР һәм Рәсәй картографы. СССР-ҙың Ҡыҙыл китабы һәм Рәсәйҙең Милли атласы авторҙарының береһе.

С. Лихачев исемендәге Мәҙәни һәм тәбиғи мираҫ Рәсәй ғилми-тикшеренеү институтының (Мираҫ институты) Рәсәйҙең мәҙәни һәм тәбиғи мираҫының милли атласы секторының әйҙәүсе ғилми хеҙмәткәре. География фәндәре кандидаты.

Мәҙәни һәм тәбиғи мираҫты һаҡлау өсөн Генри Форд премияһы лауреаты (1998 йыл).

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Валентина Кирилловна Бронникова 1939 йылдың 19 апрелендә тыуа.

1961 йылда В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университетының география факультетында Картография кафедраһын тамамлай.

Уҡыуын тамамлағандан һуң «Союзгипролесхоз» институтында, Мәскәү дәүләт университетының География факультетында Геоморфология кафедраһында эшләй.

Бер нисә атлас, шул иҫәптән «Рәсәйҙең Милли атласы», өсөн («Атлас лесов», «Снежно-ледовые ресурсы миры») карта төҙөүҙә ҡатнаша. СССР-ҙың Ҡыҙыл китабы тексын, карталарҙы картографик һәм географик редакциялауҙа ҡатнаша.

1982 йылда «Использование космических снимков в составлении геоморфологических карт» темаһына кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлай.

С. Лихачев исемендәге Мәҙәни һәм тәбиғи мираҫ Рәсәй ғилми-тикшеренеү институтының (Мираҫ институты) Рәсәйҙең мәҙәни һәм тәбиғи мираҫының милли атласы секторының әйҙәүсе ғилми хеҙмәткәре. География фәндәре кандидаты.

Мәҙәни-тарихи һәм мәҙәни-тәбиғи мираҫҡа бағышланған 150 самаһы мәҡәлә һәм карта авторы, авторҙашы.

Рәсәйҙең Милли атласының «Природа. Экология» китабының 2 томының һәм «История. Культура» 4 томының бер нисә карта һәм мәҡәлә авторы.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Мәҙәни һәм тәбиғи мираҫты һаҡлаған өсөн Генри Форд премияһы (1998 йыл)
  • Рәсәй геодезияһы һәм картографияһы отличнигы (2002 йыл)
  • Рәсәй Федерацияһының мәҙәниәт һәм киң коммуникациялар министрыА. С. Соколовтың Рәхмәт хаты (2007 йыл)

Библиография[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Мемуарҙар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

[[Category::«Тышҡы һылтанмалар» ҡалыбы буш]]