Бунге Александр Андреевич
нем. Alexander von Bunge | |
Гражданлығы | |
---|---|
Һөнәр төрө | сәйәхәтсе-тикшеренеүсе, ботаник, профессор |
Атаһы | Бунге, Андрей Георгиевич[d] |
Балалары | Густав Александрович Бунге[d], Александр Александрович Бунге[d][1] и Мария Александровна Бунге[d] |
Ғилми етәксе | Карл Христиан Фридрих фон Ледебур[d] |
Ойошма ағзаһы | Санкт-Петербург фәндәр академияһы[d] |
Тыуған көнө | 24 сентябрь 1803[2] |
Вафат булған көнө | 18 (30) июль 1890[3] (86 йәш) |
Әүҙемлек урыны | Тарту[4] |
Тыуған урыны | |
Кемдә уҡыған | Карл Христиан Фридрих фон Ледебур[d] |
Уҡыусылар | Руссов, Эдмунд[d] |
Заты | ир-ат[4][6] |
Уҡыу йорто | |
Вафат булған урыны | |
Ерләнгән урыны | |
Эш урыны | |
Бер туғандары | Фёдор Андреевич Бунге[d] |
Эшмәкәрлек төрө | ботаника |
Медиафайлы на РУВИКИ.Медиа |
Бунге Александр Андреевич (нем. Alexander Georg von Bunge; 1803 йыл — 1890 йыл) — немец-урыҫ ботанигы, Император Санкт-Петербург Фәндәр академияһының тулы хоҡуҡлы ағзаһы, Дерпт университеты профессоры.
Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Александр Андреевич Бунге 1821 йылда Дерпт университетына медицина һәм тәбиғи фәндәрҙе өйрәнеү өсөн уҡырға инә.
1825 йылда «De relatione methodi plantarum naturalis in vires vegetabilium medicales» диссертацияһы өсөн ғилми доктор дәрәжәһен алып[7], ул үҙенең уҡытыусчыһы К.Ледебур менән Себергә юллана. Сәйәхәт ваҡытында уҡ Колывано-Воскресенск тау заводының табибы булып тәғәйенләнгән Бунге башта Барнаулдан, һуңынан Змеиногорсктан, Алтайҙы өйрәнеү өсөн экскурсиялар ойоштора.
1829 йылда бында Александр фон Гумбольдт менән осраша, уның тәҡдиме буйынса Фәндәр академияһы тарафынан 1830 ылда Ҡытайға киткән рухи миссияға ебәрелә. Ҡытай буйынса сәйәхәт ваҡытында йыйылған материалдарҙы ул «Enumeratio plantarum quas in China boreali collegit» (Санкт-Петербург, 1831) һәм «Plantarum Mongolico-Chinensium decas I» (Ҡазан, 1835) хеҙмәттәрендә һүрәтләй.
Бунге 1832 йылда икенсе тапҡырға Алтайға бара (шул ваҡытта йыйылған үҫемлектәр исемлеге 1836 йылда нәшер ителгән), 1833 йылда Петербургҡа ҡайта, ә 1834 йылда Ҡазанға ботаника кафедраһына саҡырыла.
1835 йылда ул Волга буйы далаларына һәм Әстерхан губернаһына сәфәр ҡыла.
1836 йылда Дерпт университетында ботаника кафедраһын ала.
1857 йылда Персияны өйрәнеү өсөн экспедицияға ҡушыла. Тифлис, Баҡы, Каспий диңгеҙе, Астрабад, Нишапурҙа һәм Мәшһәд аша ул Гератҡа бара, унан 1858 йылда Фарсының төрлө урындарын тикшереү өсөн экскурсиялар ойоштора; 1859 йылда Тәһран аша Тифлисҡа Дерптҡа ҡайта.
1867 йылда отставкаға сыға һәм Фарсияла йыйған материалдарҙы эшкәртеү менән шөғөлләнә.
1874 йылда Флоренцияла ботаника конгресының ҡатнашыусыһы була
Мәскәү тәбиғәтте һынаусылар йәмғиәте ағзаһы
Раади (Тарту) зыяратында ерләнгән.
Ғаиләһе[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Александр Андреевичдың улдары:
- Густав Александрович (1844—1920) — Базель университетының физиологы, профессоры;
- Александр Александрович (1851—1930) — зоолог һәм сәйәхәтсе.
