Быков һунарсылыҡ ҡурсаулығы

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте

Быков һунарсылыҡ ҡурсаулығы (заказнигы) — урман массивы, ул элек төбәк әһәмиәтендәге айырыуса һаҡланған тәбиғәт территорияларының дәүләт тәбиғи заказнигы статусын йөрөткән[1]. Ҡурсаулыҡ Верхнедонский районының Песковатка йылғаһы яры буйында, Быков утары янында, урынлашҡан. Дөйөм майҙаны 32,1 гектар тәшкил итә[2].

Тарих[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Быков һунарсылыҡ заказнигы Ростов өлкә башҡарма комитетының 143-сө ҡарарына ярашлы 1981 йылдың 25 мартында барлыҡҡа килгән. 2006 йылдың 30 ғинуарында Ростов өлкәһе хакимиәтенең «Төбәк әһәмиәтендәге дәүләт һунарсылыҡ заказниктарын бөтөрөү һәм Ростов өлкәһе акваторияһын хайуандар донъяһы объекттары өсөн файҙаланыуға биреү тураһындағы» ҡарарына ярашлы айырыуса һаҡланған тәбиғәт территорияһы статусы бөтөрөлгән[3].

Тасуирлама[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Элекке заказник биләмәһе территорияһы бер нисә объект менән сикләнгән. Төньяҡта уның майҙаны Шумилинская станицаһынан алып Быков урмансылығына тиклем, аҙаҡ Шолохов районы административ сиктәренә тиклем һуҙылған. Көнсығышта Быков урмансылығынан Дубовский заказнигы территорияһы менән киҫешә. Көньяҡта Быков ҡурсаулығы шолохов районы административ сигенән алып Дубовский дәүләт заказнигы сиге буйлап Солонцовский утарына сыға һәм Казанская-Шумилинская юлы менән сикләшә. Көнбайышта ҡурсаулыҡ территорияһы Быков урмансылығы менән Казанская-Шумилинская юлының көньяҡта ҡушылған урыны буйлап Шумилинская станицаһына тиклем бара.

Иҫкәрмә[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Быковский//ООПТ России
  2. Быковский охотничий заказник(недоступная ссылка)
  3. Кадастровый отчет по ООПТ государственный природный заказник регионального значения «Быковский»

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]