Александр Александрович Брянцев 1883 йылдың 2 (14) апрелендә Санкт-Петербург ҡалаһында чиновник ғаиләһендә тыуған.
1902 йылда 2-се Санкт-Петербург гимназияһын, 1908 йылда Император Санкт-Петербург университетының тарих-филология факультетын тамамлай
Студент йылдарында үҙешмәкәр спектаклдәрҙә ҡатнаша. 1904 йылға тиклем режиссёр ярҙамсыһы, Санкт-Петербург халыҡ театрҙарында актёр була. 1904 йылда Павел Павлович Гайдебуровтың дөйөм театрында режиссёр ярҙамсыһы булып эшкә инә. 1905 йылда П. П. Гайдебуров менән бергә Күсмә театр ойоштороуҙа ҡатнаша, унда 1920 йылға тиклем эшләй, 60 ашыу спектакль ҡуя. 1918 йылда Кузьмин әҫәре буйынса үҙенең беренсе балалар спектаклен ҡуя.
1919 йылда П. П. Гайдебуров менән бергә Петроград мәктәптән тыш институтының театр бүлеген ойоштора, бында уҡыта. 1920—1921 йылдарҙа Петроградта балалар йортонда педагог булып эшләй, тәрбиәләнеүселәр менән А. С. Пушкиндың «Сказка о рыбаке и рыбке» әкиәте буйынса драмалаштырған уйын ойоштора (1920).
1921 йылда Петроградта балалар өсөн театр ойоштороу буйынса комиссияны етәкләй. Һөҙөмтәлә 1922 йылда Йәш тамашасы театры (ТЮЗ) асыла, (1980 йылдан — А Брянцев исемендәге йәш тамашасылар театры), үҙенең вафатына тиклемге уның алыштырғыһыҙ етәксеһе була, 48 спектакль ҡуя.
А. А. Брянцев ойошторған Йәш тамашасылар театры, хәҙер уның исемен йөрөтә
Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында, 1942 йылдан 1944 йылға тиклем, театр труппаһы Уралда эвакуацияла була. Актерҙар Березниковскийҙағы драма театры сәхнәһендә А. Брянцев етәкселеге сығыш яһай. Режиссёр бер нисә тапҡыр Ленинградҡа оса, унда Ленсовет ултырышында ҡатнаша[2]
1943 йылдан ВКП(б) ағзаһы. Ленсоветтың бер нисә саҡырылыш депутаты.
1961 йылдың30 сентябрендә Ленинградта вафат була (хәҙер Санкт-Петербургта). Литераторские мостки некрополенең Волков зыяратында ерләнә[3]. Ҡәбер ташын 1969 йылда скульпторҙар С. В. Новиков һәм И. Н. Костюхин, архитектор В. А. Седых эшләгән.
Икенсе дәрәжә Сталин премияһы (1950) — В. П. Катаевтың «Сын полка», Н. П. Вагнерҙың «Морская дружба», С. В. Михалковтың «Красный галстук» балалар спектаклдәрен ҡуйыуы өсөн
Брянцев, Александр Александрович // Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
3ельцер С. А. А. Брянцев М., 1961
Сорокина Е. Организатор детского театра в Ленинграде //Театр и драматургия. Л., 1959.
↑Березниковский историко-художественный музей им. И. Ф. Коновалова (коллектив авторов под ред. О. Н. Варнаковой). Город Березники в годы Великой Отечественной войны (справочник). — Березники, 2015. — ISBN 978-5-912-52-046-4.