Буранбаев Нуретдин Хәйретдин улы
Гражданлығы | |
---|---|
Заты | ир-ат |
Тыуған көнө | 1915 |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Вафат булған көнө | 1992 |
Һөнәр төрө | сәйәсмән |
Тыуған урыны | |
Һуғыш/алыш |
Буранбаев Нуретдин Хәйретдин улы (25 март 1915 йыл — 2 ноябрь 1987 йыл) — совет дәүләт һәм партия эшмәкәре, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан, подполковник. Ҡыҙыл Йондоҙ (1945), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1957), I дәрәжә Ватан һуғышы ордендары (1985) кавалеры[1].
Биографияһы
Нуретдин (Нурый) Хәйретдин улы Буранбаев 1915 йылдың 25 мартында Ырымбур губернаһы Орск өйәҙе (хәҙер — Башҡортостан Республикаһы Баймаҡ районы Татлыбай ауыл хакимиәте) Абдрахман ауылында тыуған.
Тыуған ауылында тәүге баҫҡыс белем алғандан һуң — Баймаҡ тау-сәнәғәт өйрәнсеклек мәктәбен, 1931 йылда Ырымбур башҡорт педагогия техникумын тамамлай.
1935 йылға тиклем Башҡорт Юғары коммунистик ауыл хужалығы мәктәбендә (БВКСХШ) уҡый.
Тормош һәм хеҙмәт юлы
1931-1933 йылдар — Башҡорт АССР-ының Баймаҡ районы Татлыбай ауыл советы рәйесе секретары һәм урынбаҫары.
1936 йыл — Башҡорт Юғары коммунистик ауыл хужалығы мәктәбе (БВКСХШ) ғилми хеҙмәткәре.
1936-1937 йылдар — ВКП (б) БАССР Маҡар районы комитетының пропаганда бүлеге мөдире.
1939-1940 йылдарҙа совет-фин һуғышында ҡатнаша. 1940 йылдың 6 мартындағы алышта 16 һалдаттан икеһе генә тере ҡала.
1941 йыл — ВКП(б) Баймаҡ район комитеты пропагандисы.
1941 йылдың 25 июнендә Бөйөк Ватан һуғышына китә. 850-се «Тыуған ил өсөн» бронепоезды командиры була.
1942 йылдың йәйендә Старый Оскол өсөн барған бик ҡаты алышта ҡатнаша. Бронепоезды шартлатып, төркөмдө ҡамауҙан сығара.
Брянщина, Сталинград, Белоруссия өсөн һуғыштарҙа ҡатнаша. Ике тапҡыр яралана. Еңеү көнөн капитан Нурый Буранбаев Польшала ҡаршылай[2][3].
1947-1948 йылдар — ВКП (б) Башҡортостан өлкә комитеты эргәһендәге ике йыллыҡ партия мәктәбе тыңлаусыһы.
1948-1952 йылдар — ВКП (б) Башҡортостан өлкә комитетында ауыл хужалығы бүлеге инструкторы.
1952-1955 йылдар — КПСС Учалы районы комитетының 1-се секретары[1][4].
1955-1956 йылдар — КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитеты секретары.
1958 йылда Башҡорт дәүләт университетын тамамлай.
1955-1959 йылдар — Башҡорт АССР-ының 4-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты.
1956-1961 йылдар — Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумы канцелярияһы начальнигы.
1961-1968 йылдар — БАССР Йәмәғәт тәртибен һаҡлау министрлығының кадрҙар бүлеге начальнигы.
1987 йылдың 2 ноябрендә вафат булды, Өфөлә Мосолман зыяратында ерләнгән[1][4].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
- Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (1945)
- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1957)
- I дәрәжә Ватан һуғышы ордены (1985).
- «Сталинградты обороналаған өсөн» миҙалы
- «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы
- «Сиҙәм ерҙәрҙе үҙләштергән өсөн» миҙалы[3]
Сығанаҡтар
- А. З. Сайгафаров, Р. И. Утягулов, А. И. Багуманов. Баймакский край. — Уфа: Китап, 2002. — 332 с. — С.249 — 250.
- ЦАМО Ящик: Б-3254
Һылтанмалар
- Буранбаев Нуритдин Хайретдинович
- Буранбаев Нурей Хайретдинович
- Участники войны. Буранебаев Нурей Хайретдинович
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 3 Буранбаев Нуритдин Хайретдинович
- ↑ Буранбаев Нурей Хайретдинович
- ↑ 1 2 Участники войны. Буранебаев Нурей Хайретдинович
- ↑ 1 2 А. З. Сайгафаров, Р. И. Утягулов, А. И. Багуманов. Баймакский край. — Уфа: Китап, 2002. — 332 с. — С.249 — 250.
Был мәҡәләгә Рувикиның башҡа мәҡәләләре һылтанмай. |