Будё
Будё | |
норв. Bodø | |
Флаг | Герб |
Сәғәт бүлкәте | Үҙәк Европа ваҡыты[d] и Үҙәк Европа йәйге ваҡыты[d] |
---|---|
Сиктәш | Сёрфолл[d], Фёуске[d], Салтдал[d], Йильдескол[d] и Бейарн[d] |
Рәсми сайт | bodo.kommune.no (норв.) |
Максимальная температура | 30,7 °C |
Ҡулланылған тел | букмол[d] и нюнорск[d] |
Этнохороним | bodøværing |
Хөкүмәт башлығы | Ida Maria Pinnerød[d][1] |
Халыҡ һаны | |
Административ-территориаль берәмек | Нурланн[d] |
Дәүләт | |
Майҙаны | |
Административ үҙәк | Будё[d] |
Диңгеҙ кимәленән бейеклек | 12 метр |
Нигеҙләү датаһы | 1816 |
Иң юғары нөктә | Lurfjelltinden[d][4] |
Число домохозяйств | 24 008[5] |
Хөкүмәт башлығы вазифаһы | Mayor of Bodø[d] |
Туғандаш ҡала | Йёнчёпинг[d], Выборг и Куопио |
Медиафайлы на РУВИКИ.Медиа |
Будё (норв. Bodø) — Норвегияның Нурланн фюлькаһындағы ҡала һәм коммуна[6]. Сальтен төбәгенең бер өлөшө булып тора. 1838 йылдың 1 ғинуарында Будё ҡалаһы коммуна статусын ала. 1968 йылдың 1 ғинуарында Будин коммунаһы, 2005 йылдың 1 ғиуарында коммунаһы Будё ҡалаһына ҡушыла. Поляр түңәрәктән төньяҡтараҡ урынлашҡан Будё Нурланнда иң ҙур ҡала булып иҫәпләнә, ә ҙурлығы буйынса Төньяҡ Норвегияла икенсе урынды биләй.
Дөйөм мәғлүмәттәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Исеме[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Коммуна Bodøgård (иҫке норвег теленсә: Boðvin) иҫке ферма хөрмәтенә шулай аталған, сөнки ҡала шул ферма территорияһында урынлашҡан. Атаманың беренсе өлөшө boði һүҙенән (һыу аҫты ҡаялары йәки шхеры), икенсе өлөшө — vin һүҙенән болон һәм көтөүлектәрҙе аңлата.
Гербы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Коммунаның заманса гербы бар. Ул 1959 йылдың 24 июлендә ҡабул ителә. Гербта поляр көндө һүрәтләгән ҡояш символы тора[7]
Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Будё 1816 йылда үҙидаралыҡҡа ҡоролған ҡала статусын ала, хәҙерге ваҡытта Нурланн фюлькеһының баш ҡалаһы булып тора. Һөжүм ваҡытында күп өлөшө емерелә. 1940 йылдың 27 майындаЛюфтваффе һөжүм иткәндә ҡалала йәшәгән 6 кешенән 3,5 меңенең йорттары емерелә. Һөжүм мәлендә 15 кеше һәләк була (2 британ һалдаты һәм 13 норвегиялы). Торлаҡҡа киҫкен ҡытлыҡ кисереүгә бәйле, швед хөкүмәте 1941 йылдың ҡышында 107 фатир төҙөргә ярҙам итә. Был йорттар ҡала ситендә тиҙ арала төҙөлә. Хәҙер инде Будёның уртаһында ҡалған был террритория svenskebyen (швед ҡалаһы) тип атала. Һуғыштан һуң ҡала яңынан тергеҙелә. Ҡаланы тулыһынса аяҡҡа баҫтырыу 1959 йылда яңы ҡала ратушаһын файҙаланыуға тапшырғас ҡына тамамлана.
Американың Фрэнсис Пауерс идара иткән Lockheed U-2 самолет-шпионы аҙаҡ Будё аэропортына ултырырға тейеш була. 1960 йылдың 1 майында Пакистандан Будё аэропортына табан осҡан ваҡытында территорияһы аша осҡанда был самолет атып төшөрөлә.
Географияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Будё — Нурланн тимер юл линиһының алыҫ төньяҡ тимер юл станцияһы, ул Норвегияның тимер юл селтәренә ҡарай (Нарвик һәм швед ҡалаһы Лулео араһындағы тимер юлы Швеция тимер юлы селтәренә ҡарай). 1961 йылда тимер юл вокзалы асыла. Будё аэропорты ҡала үҙәгенән 2 км алыҫлыҡта урынлашҡан, һәм ул 1952 йылда асыла. 2004 йылда аэропорт 1 308 000 пассажирҙы хеҙмәтләндерә. Паромдар Будёнан һәм Лофотен утрауҙарынан йөрөй.
Диңгеҙ һыуы күтәрелгәндә барлыҡҡа килә торған иң көслө Сальстраумный ағымы Будёнан көнсығышҡа табан 30 км самаһы йыраҡлыҡта үтә. Кьеррингёй — яр буйы сауҙа ауылы Будёнан 40 км төньяҡтараҡ урынлашҡан.
Климаты[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Будё — Норвегияның көслө елдәргә дусар ителгән ҡалаларының береһе, сөнки Норвегия диңгеҙендәге елдәргә төрлө яҡлап асыҡ ярымутрауына урынлашҡан. Ҡыш буйы ҡар ҡатламы бик йоҡа була. Йыллыҡ уртаса температура 4,5 °C тәшкил итә, уртаса йыллыҡ атмосфера яуым-төшөм кимәле — 1020 мм (1961—1990 йй.). Иң ҡоро айҙар — апрелдән июнгә тамамланғансы.[8] 1966 йылдың февраль айы иң һыуыҡ ай була, температура −8.9 °C тиклем төшә, ә1937 йылдың июле иң эҫе ай була — 17,1 °C. Һуңғы йылдарҙа һауа температураһының күтәрелеүе күҙәтелә.
