Булинский Александр Вадимович

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Ғилми дәрәжә физика-математика фәндәре докторы[d]
Гражданлығы
Рәсем
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Һөнәр төрө математик
Аспиранттар йәки докторанттар Микушева, Анна Евгеньевна[d][1], Yuri Bakhtin[d][1], Mikhail Alexandrovich Vronski[d][1], Alexey Pavlovich Shashkin[d][1], Denis Vladimirovich Poryvay[d][1], Stepan Valerievich Dilman[d][1], Nikolay Vladimirovich Millionshchikov[d][1], Nataliya Yurievna Kryzhanovskaya[d][1], Maxim Maratovich Musin[d][1], Pavel Andreevich Yaskov[d][1], Iliya Sergeevich Tyurin[d][1], Maxim Evgenievich Zhukovskii[d][1] и Oleg Alexandrovich Butkovsky[d][1]
Эш урыны
Эшмәкәрлек төрө Ихтималлыҡ теорияһы
Заты ир-ат
Уҡыу йорто
Тыуған көнө 5 ноябрь 1952({{padleft:1952|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:5|2|0}}) (71 йәш)
Ғилми етәксе Колмогоров Андрей Николаевич
Тыуған урыны

Булинский Вадимович (5 ноябрь 1952 йыл) — СССР һәм Рәсәй математигы, А. Н. Колмогоров исемендәге премия лауреаты (2021).

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Александр 1952 йылдың 5 ноябрендә Мәскәүҙә тыуа. Вадим Александрович Булинскийҙың (24.01.1911—2006) улы, Александр Людвигович Булинскийҙың (11.05.1880—10.09.1966) ейәне[3].

Мәскәү университетының механика-математика факультетын тик яҡшы билдәләргә генә тамамлай (1974), шунда уҡ аспирантураны ла тамамлай (1977), А. Н. Колмогоровтың уҡыусыһы. Фән кандидаты (1977), диссертацияһының темаһы «Некоторые предельные теоремы для случайных процессов и полей с перемешиванием»[4].

1977 йылдан МДУ-ның механика-математика факультетында эшләй, 1996 йылдан — ихтималлыҡ теорияһы кафедраһы профессоры. 1990 йылда «Предельные теоремы для случайных процессов и полей и их статистические приложения» темаһына докторлыҡ диссертацияһы яҡлай[5].

Фәнни ҡыҙыҡһыныуҙары өлкәһе[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Осраҡлы процестар һәм уларҙың ҡушымталары өлкәһендә фундаменталь һөҙөмтәләргә өлгәшә. Үҙәк сикке теоремала; осраҡлы башланғыс мәғлүмәттәр булғанда Бюргерстың күп үлсәмле тигеҙләмәләрен тикшереүҙә; Ньюмен проблемаһында; ҡабатланған логарифмдың функциональ законында яңы һөҙөмтәләр ала; Колмогоров-Петровский-Эрдеш-Феллер интеграль критерийының функциональ аналогын, Штрассен шарына йыйылыусанлыҡ тиҙлеген; тығыҙлыҡты ядро баһалауҙың асимптотик үҙсәнлектәрен һ. б. таба.

«Предельные теоремы для случайных процессов и полей» махсус семинар етәксеһе.

«Фундаменталь һәм ғәмәли математика» журналы редколлегияһында хеҙмәттәшлек итә.

Халыҡ-ара Бернулли Йәмғиәтенең ихтималлыҡ теорияһы һәм математик статистика буйынса Европа Комитеты ағзаһы. Америка математика йәмғиәте ағзаһы. Мәскәү математика йәмғиәте идараһы ағзаһы. Сорос профессоры (2000).

8 фән кандидаты әҙерләй. 110-дан ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • РФА-ның А. Н. Колмогоров исемендәге премияһы (2021) — «Предельные теоремы и их приложения» эштәр циклы өсөн
  • II дәрәжә фәнни эшмәкәрлек өсөн М. В. Ломоносов исемендәге премия (2009) (А. П. Шашкин менән бергә) «Предельные теоремы для ассоциированных случайных полей и родственных систем» монографияһы өсөн[6]

Библиография[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • «Предельные теоремы для случайных процессов и полей» (1981)
  • «Предельные теоремы в условиях слабой зависимости» (1989) ISBN 5-211-01334-4
  • «Теория вероятностей» (1994) (учебное пособие)
  • «Теория случайных процессов» (2003) (учебник, в соавт. с А. Н. Ширяевым)

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]