Букша Миколас
Букша Миколас | |
---|---|
![]() | |
Тыуған көнө | 16 апрель 1869[1] |
Тыуған урыны | |
Вафат булған көнө | 7 март 1953[1] (83 йәш) |
Вафат булған урыны | |
Ил | |
Эшмәкәрлеге | композитор |
Миколас Букша (Букша Михаил Михайлович) — (1869 йылдың 16 апреле, Вильнюс — 1953 йылдың 7 марты, шунда уҡ) — Литва дирижеры, композитор.
Биографияһы
1900 йылда Санкт-Петербургта композициялар классы буйынса уҡып, консерватория тамамлай (уҡытыусылары Н. Н. Римский-Корсаков, Александр Глазунов, Анатолий Лядов һ. б.).
1897-1927 йылдарҙа Мәскәү, Санкт-Петербург, Украина, Грузияла музыкаль театрҙар дирижеры булып эшләй.
1920-1922 йылдарҙа Владикавказ сәнғәт институтының театр факультеты деканы һәм халыҡ консерваторияһы директоры.
1927 йылдан Литваға, дәүләт театрына ҡайта. Литва опера һәм балет театры дирижеры. Карнавичюстың " Гражина "(Булыуы 1933), Рачюнастың "Өс талисман "(1936) һ.б., 1940 йылда Литва сәхнәһендә беренсе тапҡыр"Тихий Дон" операһында дирижер була[3].
1944 йылдан Каунас консерваторияһында уҡыта, 1947 йылдан профессор. Ул Литвала 100-ҙән ашыу опера һәм балет әҙерләгән һәм сәхнәлә ҡуйған. Урыҫ һәм Көнбайыш Европа опералары һәм балет, шулай уҡ Литва операларының күп кенә спектаклдәре менән дирижерлыҡ итә.
Букша «Рай и Пери» (1900 йылда «Радж и Пери») кантаталары, инструменталь әҫәрҙәр, хор йырҙарын һәм романстар ижад итә. Уҡыусылары араһында — Римас Генюшас[4].
Вильнюс йәмәғәтселеге республиканың иң оло дирижеры — атаҡлы сәнғәт эшмәкәре, профессор Миколасты дирижер булып эшләүенә 50 йыл тулыу айҡанлы хөрмәтләп тантанаға йыйыла. Был көндө Литва ССР-ының Дәүләт опера һәм балет театрында А.Рубинштейндың «Демон» операһының премьераһы ҡуйыла[5]
Ҡуйылған спектакльдәре
Džiuzepė Verdis. Aida — Джузеппе Верди. Аида.
Amilkaras Pončielis. Džokonda — Амилкар Пончиэль. Джоконда
Jurgis Karnavičius. Gražina ir Radvila Perkūnas
Antanas Račiūnas. Trys talismanai
Stasys Šimkus. Kaimas prie dvaro
Aleksandras Glazunovas. Raimonda
Piotras Čaikovskis. Pikų dama, Gulbių ežeras, Spragtukas
Букша Михаил Михайлович Antonas Rubinšteinas. Demonas
Әҙәбиәт
- Букша Михаил Михайлович // Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд., т. 2— М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
Һылтанмалар
- Vaclovas Juodpusis .Миколас Бука. Универсаль литва энциклопедияһы, III т. (Беркетер-Саксай). — Вильнюс: Фән һәм нәшриәт энциклопедияһы институты, 2003. 585 б.
- Буша Михаил Михайлович
- Буша Миколас
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 Mykolas Buksa // Musicalics (фр.)
- ↑ Lietuviškoji Vikipedija (лит.) — 2003.
- ↑ Букша Миколас 2021 йылдың 15 апрель көнөндә архивланған.
- ↑ Vaclovas Juodpusis. Mykolas Bukša. Visuotinė lietuvių enciklopedija, T. III (Beketeriai-Chakasai). — Vilnius: Mokslo ir enciklopedijų leidybos institutas, 2003. 585 psl.
- ↑ В несколько строк(недоступная ссылка)