Ҡыҙы Мария Елизавета (1834—1909) — Эдуард фон Вальдың ҡатыны[8].
Әҫәрҙәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Бынан юғарыла күрһәтелгән әҫәрҙәренән тыш, баҫылғандары:
- «Al. Lehmanni reliquiae botanicae» (Санкт-Петербург, 1851);
- «Tamaricum species» (Дерпт, 1852);
- «Anabasearum revisio» (Санкт-Петербург, 1862);
- «Die Arten der Gattung Cousinia» (Санкт-Петербург, 1865);
- «Generis Astragali species gerontogeae I и II» (Санкт-Петербург, 1868—1869);
- «Weite und enge Verbreitungsbezirke einiger Pflanzen» (Дерпт, 1872)
- Alex. de Bunge. Hypogomphia, une nouvelle espece de Labiacees, provenant de Taschkent // Bulletin de l'Academie Imperiale des Sciences de St. Petersbourg. Tome dix-huitieme, XII decade. — St. Petersbourg, 1873. — С. 28—30.
- «Die Gattung Acantholimon» (Санкт-Петербург, 1873);
- «Species generis Ozytropis» (Санкт-Петербург, 1874);
- «Enumeratio Salsolacearum Mongoliae» (Санкт-Петербург, 1879);
- «Enumeratio Salsolacearum centrasiaticarum» (Санкт-Петербург, 1880);
- «Pflanzengeogr. Betrachtungen uber die Famille der Chenopodieen» (Санкт-Петербург, 1880).
Тулы исемлеге Траутфеттер «Florae Rossicae fontes» эшендә («Труды Императорского ботанического сада», т. VII, 1880).
Бунге хөрмәтенә аталған[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Марста Бунге кратеры
Үҫемлектәр нәҫеле[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Бунгея (Bungea C.A.Mey.) семейства Заразиховые (Orobanchaceae Lindl.)
Үҫемлектәр төрө[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
|
|
|
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ Бунге, Александр Александрович (урыҫ) // Энциклопедический словарь / под ред. И. Е. Андреевский — СПб.: Брокгауз — Ефрон, 1891. — Т. IVа. — С. 926.
- ↑ Alexander Georg von Bunge // https://pantheon.world/profile/person/Alexander_Georg_von_Bunge
- ↑ verschiedene Autoren Allgemeine Deutsche Biographie (нем.) / Hrsg.: Historische Commission bei der königl. Akademie der Wissenschaften — Leipzig: Duncker & Humblot, 1875.
- ↑ 4,0 4,1 Deutsche Nationalbibliothek, Staatsbibliothek zu Berlin, Bayerische Staatsbibliothek, Österreichische Nationalbibliothek Record #117155780 // Gemeinsame Normdatei (нем.) — 2012—2016.
- ↑ Бунге Александр Андреевич // Большая советская энциклопедия (урыҫ): [в 30 т.] / под ред. А. М. Прохоров — 3-е изд. — М.: Советская энциклопедия, 1969.
- ↑ Bibliothèque nationale de France Autorités BnF (фр.): асыҡ мәғлүмәт платформаһы — 2011.
- ↑ Bunge, Alexander Georg von. De relatione methodi plantarum naturalis in vires vegetabilium medicales : dissertatio inauguralis botanico-medica quam consensu amplissimi medicorum ordinis in Universitate Caesarea Literarum Dorpatensi ut gradum doctoris medicinae
- ↑ Wahl, Eduard Georg v. (нем.). // Baltisches Biographisches Lexikon Digital.
Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Сытин А. К. Александр Андреевич Бунге / А. К. Сытин; отв. ред. Р. В. Камелин. — М. : Наука, 2006. — ISBN 5-02-035310-8.
- Бунге Александр Андреевич // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
- Hilbig, Werner. Alexander von Bunge (1803-1890), ein bedeutender Erforscher der mongolischen Flora (нем.) // Schlechtendalia : журнал. — Martin-Luther-Universität Halle-Wittenberg, 2013. — Nr. 25. — S. 3—12. — ISSN 2195-9889. Архивировано 27 май 2013 года.
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Бунге Александр Андреевич фон на сайте ИС АРАН.
- Список родов сосудистых растений, описанных А. А. Бунге, на сайте IPNI
- Список видов сосудистых растений, описанных А. А. Бунге, на сайте IPNI