Климат Бу | |||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Күрһәткестәре | Дек. | Два. | Март | Апра. | Май | Июнь | Июль | Авг. | Сена. | Окт. | Нояб. | Тирәсте. | Йыл |
Һауа температураһы, °C | 1 | 0 | 1 | 5 | 9 | 13 | 16 | 15 | 12 | 7 | 4 | 2 | |
Ул кәм тигәндә, °C | -2 | -3 | -2 | 2 | 6 | 9 | 12 | 11 | 8 | 4 | 1 | -1 | |
Яуым-төшөм нормаһы, мм | 86 | 64 | 68 | 52 | 46 | 54 | 92 | 88 | 123 | 147 | 100 | 100 | 1020 |
Сығанағы: http://www.storm.no/vaer/bodø/klima 2010 йылдың 2 июль көнөндә архивланған. |
Тәбиғәте[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Будёла төрлө тәбиғи иҫтәлекле урындар бихисап. Будёнан төньяҡҡа табан 10 километрҙа бик популяр Гейтвоген (норв. Geitvågen) рекреацион биләмәһе бар. Ҙур территорияла бик күп диңгеҙ бөркөтө йөшөй. Коммунала 17 ҡурсаулыҡ бар. Суннстраумен ҡурсаулығында кеше ҡулы теймәгән ҡатнаш урман һәм мәрмәр плиталар бар[9], Сконланнала — яр буйы ҡарағай урманы[10], Бёрватнентала шыршы урманы һәм тропик үҫемлектә үҫә[11], Бликсвер ҡурсаулығында яр буйы тәбиғәте яҡшы һаҡланған һәм ҡоштар бик күп (улар Рамсар конвенцияһы тарафынан һаҡлана һәм яҡлана).[12]
Дәүләт учреждениелары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Будёла Университет колледжы ҡала үҙәгенән 10 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Унда биш мең студент һәм уҡыусы белем ала.[13] Колледж Норвегияла балыҡсылыҡ өлкәһендәге алдынғы уҡыу йорттарының береһе.
Норвегия полиция академияһы ла [./https://ru.wikipedia.org/wiki/%D0%9E%D1%81%D0%BB%D0%BE Ослонан] ситтә, Будёла урынлашҡан. Ҡалала Норвегия Граждандар авиацияһы идаралығы һәм Берләшкән ҡотҡарыу координация үҙәге (норв. Hovedredningssentralene) бар. Төньяҡ Норвегия Ҡораллы Көстәренең штаб-фатиры Реитанела, Будёнан көнсығышта урынлашҡан.
Хәрби көстәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Мәҙәниәте[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Будёла Avisa Nordland гәзите баҫылып сыға. Футбол клубы урындағы Бу-Глимт футбол клубы Норвегияның футбол буйынса чемпионатының юғары лигаһында — Типпелигта. сығыш яһай.[14]
Һәр йәй һайын Булёла Nordland Musikfestuke һәм Parkenfestivalen мәҙәни фестивалдәре, ә ҡыш башында Bodø Hardcore Festival фестивале үткәрелә.
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ Ordføreren
- ↑ Alders- og kjønnsfordeling i kommuner, fylker og hele landets befolkning (K) 1986 - 2022 — Статистика Норвегии, 2022.
- ↑ Statens kartverk Arealstatistikk for Norge 2020 (норв.) — Statens kartverk, 2019.
- ↑ https://kartverket.no/til-lands/fakta-om-norge/hoyeste-fjelltopp-i-kommunen
- ↑ Статистика Норвегии 11508: Bygningstype. Husholdninger (K) (B) 2015 - 2018, 11508: Type of building. Households (M) (UD) 2015 - 2018 — Статистика Норвегии, 2019.
- ↑ Бодё, город // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
- ↑ Norske Kommunevåpen. Nye kommunevåbener i Norden (1990). Дата обращения: 19 ноябрь 2008. Архивировано 14 март 2012 года. 2012 йылдың 22 июнь көнөндә архивланған.
- ↑ met.no Bodø climate statistics . Дата обращения: 23 февраль 2010. Архивировано 5 ноябрь 2007 года. 2007 йылдың 5 ноябрь көнөндә архивланған.
- ↑ Sundstraumlian naturreserva . Дата обращения: 19 ноябрь 2008. Архивировано 6 июнь 2012 года. 2012 йылдың 20 февраль көнөндә архивланған.
- ↑ Skånland naturreservat . Дата обращения: 19 ноябрь 2008. Архивировано 6 июнь 2012 года. 2012 йылдың 20 февраль көнөндә архивланған.
- ↑ アーカイブされたコピー . Дата обращения: 12 февраль 2010. Архивировано 1 октябрь 2011 года. 2011 йылдың 1 октябрь көнөндә архивланған.
- ↑ Bliksvær naturreservat . Дата обращения: 19 ноябрь 2008. Архивировано 14 март 2012 года. 2012 йылдың 20 февраль көнөндә архивланған.
- ↑ Current students . Bodø University College. Дата обращения: 24 сентябрь 2007. Архивировано 6 октябрь 2007 года. 2007 йылдың 6 октябрь көнөндә архивланған.
- ↑ Adeccoligaen (Norges Fotballforbund) . Norges Fotballforbund (2007). Дата обращения: 16 август 2007. Архивировано 14 март 2012 года. 2007 йылдың 10 август көнөндә архивланған.
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Был Медиафайлдар бар викиһаҡлағыста тема буйынса Бу
- Аэропорт Бу (норв.)
- Авиация милли музейы (норв.)