Булатов Фуат Зыятдин улы
Булатов Фуат Зыятдин улы | |
---|---|
![]() | |
Тыуған көнө | 23 февраль 1913 |
Тыуған урыны | Рәсәй империяһының Өфө губернаһы Стәрлетамаҡ өйәҙе Мәләүез ауылы (Хәҙер Башҡортостан Республикаһының Мәләүез ҡалаһы) |
Вафат булған көнө | 25 август 1944 (31 йәш) |
Вафат булған урыны | Өсөнсө рейх, Берлин ҡалаһы |
Гражданлығы |
![]() Совет Рәсәйе ![]() |
Эшмәкәрлеге | инженер |
Наградалары һәм премиялары |
Булатов Фуат Зыятдин улы (рус. Булатов Фуат Зиятдинович; 23 февраль 1913 йыл — 25 август 1944) — төҙөүсе-инженер, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. вермахтың «Иҙел-Урал» Волга-татар легионының йәшерен ойошмаһы ағзаһы.
Биографияһы
Фуат Зыятдин улы Булатов 1913 йылдың 23 февралендә Рәсәй империяһының Өфө губернаһы Стәрлетамаҡ өйәҙе Мәләүез ауылында[1] тыуған.
1916 йылда Булатовтар Ырымбур ҡалаһына күсенә. Бында улар Муса Йәлил ғаиләһе менән күрше йәшәй.
1935 йылда Фуат Булатов быға тиклем үҙе уҡыған Ленинград иҡтисад-финанс институтынан Ҡазан төҙөлөш-инженер институтының [2]беренсе курсына ҡабул ителә.
Сәғәҙәт исемле ҡыҙға өйләнә. Улдары (бала сағында вафат була) һәм ҡыҙы тыуа.
1940 йылда юғары уҡыу йортон тамамлай һәм Ҡазан ҡалаһы төҙөлөштәренең береһендә инженер булып эшләй башлай. Тиҙҙән уны Ҡырымға юл төҙөлөшөнә ебәрәләр.
1940 йылдың ноябрендә Ялта ҡала хәрби комиссариаты тарафынан саҡырыу буйынса хәрби хеҙмәткә алына. Уны Белоруссия ССР-ы биләмәләрендә сик буйы ғәскәрҙәрендә үтә башлай, 3-сө дәрәжә хәрби инженер званиеһында була.
Иҫкәрмәләр
- ↑ Хәҙер Башҡортостан Республикаһының Мәләүез ҡалаһы.
- ↑ Хәҙер Ҡазан дәүләт төҙөлөш-архитектура университеты.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
• Иҙел-Урал (легион)
• Ҡормашев һәм тағы унау
Әҙәбиәт
• Гилязов, И. А. Легион «Идель-Урал». — М.: Вече, 2009. — 304 с. — 3000 экз. — ISBN 978-5-9533-4272-8.

Һылтанмалар
- 23 февралдә тыуғандар
- 1913 йылда тыуғандар
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Рәсәй империяһында тыуғандар
- Өфө губернаһында тыуғандар
- Стәрлетамаҡ өйәҙендә тыуғандар
- Мәләүездә тыуғандар
- 25 августа вафат булғандар
- 1944 йылда вафат булғандар
- Берлинда вафат булғандар
- I дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалерҙары
- Инженерҙар
- Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар
- «Иҙел-Урал» легионы
- Гильотинала язаланғандар
- 1944 йылда язалап үлтерелгәндәр
- Йәлилселәр